6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Малайҙарҙан ҡалышмай туп типкән Земфира
07.09.05


       Земфира башҡарған йырҙар күптәр күңеленә хуш килә. Шуға ла уның йырҙарын йырлаған, уның әйткән һүҙҙәрен ҡабатлаған ф анаттар артҡандан арта бара. Быға бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел: йондоҙҙарға ҡарата мөнәсәбәт тап шулай булырға тейеш тә инде , беҙ үҙ йондоҙобоҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ.
       Буласаҡ сәхнә йондоҙо музыка мәктәбендә тәрбиәләнә һәм бер үк ваҡытта спорт мәктәбендә баскетбол менән шөғөлләнә. Тап о шо спорт майҙанында Земфираның һәләте асыла ла инде.
       Баскетбол төркөмөнә малайҙар йыйырға килгән тренерҙың күҙен ә Земфира салынып ҡала. Малайҙар менән бер рәттән футбол тип кән ҡыҙыҡайҙы тренер баскетбол секцияһына саҡыра. Земфира ри залыҡ бирә. Ул Юрий Максимов етәкселегендә 1976 йылғы ҡыҙҙар
       командаһында шөғөлләнә башлай һәм тиҙ арала үҙенең лидерлыҡ
       сифаттарын күрһәтеп, буйы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, коман да капитаны була. Уның ҡулында уйнап торған тупҡа ҡарап хатт а көслө заттар ҙа көнләшеп ҡуя.
       Земфира тормошондағы мәҙәк хәлдәр уның баскетбол уйнауына б ер генә лә ҡамасауламай. Юрий Максимов етәкселегендә уның ко мандаһы Башҡортостан чемпионы һәм ике тапҡыр Рәсәй чемпионы дәрәжәһенә күтәрелә.
       Мәктәпте тамамлағас, ул тулыһынса музыка донъяһы менән мау ыға башлай.
       Һәр йыл Земфира үҙенең тыуған көнөн Өфөлә ҡаршылай. Концер ттан һуң команда буйынса дуҫ-иштәре, яратҡан тренеры Юрий Ма ксимов менән дә осрашырға ынтыла. Баскетбол майҙанына сығып уйнап алыу теләге лә бар уның. Ваҡыт үтһә лә оҫталыҡ юғалмай
       бит...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал