6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Бергә ноль
31.08.05


       Икенсе лиганың башҡорт футбол клубтары үҙҙәренең "коп илкаһына" тағы өсәр мәрәй һалды. "Содовик" һәм "Нефтяник" үҙ ҙәренә ҡаршы уйнаусы
       командаларҙы бергә ноль иҫәбе менән еңде.
       Үҙ стеналарында уйнағанда "Содовик" үҙенән көсһөҙөрәк ком андаларҙы йыш ҡына хоккей уйынындағы кеүек - 5 : 1 йәки 7 : 0 менән дә
       еңә. Әммә
       һуңғы матчта Игнатенконың көйлө машинаһы бер аҙ боҙолоп алд ы, уйын ярайһы уҡ ҡатмарлы булды һәм хужаларҙың минималь еңеүе менән тамамланды - 1 : 0. Берҙән - бер голды тайм уртаһында Передн я индерҙе. Бер генә гол - аҙыраҡ түгелме Әллә Стәрлетамаҡ к омандаһының артҡа тәгәрәй
       башлауы ошомо"БАШвестЪ" хәбәрсеһенең был һорауына "Содовик тың" баш тренеры Александр Игнатенко яуап бирә.
       - Командала бер ниндәй ҙә түбәнгә тәгәрәү юҡ. Проблема фу тболсыларҙың башындалыр тип уйлайым - бик үк көслө булмаған командаға ҡаршы үҙҙәрен көйләй алманылар. Бынан тыш тәрбиәләнеүселәрем һуңғы матчтар ҙа бер аҙ арыны. Көйәрмәндәрҙең ҙур иҫәпкә өйрәнеүен аңлайым, әлбиттә,
       әммә һәр ваҡыт барыһын да тар - мар итеп тә булмай бит. 1 : 0 - ул өс
       мәрәй. Мин ҡәнәғәт. Артабанғы осрашыуҙарҙа "Содовик" яҡшыраҡ сығыш яһая саҡ.
       "Нефтяниктың" "Волгаға" ҡаршы матчы ла голдарға бай булма ны. Беренсе таймда өфөлөләр хужа булараҡ ышаныслыраҡ күренде. Хәйҙәров
       тәрбиәләнеүселәренең өҫтөнлөгө уларҙың тиҙлегендә булһа кәр әк. Нәҡ тиҙ комбинациянан һуң һаҡсы Альберт Лоҡманов гол индереүгә өлгәш те, 1 : 0. Артабан матчта көрәш етерлек булды, әммә тамашасыларға башҡа
       гол индереүҙәрен күреү бәхете теймәне. Ҡунаҡтар был осрашыуҙа ик е төп һөжүм итеүсе һәм бер һаҡсыларынан мәхрүм ине - Удодов,
       Георгиев һәм Пименов
       дисквалификацияла. Был "Волганың" көсөн күпкә кәметте, әлби ттә. Осрашыу тамамланыуға биш минут ҡалғас, "Нефтяник" ҡапҡа һына пенальти
       тәғәйенләнде, әммә Өфө голкиперы Водопьянов Владимировтың т убын кире ҡаға алды.
       "Нефтяниктың" баш тренеры Виктор Хәйҙәров матч тураһында r       - Был уйын алты мәрәй өсөн булды. Мин баштан уҡ ҡунаҡтарҙ ың һөжүм итеүселәре юҡлығын белдем. Әммә, икенсе яҡтан, уйынсылар был
       турала белһә, теҙгендәр бушай. Ҡыуанысҡа ҡаршы, барыһы ла яҡшы әҙер ләнгән ине. Тамашасылар ҡарамағына уйын бәлки бик үк мауыҡты рғыс та булмағандыр, , әммә һөҙөмтә һөҙөмтә инде. Стратегия бер - нисек тә мәрәй
       йыйырға.
       - Ҡапҡа һаҡсыларығыҙ тураһында нимә әйтерһегеҙ
       - Водопьянов тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ул үҙ эшене ң оҫтаһы. Хәтерләһәгеҙ, Әлмәттә ул өс пенальтины кире ҡаҡты.
       "Содовик" тураһында һөйләгәндә, барыһы ла ябай - йәки һин
       турнир таблицаһы башында бер үҙең һәм беренсе лигаға сығаһың, йә иһ ә һин бары
       тик ноль. Миҙгел аҙағына яҡынлаша - һуңғы 13 осрашыуҙа Игна тенконың тәрбиәләнеүселәре мотлаҡ үҙҙәренә беренсе лигала урын тәьмин
       итәсәк,
       бының өсөн биш мәрәйҙе юғалтмаҫҡа кәрәк. Йәғни "Содовик" бе р тапҡыр еңелә һәм бер тапҡыр тигеҙ иҫәпкә уйнай ала тигән һүҙ. Икенс е һүҙҙәр менән әйтһәк, стәрлетамаҡтарға беренсе лигаға тикл ем 12 еңеү ҡалды.
       "Нефтяник" командаһына килгәндә, бында бурыстар һиҙелмәй,
       улар юҡ тип әйтергә лә була. Әгәр коллектив, йомшаҡ итеп әй ткәндә, бик үк юғары булмаған лигала уйнай һәм был лигананан сығырға тырышмай икә н, ниндәй бурыстар тураһында һүҙ йөрөтөргә була һуң Бындай коллективт ың мәғәнәһе нимәлә "Нефтяниктың" айырым уйындарын күҙәтеүе ни тиклем генә мауыҡтырғыс булмаһын һәм көйәрмәндәр үҙ командаһын "юғары" б ишенсе
       йәки дүртенсе урында күреп ҡыуанмаһын, юғары ҡаҙаныштарға ө лгәшмәгән команданың ҡалабыҙҙа бер кемгә лә кәрәкмәгәне аңлашыла. Өфө стадионына халыҡтың аҙ йөрөүе лә быға дәлил. Етди команда ту раһында уйлай башларға ваҡыт түгелме, дуҫтар

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал