6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Яңы миҙгелгә әҙерлек ҡыҙыу бара
31.08.05


       Театралдар, әҙерләнегеҙ! Яңы миҙгел асылыуға ваҡыт бик
       аҙ ҡалып бара. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акаде мия драма театры уны
       16 сентябрҙә асырға ниәтләй.
       "Академиктар" журналистар менән осрашыу ваҡытында 86 - сы
       миҙгел бай буласаҡ тип ышандырҙы.
       Башҡорт шағиры һәм драматургы Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 12 5 йыл тулыуы айҡанлы, уның билдәле "Ҡыҙыл Йондоҙ" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль күрһәтеүгә әҙерләнә. Уны ҡуйыу менән театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшахманов шөғөлләнә.
       - Пьесаның идеологик йүнәлеше бөгөнгө көн талаптарына яуа п бирмәй, - тине ойоштороу комитетының июль айында үткән ултырышында БР мәҙәниәт
       һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Зинфира Әбделмәнова, - әммә
       Мәжит Ғафуриҙың драматургия мираҫын да иғтибарһыҙ ҡалдырырғ а ярамай. Шуға күрә пьесаны бер аҙ үҙгәртергә тура киләсәк, бының менән әлеге ваҡытта билдәле драматург Наил Ғәйетбаев мәшғүл.
       Айраттың коллегаһы Рөстәм Хәкимовҡа ла эш етерлек. "Ҡыҙыл
       йондоҙ" һәм "Ҡара йөҙҙәр" пьесаһынан өҙөктәр буйынса ул теа трлаштырылған тамаша
       ойоштора, ул 30 сентябрь көнө юбилей тантанаһында күрһәтеле сәк.
       Юбилей концертында республиканың барлыҡ алдынғы театр - т амаша
       ойошмалары ла ҡатнашасаҡ. Байрамға килеүселәр иғтибарына Ба шҡорт
       дәүләт опера һәм балет театры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дә үләт бейеү
       ансамбле һ. б. сығыштар тәҡдим ителә.
       "Ҡыҙыл йондоҙҙан" тыш яңы миҙгелдә тамашасылар тағы өс пр емьера - Рөстәм Хәкимовтың "Зәки Вәлиди", "Мажаралы туй" спектакле һә м Айрат
       Әбүшахманов ҡуйыуында "Ҡоҙаса" комедияһын ҡарай аласаҡ. Муз ыкаль комедия тураһындағы идея "академиктарҙа" халыҡҡа һорау менән
       мөрәжәғәт иткәндән һуң барлыҡҡа килде, өфөлөләрҙең күпселег е театрға тамашасыларҙы көлдөрөп алырға ла ваҡыттыр, моғайын, тигән фе кер белдерҙе.
       16 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акаде мия драма
       театры яңы миҙгелде Илдар Ғиләжев ҡуйыуында "Нәркәс" спекта кле менән
       асасаҡ. Спектакль башланғанға тиклем театр майҙанында, йола
       буйынса, театр артистары ҡатнашлығында концерт ойошторола.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал