6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Яҡтыкүл - бар фотограф өсөн табыш
12.09.05


       Ҡайҙа барып ял итеү мәсьәләһе мине борсомай. Күптәр сит илгә ашҡынһа, ә мин йәйрәп ятҡан Башҡортостаным киңлектәренә
       ашҡынам. Ҡайҙа ғына булһам да тәбиғәт матурлығын, уның бар күренешен фотоһүрәттә ҡалдырырға тырышам.
       Һеҙҙең Яҡтыкүлдә булғанығыҙ бармы Әгәр юҡ икән, һеҙ һис ши кһеҙ был күлде барып күрегеҙ. Әбйәлил районында урынлашҡан Яҡтыкүлде Мауыҙҙы (Банное) тип тә атайҙар. Әгәр ҙә мин күл буйында ғына йәшәгән булһам, көн
       дә уның матурлығын һүрәтләгән булыр инем. Һәр фотограф өсөн
       был ҙур табыштыр ул!
       Яҡтыкүлдең көмөштәй һыуында күпләп йөҙөп йөрөгән ҡыр өйрәк тәре мине хайран ҡалдырҙы. Республикала иң тәрән күлдәрҙән һ аналған Яҡтыкүл үҙенең һыу запасы буйынса өсөнсө урында тора . Ял итеүселәр күл һыуында табан балығы, алабуға һәм ҡарабал ыҡ бешерә.
       Халыҡ әйтеүенсә, Яҡтыкүл үҙенең икенсе исемен Емельян Пуга чев ғәскәре туҡталып киткәндән һуң алған: күрәһең, ғәскәр үҙ ҙәренсә йыуынып-сайынып киткәндер, шуға ла халыҡ араһында кү лдең Мауыҙҙы (Банное) тигән исеме йөрөй.
       Яҡтыкүлгә килеүселәр тау түбәһенә һигеҙ кешегә иҫәпләнгән күтәргес кабиналарға ултырып менә. Урындағы эшҡыуарҙар тау т үбәһенә менгәндәрҙең ялын да хәстәрләй. Байрамдарын дауам ит ергә теләүселәр түбәлә урынлашҡан ресторанға инә. Мин Яҡтыкү лдең матурлығын һүрәтләргә, аҙаҡтан йәй хәтирәләре менән һоҡ ланырға ашығам.

Лилиә Сәхәбүтдинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал