6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Тәрбиәгә алынған балаларға түләү күләме арта
09.09.05


       БР Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары көҙгө сессияның
       беренсе ултырышын уҙғарҙы. Алты депутат берәмеге егерменән ашыу закон проектын ҡараны һәм РФ Президенты Владимир Путинғ а мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
       Көҙгө сессияның төп документы булып - республика бюджеты т ора. Хеҙмәт, социаль мәсьәләләр, ғаилә, әсәлек, баласаҡ һәм һаулы ҡ һаҡлау комитетында "Тәрбиәгә алынған балаларға аҡса сығымд ары күләме һәм уны түләү тәртибе тураһында" закон проекты бе ренсе уҡыуҙа тикшерелде. Республика Хөкүмәте индергән закон проекты буйынса мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина комитет ултырышында доклад менән сығыш яһаны. Федераль закон ай һайы н түләүҙе генә ҡарай, ә региондар уның күләмен билдәләй. Бығ а тиклем ҡала һәм район бюджетынан опекундарға 1500 һум түлә нә ине. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда 11300 етем бала иҫәпл әнә, шуларҙың 6600-ө тәрбиәгә алынған балалар, уларға тейешл е аҡса бүленә. Балалар йортонда һәм интернаттарҙа тәрбиәләнг ән етем балалар пособие алмай.
       2006 йылдың 1 ғинуарынан, яңы законға ярашлы, түләүҙәр 320 0 һумға тиклем үҫәсәк.
       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәс әй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға "Вәкәләттәрҙе айы рыу буйынса Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһ ы араһында договор мөнәсәбәттәрен яңыртыу тураһында" Мөрәжәғ әте Башҡортостан парламентының даими комитеты ултырышы йомға ғы булды. Депутаттар унда дәүләт башлығын яңыртылған договор
       проектын эшләү буйынса мәғариф комиссияһын булдырыуҙы һорай .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал