6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Белем көнө милиция һағы аҫтында үтәсәк
29.08.05


       Мәктәптәр уҡыусы балалар менән осрашыуға әҙерме Бере нсе сентябрь алдынан белем биреү учреждениелары айырыуса ент екле тикшерелә: Беслан фажиғәһе балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеген дә бик ныҡ шикләнергә мәжбүр итте.
       Үткән йылдағы ҡот осҡос хәл ҡабатланмаһын өсөн милиция хе ҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса махсус пландар төҙөй. Беле м көнөндә барлыҡ мәғариф учреждениелары һәм уға яҡын территорияла милиционерҙарҙан тыш хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендә эшләүсе йәмәғә т ойошмалары, шулай уҡ шәхси һаҡ предприятиелары һәм хәүефһеҙл ек хеҙмәтендә эшләүселәр һаҡта торасаҡ. Мәктәптәргә илткән юлда рға ла
       өҫтәмә патруль ҡуйыла.
       Әлеге ваҡытта белем биреү учреждениелары һәм уларҙың эргә һендә махсус техник средстволар һәм өйрәтелгән эттәр ярҙамын да тикшереү алып барыла. Ә беренсе сентябрь алдынан, Рәсәй Э ске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев ҡушыуы буйынса, барлыҡ мәктәптәр, колледж, вуздар һәм башҡа белем биреү учреждениелары саперҙар тарафынан тикшереләсәк. Төҙөлөш майҙандары һәм эшселәр контингенты ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
       Бөгөнгө көнгә янғын күҙәтеүе инспекторҙары республиканың
       3197
       мәктәбе һәм интернатын тикшерҙе. "БАШвестЪ" гәзитенә ғәҙәтт ән тыш ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәл бик
       ҡыуаныслынан түгел. Ике мең ярым мәктәптә автоматик янғын
       сигнализацияһы юҡ, 1255 - ендә ағас конструкциялар уттан һа ҡлаусы махсус состав менән эшкәртелмәгән, 983 мәктәптә халыҡты янғын тураһ ында
       иҫкәртеү системаһы ҡуйылмаған, 377 мәктәптә электр менән тә ьмин итеүҙә хәүефһеҙлек техникаһын боҙоу осраҡтары күҙәтелә, 341 мәктәпт ә янғын һүндереү средстволары тулыһынса түгел...
       Мәктәптәр етәкселегенә тиҙ арала барлыҡ етешһеҙлектәрҙе л ә бөтөрөргә ҡушылған. Компьютер кластары һәм хужалыҡ блоктарынан тыш баш ҡа тәҙрәләрҙән тимер рәшәткәләр алынасаҡ.
       - Белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлек мөйөштәре яңы ртыла, ҡайһы берҙәрендә яңы саҡ барлыҡҡа килә, - тип һөйләй БР Эске
       эштәр министрлығының балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек началь нигы
       вазифаһын башҡарыусы Олег Санников. - Унда шикле әйберҙәргә , хужаһыҙ
       автотранспортҡа тап булғанда үҙеңде нисек тоторға өйрәтелә . Стендтарҙа теракт әҙерләнеүе тураһында ялған хәбәр һәм кеҫә телефоны ур лаған өсөн яуаплылыҡ тураһында мәғлүмәт булырға тейеш - һуңғы ваҡытта й әштәр
       араһында был ике күренеш тә киң таралыш алды.
       - Рәсәйҙә 20 августан 20 сентябргә тиклем белем биреү учр еждениеларында үткәрелгән хәүефһеҙлек айлығы сиктәрендә янғы н хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеү, хеҙмәткәрҙәр һәм уҡыусыл арҙы тиҙ арала эвакуациялау буйынса күнекмәләр үткәреү, "Янғ ын" сигналы булған осраҡта хәрәкәт тәртибен өйрәнеү мотлаҡ, - тип хәбәр иттеләр беҙгә матбуғат хеҙмәтенән.
       Әгәр һеҙ ниндәйҙер акция үткәрергә йыйыныуҙары йәки енәйәт сел пландар ҡоролоуы тураһында мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, был турала 73 - 19 - 72, 79 - 40 - 76 йәки 37 - 14 - 92 телефонд ары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал