6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Халыҡ күңелендә Бородино көнө онотолмай
08.09.05


       Полководец Михаил Илларионович Кутузов исеме халыҡҡа яҡшы таныш. Ул хәрби сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып һа нала. Михаил Илларионович үҙенең хәрби юлын дәүләт һәм хәрби
       эшмәкәр П.А.Румянцев һәм бөйөк рус полководецы А.В.Суворов етәкселегендә башлай. Кутузов бик күп һуғышта ҡатнаша.
       Рәсәйгә баҫып ингән Наполеон армияһы менән көрәштә полков одец танылыу яулай. Бородино һуғышында француздар ҙур юғалты уҙар кисерә, рус армияһы үҙенең һуғышҡа һәләтлелеген һаҡлап ҡала.
       Бородино һуғышында Платов атлы ғәскәр составында башҡорт а тлылары була һәм беренсе типтәр полкы ла ҡатнаша.
       1812 йылдың октябрь айында рус армияһы һөжүмгә күскән осор ҙо М.И.Кутузов "рус армияһы һәм башҡорт атлылары ҡасып барға н дошман артынан ҡыйыулыҡ менән атлыҡты", тип яҙҙы.
       1813 йылдың ғинуарында рус армияһы сик үтеп Көнбайыш Европ аға юл ала. Кенигсберг, Дрезден, Берлин, Лейпциг, Варшава ҡа лалары алына. Юлда Михаил Илларионовичҡа һалҡын тейә һәм 28 апрелдә Польшала Бунцлау (Болеславец) ҡалаһында вафат була. Полководец иҫтәлегенә ҡалала монумент булдырыла. Бөйөк Ватан
       һуғышы йылдарында хәрби бурысты өлгөлө үтәгәне өсөн Башҡорт
       кавалерия дивизияһы II дәрәжә Кутузов ордены менән наградла на.

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал