6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ауыр сумкаһын аҫҡан почтальон һәр йортҡа ашыға
12.09.05


       Башҡортостанда дәүләт почтаһы булдырылыуының 270, БР фед ераль почта элемтәһе идаралығының 10 һәм тармаҡ профсоюзының
       100 йыллығына ҡарата почта элемтәһе алдынғылары слеты уҙҙы.
       Республиканың федераль почта элемтәһе идаралығы тәжрибә урт аҡлашыу, килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табыу м аҡсатынан элемтә бүлексәһе ветерандарын, начальник һәм опера торҙарын йыйҙы.
       Федераль почта элемтәһе идаралығы рәсәйҙең почта системаһы нда иң эреләрҙән һанала. Хәҙерге ваҡытта ул дүрт миллиондан ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Предприятие составына 59 почтамт һәм меңдән ашыу элемтә бүлексәһе инә. Идаралыҡ коллективында
       юғары исемгә лайыҡ булғандар эшләй. Йылдың иң ауыр осоронда
       ла элемтә бүлексәләре үҙ эшен туҡтатманы. Утыҙ йылдан ашыу ауыр сумкаларын иңбаштарынан төшөрмәгән Социалистик Хеҙмәт Г еройы Әнүзә Дәүләтҡолова, Макиенко һәм Сиразовтар ғаиләһе - тармаҡ ғорурлығы.
       Слетта ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, ауыл почтальондар ы үҙҙәренең эше хаҡында бәйән итте. Октябрьский һәм Ағиҙел ҡ алаларынан килгән вәкилдәр үҙҙәре хеҙмәтләндергән участкалар ҙа почта йәшниктәренең булмауы проблемаһын күтәреп сыҡты.
       Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор Алекс ей Ковальский һәм БР федераль почта элемтәһе идаралығы дирек торы Альберт Дүсәлимов почта элемтәһе ветерандарына һәм прои зводство алдынғыларына наградалар тапшырҙы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал