6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һаҡмарҙың күк таҫмаһы
31.08.05


       Һаҡмар - Башҡорт Урал аръяғының төп йылғаһы. Ул үҙенең б ашын Әбйәлил районының Уралтау итәгенән ала. Республиканың д үрт районы буйлап аға. Йылғаның дөйөм оҙонлоғо - 798 километр. Сағыштырыу өсөн: Ағи ҙелдең оҙонлоғо - 1430 километр. Башҡортостан буйлап Һаҡмар 348 кил ометр бара, уға сылтырап аҡҡан таҙа һыулы тиҫтәләп йылға ҡушыла. Уларҙың
       ҡайһы берҙәрендә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән Европа бәрҙеһе әле лә ү рсей. Һаҡмар - башын шулай уҡ Урал аръяғынан алған Урал йыл ғаһының төп
       ҡушылмаһы тип әйтергә була. Урал йылғаһында күп тапҡырҙар б улырға тура килгәне бар. Уның матур урындары бик күп, әлбиттә, шулай ҙа Һаҡмар күңелгә яҡыныраҡ: ул миңә алыҫ Дон буйҙарында үткән бала сағ ымды
       хәтерләтә.
       Ни өсөндөр Урал аръяғында бер кем дә Һаҡмарҙың башланғысы н эҙләп маташмай. Урындағы халыҡ уның ҡайҙалығын беләлер, әлбиттә, ә ммә ҙур масштабтағы карталарҙа ул йә Уралтау итәгенән һул яҡта, йә у ңда күрһәтелә. Айырма - бер нисә саҡрым тәшкил итә. Шулай ҙа
       үткән йылда журналистарҙың "Һаҡмарҙың таҙалығы өсөн" тип ис емләнгән төбәк - ара экологик экспедицияһында ҡатнашыусылар йылғаның башын эҙләп тапты. Ул
       Әбйәлил районының Әхмәт тигән ауылынан алыҫ түгел. Хәҙер унда, ауылд ан ете - һигеҙ саҡрым арала, бәләкәй генә инеш янында һәр кемде изге теләк тәр яҙылған
       бетон стела ҡаршы ала. Иҫәпләүҙәр буйынса, Һаҡмарҙың ярынд а, уның Ырымбур эргәһендәге Урал йылғаһына ҡойған урынына тиклемге а рала 500 - ләп ауыл урынлашҡан. Тик был һанға артыҡ иҫегеҙ китмәһ ен. Беҙҙә, Урал аръяғында, Һаҡмар башлыса кеше аяғы баҫмаған
       тау һәм урман зонаһынан аға. Йылайыр районында Һаҡмар йылғаһына балыҡҡа барғанда миңә хатта
       ике тапҡыр аҙашып та йөрөргә тура килде.
       Йылға бик күп ваҡиғаларға шаһит. Уның һыуы менән бергә кү пме ваҡыт аҡҡан! Бында, Көньяҡ Уралда, Рәсәйҙән Һиндостанға тәүге кара уан юлы үткән. 1773 - 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытынд а бында Салауат Юлаев
       менән Емельян Пугачев осрашҡан. Ошо турала мәғлүмәт йыйыр ө сөн бында Александр Пушкин үҙе килгән. Тарихтың һуңғы биттәрендә лә Кө ньяҡ Урал, Башҡорт Урал аръяғы, Башҡорт Урал аръяғы һәм Һаҡмарға бәйле
       мауыҡтырғыс ваҡиғалар һаҡлана. Билдәле булыуынса, Баймаҡ ра йонының Темәс ауылы - Башҡорт Совет республикаһының тәүге баш ҡалаһ ы. Ул Һаҡмарҙың уң һәм һул яҡ ярҙарында иркенләп урынлашҡан. Һуңғы
       ике тиҫтә
       йыл эсендә ул күҙгә күренеп үҙгәрҙе, төҙөкләнде - урамдарҙа
       асфальт ялтырап ята, йорттарға газ үткәрелгән. Ауыл эргәһендә йылға ҙур боролош яһай. Ял ваҡытында экзотика эҙләп сит илдәргә юлланыусыларҙы
       аңламайым мин.
       Темәстә ғәҙәти эш көнө ине, беҙҙең сәғәт ярым тирәһе буш ваҡытыбыҙ бар. Көн эҫе. Зәңгәр күкте иңләп бөҙрә болоттар йө ҙә. Бетон күпер аша Һаҡмарҙы үтәбеҙ, уның эргәһендә ун йәштә р тирәһендәге ҡыҙсыҡ ялҡау ғына көйшәгән һыйыр көтөүен күҙәт ә. Беҙ ферма артына, ҡайынлыҡ яғына йүнәлдек. Төп
       юлдан ярты километр ҙа үтмәнек, мин яланаяҡлы бала сағыма ҡ айтҡандай булдым. Тынлыҡ. Ҡайҙандыр эре иңкеш килеп фотоаппарат объект ивына ултырғас, мин хатта тертләп киттем. Әммә уны фотоға төшөрөрг ә өлгөрҙөм.
       Ауыл яғынан яр буйлап кемдер йылғаға төштө. Яурынына көйә нтә һалған. Һыу алырға килгәнме Ун дүрт - ун биш йәштәр самаһындағы ҡыҙ
       күнәктәрен
       ергә ҡуйҙы. Аңлашылды - кер сайырға килгән икән. Йылға һыуы
       уға ниндәйҙер үҙенсәлекле еҫ бирә тиҙәр. Ҡыҙ керен һелккәнд ә һыу тамсылары йәйғор булып тарала.
       Һаҡмар буйында бер сәғәт һиҙелмәй ҙә үтте. Тау башына, ма шина янына ҡайындар араһынан үткән һуҡмаҡ буйлап мендек. Һалҡынса һыулы
       һаҡмарҙың күк таҫмаһы беҙҙе күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡалды.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал