6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Белем көнө күпме тора
29.08.05


       Баланы мәктәпкә кейендереү кеҫәне һиҙелерлек йоҡарта. Ҡу стым менән
       Өфө баҙарҙарының береһендә мин үҙем дә быға инандым. Быйыл ул унынсы синыфҡа бара.
       Баҙарҙан арзаныраҡ кейем һайларбыҙ тип уйлағайныҡ, әммә т әүге әйберҙе һатып алғандан һуң уҡ магазин менән баҙар хаҡта ры араһында айырманың артыҡ ҙур булмауы аңлашылды. Бөгөн модала булған "француз" к еҫәле салбарҙы 470 һумға һатып алдыҡ, ике күлдәк - 250 һәм 350 һу м, спорт салбары - 500, футболка - 250, кеды - 200, кроссовкалар - 80 0 һум. Дөйөмләп һанағанда - 2890 һумлыҡ кейем - һалым алдыҡ . Артабан ҡустым көндәлеге булмауын хәтеренә төшөрҙө, уны беҙ 45 һумға алдыҡ ( арзаныра ғы ла бар ине, әлбиттә, йомшаҡ тышлыһы - 15 һум, әммә отличн ик өсөн яҡшырағын алғы
       килде). Һуңынан дәфтәрҙәр ( һәр береһе 15 һум), линейка һ. б. Һөҙөмтәлә тағы 300 һум кеҫәнән сығып осто. Ә беҙ бит әле алмаш аяҡ кей еме, портфель алманыҡ - былтырғыһы ла ярап торорлоҡ, - башҡа
       ваҡ - төйәкте лә "һуңынанға" ҡадырҙыҡ.
       - Магазинға бер тапҡыр ғына барыу етмәй беҙгә, - тип һөйл әй беренсе
       синыфҡа барыусы Женяның әсәһе. - Костюм, күлдәк, галстук, с порт костюмы, ботинка, кеды - быларҙы беҙ үткән шәмбе алдыҡ.
       4000 һумға төштө. Бөгөн, күрәһегеҙ, канцеляр тауарҙары артынан килдек.
       Мәктәп кәрәк - яраҡтары уларға күпмегә төшә һуң Ҡарап ҡа райыҡ:
       - дәфтәрҙәр - 1,5 һум
       - дәфтәр өсөн тыш - 50 тиндән 1,5 һумға тиклем,
       - китаптар өсөн тыш - 2 һумдан 10 һумға тиклем,
       - төҫлө картон - 12 - 30 һум,
       - альбом - 4 - 7 һум,
       - төҫлө ҡәләмдәр - 10 - 108 һум,
       - фломастерҙар - 7 - 100 һум,
       - төҫлө ҡағыҙҙар - 5 - 14 һум,
       - пенал - 7 - 350 һум,
       - пластилин - 8 - 45 һум,
       - ҡайсы - 51 һум.
       Исемлек бының менән генә тамамланмай әле. Һәм әгәр ҙә Жен я матурыраҡ дәфтәрҙәр һәм ҡиммәтлерәк пенал һораһа, әсәһенә тағы 500 һумды сығарып һалырға тура киләсәк. Әле сумка алынм аған. Уның иң арзаны, әйтәйек, "Башҡортостан" сауҙа йортонда 102 һум 50 тин тора. Ҡиммәтле Греция йәки Австрияла эшләнгән сумкалар - 2030 (!) һум. Уларҙың үҙенсәле ге нимәлә Баҡһаң, ҡиммәтле сумкалар баланың арҡаһы төҙ булыуына булышл ыҡ итә икән.
       Канцеляр тауарҙарға килгәндә, белгестәр бында арзан әйбер ҙәр артынан ҡыумаҫҡа кәңәш итә. Сөнки улар тиҙ боҙолоуҙан тыш баланың сә ләмәтлегенә зыян килтереүе лә ихтимал.
       Беренсе сентябрь байрамына тағы нимә кәрәк Сәскәләр гөлл әмәһе, әлбиттә. Бөгөн Үҙәк баҙарҙа үҙебеҙҙә үҫкән розалар гөлләмәһе
       150 һумдан һәм юғарыраҡ, голланд розалары - 200 һумдан алып, гладиолуст ар - йөҙҙән,
       хризантемалар - 170 һумдан һәм юғарыраҡ. Беренсе сентябргә тиклем уларҙың ҡыйбатланыуы шик тыуҙырмай.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал