6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Степанов - тиҙлек буйынса беренсе
31.08.05


       Йәш спортсы - ҡаяға үрмәләүсе Александр Степанов Пекинда үткән йәштәр беренселегендә "тиҙлек" буйынса көтмәгәндә алты н миҙал яуланы. Был һөҙөмтәне ни өсөн "көтөлмәгән"тип атайбыҙ, сөнки Сашаның баш ҡа дисциплиналарҙан үҙен көслөрәк күрһәтә ине - ул да булһа, "а уырлыҡ" һәм "боулдеринг". Бындай уңыш фонында Башҡортостандың тағы ике й әш спортсыһы - Евгений Вайцеховскийҙың (Өфө) "алтыны" һәм Эдуар д Исмәғилевтың (Мәләүез) "бронзаһы" ла нисектер юғалып алғанда й тойолдо.
       Степанов йәштәр араһындағы ярыштарҙа бер юлы ике дисципли на - үҙенең өйрәнелгән "ауырлыҡ" һәм шулай уҡ "тиҙлек" буйынса кө рәшкә сыҡты.Яратҡан төрөндә Саша еңеүгә өлгәшә алманы - ни б ары 15 - се урын яуланы. Ә бына Өфө спортсылары дан тотҡан " тиҙлектә" Степанов иң беренсе булды. "Алтын" ҡулға үҙе килеп эләкмәгәне аңлашыла, уның артынан би к тиҙ итеп ҡаяға үрмәләргә кәрәк. "БАШвестЪ" гәзитенә геройҙың атаһы, ҡ аяға үрмәләү буйынса тренер Сергей Степанов түбәндәгеләрҙе һ өйләне:
       - Ҡатыным менән беҙ миҙалға өмөтләндек, әлбиттә, әммә уны ң еңеүе - ғәжәп хәл. Өҫтәүенә "тиҙлек" буйынса, был төрҙә ул бары тик физик үҫеш өсөн генә шөғөлләнә.
       2005 йылда өлкәндәр араһында тиҙлек буйынса беренсе урын яулаусы
       Евгений Вайцеховский та үҙенең мөмкинселеген ҡулдан ысҡынды рманы, Людмила Степанованың тәрбиәләнеүсеһе - донъя чемпионы!
       Мәләүез егете Эдуард Исмәғилев бер аҙ уңманы - ярымфиналд а ул нәҡ Вайцеховскийға тура килде һәм биреште. Фортуна бер аҙ ғына ы ңғайыраҡ булһа, Эдуард финалға етеп "көмөшкә" лә дәғүә итә ала ине.
       Пекинда үткән донъя форумында 30 илдән килгән өс йөҙҙән а шыу ҡаяға үрмәләүсе ҡатнашты. Рәсәйҙән был ярыштарға 32 спортсы килде,
       уларҙың дүртеһе - Башҡортостандан. Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм алғ анда 12 миҙал яуланы.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал