6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Башҡортостан ҡышты ҡаршыларға әҙер
29.08.05


       Әлеге ваҡытта ҡышҡа әҙерлек буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренсе урында тора. Был ту рала Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә әйтелде. Әммә айырым п роблемалар һаҡлана, республика масштабында үткән селектор кәңәшмәһендә һүҙ ошо турала барҙы . Ул Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры
       Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендә уҙҙы.
       БР торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры Гемань Әсәҙуллин д өйөм алғанда республиканың торлаҡ - коммуналь хужалыҡ объект тары ҡышҡы шарттарға 80 процент әҙер тип белдерҙе. Был дәрәж әләге әҙерлек йорттарға, ҡаҙанлыҡтарға, йылылыҡ селтәрҙәренә, үҙәк йылытыу пункттарын а ҡағыла.
       Һыу үткәреү селтәрҙәренең әҙерлеге 90 процент, яғыулыҡ зап асы шулай уҡ 90 процент тәшкил итә.
       Йәй осоронда ремонт - тергеҙеү эштәре, төп фондтарҙы реко нструкциялау һәм яңыртыуға байтаҡ аҡса тотонолған. Август уртаһына бер ми ллиард 158
       миллион һум үҙләштерелгән.
       Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ объекттарын төҙөү һәм реконстр укциялау республиканың 19 ҡалаһы, 18 районы һәм ике ҡасабаһында дауам
       итә.
       Бюджет учреждениелары ла ҡышҡа әүҙем әҙерлек эштәре алып бара. Республика мәктәптәренең 92 проценты, мәктәпкәсә балалар учреждениеларының 97 проценты, дауалау учреждениеларының 80 проценттан ашыуы тармаҡ министрлыҡтары алдында ҡышҡа әҙер бу лыуҙарын хәбәр итте. Гемань Әсәҙуллиндың сығышынан һуң Премь ер - министр селектор буйынса ҡайһы бер район вәкилдәре менән элемтәгә инде һәм үҙенең һәр
       йәһәттән хәбәрҙар булыуын күрһәтте, конкрет һорауҙар биреп, уларға ко нкрет яуап талап итте. Мәҫәлән, Ғафури районы менән һөйләшеү барышында ул Красноусол быяла заводы тураһында һорауҙы күтәрҙе. Предприят ие бурысы ҙур булыу сәбәпле эшләмәй, ә ҡаҙанлыҡ ун йортто йылытырға те йеш. Һөҙөмтәлә уларҙың яҙмышы әлегә билдәһеҙ ҡала. Хәйбулла район ында иҫке
       ҡаҙандарҙы алмаштырыу тамамланмаған, әммә хакимиәт вәкилдәр е Рафаэль Ибраһим улына 15 сентябргә барыһы ла әҙер буласаҡ,
       тип ышандырҙы.
       - Ҡышҡа әҙерлек эштәре тамамланыуға ваҡыт аҙ ҡала, - тине
       кәңәшмәне тамамлап Рафаэль Байдәүләтов, - 15 сентябргә беҙ халыҡты, мә ктәптәрҙе,
       балалар баҡсаларын йылы менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Билд әләнгән ваҡытҡа барыһы ла әҙер булырға тейеш, шуға күрә хәлде көн һа йын контролдә тотоу мотлаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал