6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Германия студенттары - Башҡортостан ерендә
08.09.05


       Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисади университетының Өфө институт ында "Донъя иҡтисады" һөнәре буйынса белем алған студенттарҙ ың сит илдәрҙә лә эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар. Бынан биш й ыл элек ике юғары уҡыу йорто араһында булдырылған (Дрезден т ехник университеты) килешеү бындай мөмкинлекте бирҙе. Сит ил
       телдәре кафедраһы мөдире Лилиә Исмәғилова белдереүенсә, кил ешеү - ике илдең иҡтисады менән танышыуҙы, мәғлүмәт һәм тәжр ибә уртаҡлашыуҙы төп бурыс итеп һанай.
       Был документ сиктәрендә һәр йыл тиерлек Германия һәм Баш ҡортостандың өлкән курс студенттары сит илгә сыға. Ағымдағы йылда 15 кешенән торған студенттар төркөмө Дрезден предприят иеларында булды. Әлеге ваҡытта Башҡортостанға килгән немец с туденттары Миәкә районы ауыл хужалығы менән танышты, республ ика предприятиеларында булды. Техник университет студенттары
       менән БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығынд а осрашыуҙар уҙҙы. Германия йәштәре башлыса инвестиция проек ттары менән ҡыҙыҡһынды, Башҡортостан менән Саксония араһында
       булдырылған партнерлыҡ мөнәсәбәт мәсьәләһе лә студенттарҙа
       ҡыҙыҡһыныу уятты. БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа м инистры урынбаҫары Илдар Әхмәтшин белдереүенсә, киләсәктә ик е проект бойомға ашасаҡ: Белоретта сәнәғәт объекты төҙөләсәк
       һәм Красноусол ҡасабаһында быяла һауыттары етештереләсәк.
       Дрезден техник университетын тамамлаған юғары квалификаци ялы белгестәрҙең 30-35 проценты Рәсәйҙә эшләй, тине Өфө инст итуты ректоры Ғамил Муфтиев.

Лилиә Сәхәбүтдинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал