6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Алексей Ковалев: бала саҡта минең йөрәк тә шәптән түгел ине
29.08.05


       Ялланған шәхси самолетҡа үҙе идара итеүсе хоккей йондоҙо
       Алексей Ковалев Өфөгә килеп китте. Беҙҙең ҡалала ул "Салау ат Юлаев" хоккей мәктәбендә
       тәрбиәләнеүселәр өсөн мастер - класс күрһәтте, көйәрмәндәр менән аралашты, матбуғат вәкилдәре менән осрашты. Сәфәр "Ерҙең барлыҡ балаларына" шәхси акцияһы сиктәрендә уҙҙы, уның маҡс аты - йөрәк
       сирле бәләкәй рәсәйлеләрҙең проблемаларына иғтибар йәлеп ит еү.
       Өфөгә тиклем Ковалев Тверь, Электросталь, Воскресенск ҡал аларында булды. Ә егерме беренсе августтан Тольятти - Өфө - Силәбе - Магнитогорск - Санкт - Петербург - Мәскәү маршруты буйынса юлға сыҡты. Һәр ҡалала ул
       буласаҡ хоккейсылар өсөн мастер - класс күрһәтә. "БАШвестЪ"
       гәзите
       хәбәрсеһенә лә Рәсәй йыйылма командаһы капитанының мастер - кластарында булырға тура килде. Йәш өфөлөләр боҙға 27 һаны һ әм Ковалев фамилияһы яҙылған свитерҙарҙа сыҡты. Журналистарға хәбәр ит еүҙәренсә,
       бындай свитер мастер - класта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла
       бүләк ителә. Боҙ өҫтөндә башта Ковалев "Салауат Юлаев" мә ктәбе тәрбиәләнеүселәренә күнекмәләрҙең асылын төшөндөрҙө, а ртабан үҙенең әйткәндәрен радиомикрофон аша ата - әсәләргә ҡабатланы. Егеттәрҙең ҡушыл ғанды нисек үтәүен күҙәтте, кәңәштәр бирҙе.
       Күнекмәләр тамамланғандан һуң да Ковалев буласаҡ хоккейсы ларҙан айырыла алманы, аңлатыу эштәре дауам итте.
       Өфөлә булған ваҡытында Ковалев ике тапҡыр хоккей яратыусы ларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, беренсе тапҡыр - көйәрмәндәр менән о срашҡанда, икенсе тапҡыр - матбуғат конференцияһында. Әйтергә кәрәк, Ал ексей үҙе лә
       бүләкһеҙ ҡалманы, уға башҡорттарҙың милли баш кейеме бүләк ителде, милли аш - сәксәк менән бик теләп һыйланды йондоҙ.
       Һеҙҙең иғтибарға уның менән һөйләшеүҙән алынған өҙөктәрҙе
       тәҡдим
       итәбеҙ.
       Йөрәк ауырыуҙары менән яфаланыусы балаларға ярҙам итеү ту раһында:
       - Беҙ Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе, йөрәгенә операция яһаты уға мохтаж балаларға ярҙам итәбеҙ. Минән тыш был эштә Сергей Немчинов һәм уның ҡатыны, Александр Могильный әүҙем ҡатнаша. Башҡа егеттәрҙән дә йыябыҙ,
       кемдер ун мең доллар бирә, кемдер - йөҙ, кемдер - мең, кемд ер - тағы ла күберәк.
       Барыһына ла ярҙам итеп булмағанын аңлайым, әлбиттә. Беҙгә
       бөтә
       Рәсәйҙән хаттар килә, йөрәк сирле балаларҙың фотоларын ебәр әләр. Уларҙың күптәре хоккей уйнарға теләр ине, тик булдыра алмайҙ ар. Мин үҙемде уратып алыусы кешеләрҙең бәхетле булыуын теләйем, шул
       ваҡытта мин үҙем дә бәхетле. Мастер - кластар өсөн аҡса алмайым, бағ ыусылар буйлап та йөрөмәйем. Бына минең Рәсәй буйынса осоштарым тура һында фильм төшөрһәк, DVD сығасаҡ. Бынан тыш китап яҙам, ул да баҫ ылып сығасаҡ. Фитнес мәктәбем тураһында DVD сығырға тейеш -
       тағы бер нисә балаға
       ярҙам итерлек аҡса буласаҡ. Беҙҙең акция - эштең башы ғына.
       Балаларға медикаменттар йәһәтенән ярҙам итергә тырышабыҙ.
       Яҡын арала өс йәки дүрт баланы океан артына оҙатасаҡбыҙ - у ларға операция яһаясаҡтар. Киләһе йыл мин самолетта Рәсәй, Е вропа һәм Төнъяҡ Американың 35 ҡалаһы аша осоп үтергә ниәтлә йем. Башҡа пландар ҙа етерлек һәм мин уларҙы
       тормошҡа ашырырға тырышам.
       Хоккейсыға самолеттар, саксофон, гольф, дайвинг һ. б. ним әгә кәрәк:
       - Миңә хоккейҙан, нервы көсөргәнешлегенән нисек тә арынып
       алырға кәрәк. Күк йөҙөн, болоттарҙы яратам. Гольф менән шөғ өлләнәм, Мәскәүҙә турнир ойошторорға планлаштырам, унда Марио Лемье һәм Марк Мессье к еүек хоккей йондоҙҙарын саҡырасаҡмын. Яратҡан шөғөлдәрем мине төп
       шөғөл -
       хоккейҙан бер аҙға арындыра. Шулай итеп мин психологик ял а лам.
       Уңышҡа нисек өлгәшеү тураһында:
       - Нимә теләгәнеңде аңларға һәм тырышырға кәрәк - шул саҡт а барыһы ла тормошҡа ашасаҡ. Мин ғүмерем буйына шулай эшләйем - башҡала р минән ике - өс йәшкә ҙур булған йәштәр командаһында ла иң яҡшыһы б улырға
       тырыша инем. Әйткәндәй, бала саҡта минең дә йөрәк шәптән бу лманы - врач аҙнаһына бер тапҡыр еңелсә генә шыуыуҙан артыҡ китә алмаясаҡһың тигәйне. Күреп тораһығыҙ, ауырыуҙы еңеүгә ө лгәштем.
       Өфө хоккейының иң сағыу тәрбиәләнеүсеһе, ике тапҡыр Олимп ия уйындары чемпионы Игорь Кравчук тураһында:
       - Уның тәжрибәһе бик бай, бына тигән шәп һаҡсы. Беҙгә йәш тәргә үҙенең күпте өйрәтте. Кравчук - лидер. "Алтын" Олимпиадала ул беҙгә
       бик ныҡ ярҙам итте - һуңғы голды индерҙе. Уның үҙ тыуған яғ ы - Өфөнө онотмауы маҡтауға
       лайыҡ. Мин тағы бер Өфө хоккейсыһын беләм - Сергей Свержов.
       Ул шайбаны әҙерлекһеҙ шәп ташлауы менән билдәле. Мин был ал ымды нәҡ унан өйрәндем. Ғөмүмән, Өфөлә хоккей мәктәбе яҡшы. Йәш уйынсыларығыҙ миңә оҡшаны.
       Рәсәй йыйылма командаһы һәм Туриндағы олимпиада тураһында :
       - Беҙ еңергә тейеш. Быйыл донъя чемпионатында яҡшы ғына с ығыш яһаныҡ, әммә судьяларҙың намыҫһыҙлығы арҡаһында Канада командаһына ҡаршы ярышта еңелдек.
       Үҙ командаһы - "Монреаль Канадиенс" тураһында:
       "Монреаль" командаһының составы бик көслө. Беҙ Стэнли Куб огын яулай алабыҙ - был бик мөмкин, тип һанайым.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал