6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Ҡанлы эҙ ҡалдырған золом
30.10.03


       Сталин етәкселек иткән йылдарҙа сәйәси золом бик күп ғүмер ҙәрҙә ҡанлы эҙ ҡалдырҙы. Ауыл ерендә үҙ көстәре менән хәлле
       генәтормош кисереүселәр кулак тип иғлан ителеп, интеллегенц ия вәкилдәре нахаҡҡа ғәйепләнеп, ГУЛАГ - тарға ебәрелеп, ҡот
       осҡос шарттарҙа йәшәп, эшләп, ыҙа сигергә мәжбүр була, төрм әләргә ултыртыла, бик күптәре үлемгә дусар ителә.
       Башҡортостанда иһә 1937 йылда 50 мең кеше "халыҡ дошманы" тигән исем тағылып хөкөмгә тарттырыла. Ҡасандыр Гулаг тотҡон о булып, алыҫ Себер шарттарында йәшәргә мәжбүр булғандарҙы ң
       күбеһе хәҙер был донъяла юҡ инде. Әммә был михнәтте сабый с аҡтарынан үҙ иңдәрендә татыған сәйәси золом ҡорбандарыныңбал алары атайҙарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. БР Сәйәси золом
       ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, мәғариф ветераны, БР - ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Маһинур Үтәбаева ла улар рәтендә. -- Сәйәси золом тулҡыны беҙҙең ғаиләгә лә ҡағылды. Беренсе д онъя һалдаты булған атайым Мөхлис хәлфәне лә ауылдан һөрәләр . Ул әсәйем менән алты балаһын да( иң бәләкәйе -- миңә бер й әш була) алып китә. Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһында йә шәнек. Башҡортостанға мин етенсе синыфты бөткәс ҡайттым. Ирк утскиҙа мәктәптә уҡығанда Башҡортостанды бер нисек тә күҙ ал дыма килтерә алмай инем. Атайыма килгәндә, дөрөҫлөк барыбер аҡланды. Ауылдаштары әле лә уның исемен ҡәҙерләп һаҡлай. 200 0 йылда Баймаҡ районының Буранбай ауылында асылған мәктәпкә Мөхлис мулланың исеме бирелде,-- һөйләй ул бөгөн.
       Сәйәси золом ҡорбандарының бөгөнгө көндә ниндәй ташламалар
       менән ҡулланыуы тураһында һүҙ йөрөтһәк, улар тимер юлында б ушлай йылына бер мәртәбә, ҡала транспортында бушлай йөрөү х оҡуғына эйә, коммуналь түләүҙә һәр ғаилә ағзаһына 50 процент
       ташлама бар. Дарыуҙар ярты хаҡҡа бирелә. Торлаҡ алыуҙа, сан аторийҙарға путевка бүлгәндә тәүгеләрҙән булып улар алырға т ейеш.

Александр Шутов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал