6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ағиҙел ярҙарын тоташтырған күпер
09.09.05


       1888 йылдың 8 сентябрендә Ағиҙел йылғаһы аша тимер юлы к үпере асыла. Инженер Н.А.Болелюбский проекты буйынса төҙөлгә н күпер аша Һамар-Златоус тимер юлы хәрәкәте асыла.
       "Себер тимер линияһының беренсе участкаһы - Һамар-Өфө тимер
       юлы асылыуы ҡаланың киләсәк яҙмышы өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Ул баш ҡала сәнәғәте үҫешенә булышлыҡ итте, Өфө һәм Ур ал райондары араһында тауар әйләнешен үҫтерҙе, Өфө иң эре тр анспорт үҙәгенә әйләнде", тип яҙып сыҡты "Уфимские губернски е ведомости" гәзите.
       Өфө һәм Һамар араһында тимер юлы хәрәкәте асылыуы хаҡында журналист Вадим Иванов үҙенең "Винтовка и молот" тип исемлән гән китабында ентекле бәйән итә: "Ҡояшлы аяҙ көн. Өфө вокзал ы перронында чиновниктар йыйыла, полицейҙар бер рәткә теҙелг ән. Бер үк ваҡытта ҡала сиркәүҙәрендә ҡыңғырау тауышы яңғыра й. Дим яғынан утын менән яғылған "Т"маркалы паровоз өс вагон
       тағып күпергә яҡынлаша, ул үҙенең төтөнө һәм парына күмелеп
       вокзал перронына ҡарай тәгәрәй. Оркестр уйнап ебәрә, кемуҙа рҙан телмәр тотоусылар ҙа була: әммә, юл төҙөүселәр, эшселәр
       хаҡында бер һүҙ ҙә әйтелмәй. Вокзал майҙаны алдында ашамлыҡ тар ҡуйылған оҙон өҫтәл һуҙылған була".
       Тәүге ваҡыт Өфө-Һамар юлында 60 паровоз, 15 пассажирҙар һә м 700-ҙән ашыу тауар вагондары йөрөй.

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал