6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Наталья Бурзянцева хужаһы булмаған эт янынан "күҙ йомоп" үтә алырмы
13.09.05


       Наташаға ун йәш булғанда урамдан бер эт табып өйөнә алып
       ҡайта. Әлбиттә, ата-әсәһе быға ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, ҡы ҙыҡай: "эт беҙҙең менән йәшәйәсәк", тип әйтеп ҡуя. Ошо ваҡыт тан башлап Наталья Бурзянцева өйөнән эт өҙөлмәй.
       Натальяға дуҫтары менән бергә Мәскәүҙә эт һатылған баҙарҙа булырға тура килә. Наташа сиратта торған ваҡытта бер ҡатын ҡ улындағы эткә күҙе төшә һәм уны 100 һумға һатып ала. Толик ҡ ушаматлы этен Наталья әле булһа ла онота алмай.
       - Ул шул тиклем аҡыллы ине. Асыҡҡан ваҡыты булһа кухняға и нер ине лә, барыһына ла арҡаһы менән боролоп ултырыр ине, -
       тин хәтерләй Наталья, яратҡан этен. Ул арала Наташаның ата-әсәһе лә Толикты яратып өлгөрә. Уның атаһы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Александр Бурзянцев ҡай һы берҙә йорт хайуандары портретын да эшләй.
       Урамда йөрөгән хужаһыҙ эттәрҙе күреп Натальяның йөрәге әрн ей, уларҙы ҡотҡарыу буйынса гәзиттәргә шылтыратып төрлө йәмғ иәттәргә мөрәжәғәт итә. Күптәр хужаһыҙ эттәрҙе Бурзянцевтар йәшәгән фатирҙың ишек төбөнә ташлап китер була. Бер йыл эсен дә генә Наталья 30-ҙан ашыу хужаһыҙ этте ышаныслы ҡулдарға т апшыра.
       Бөгөнгө көндә Бурзянцевтар фатирында ун эт һәм дүрт бесәй йәшәй, "тулы хоҡуҡлы ғаилә ағзаларының" ятыр урыны бар, бер пудель хат та ябынып та йоҡлай икән. Натальяның күршеләре һә м таныштары уларға аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә.
       - Йортта уларҙы булдырыу һанын кәметергә кәрәк, уларҙы хәс тәрләү ҡыйыныраҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тағы ла бер бәлә кәй генә эт алып үҫтерәһе килә, - ти Наталья. Әлбиттә, таныш тары быға ҡаршы.
       Урамда хужаһыҙ йөрөгән эттәр һаны артҡандан-арта бара. Ә, Наталья Бурзянцеваға, үҙе әйтмешләй, "күҙен йомоп" ҡына үтеп
       китәһе ҡала.

Зилә Бәҙриева
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал