6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ватанын, намыҫын, шиғырҙарын һайлай...
29.08.05


       Муса Йәлилдең шиғырҙары планетаның төрлө телдәрендә яң ғырай.
       "Муса Йәлилде үҫтергән татар милләтенә рәхмәтлебеҙ, - тип
       яҙа Мостай Кәрим. - Ул үҙенең барлыҡ рухи ҡиммәттәрен улының йөрәгенә һ алған. Һәм ул был ҡиммәттәрҙе юғалтмаған. Муса Йәлил - татар
       халҡының ғорурлығы. Тап
       ошондай шәхестәр үҙ милләтен данлай, уларға ҡарап башҡалар халыҡтың аҡылы һәм йөрәге тураһында фекер йөрөтә".
       ... Ырымбурҙың сикһеҙ далаларында Мостафа тип исемләнгән ҙур булмаған татар ауылы бар. 1906 йылдың 15 февралендә ошо ауылда крәҫтиән Мостафа Йәлиловтың ғаиләһендә буласаҡ шағир Муса Йәлил алтынсы бала булып донъяға килә. Бала сағы тыуған ауылында үтә. Муса бәләкәй са ҡтан уҡырға ярата. Айырыуса уға Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙары, Мәжит Ғафур иҙың хикәйә һәм повестары оҡшай.
       1913 йылда Йәлиловтар ғаиләһе Ырымбурға күсә.
       Граждандар һуғышы уның биографияһына яңы биттәр өҫтәй. 19 19 йылдың яҙында Муса урта мәктәпкә уҡырға инә. Ырымбур фронт тормошо менән йәшәй, Дутов бандиттары ҡамауында ҡала.
       Төркөстан фронтының хәрби органы "Ҡыҙыл Йондоҙ" гәзите бу ла. 13 йәшлек Муса Йәлил менән башҡорт шағиры Дауыт Юлтый ошо гәзит
       мөхәрририәтендә осраша. Гәзиттә уның "Бәхет" тип исемләнгән
       тәүге шиғыры баҫылып сыға. Дауыт Юлтый был шиғыр тураһында "Шиғырҙ ың геройы - малай - бәхеттең мәңгелек проблемаһын нисек хәл итә
       - иғтибар бирҙегеҙме Ислам дине буйынса бәхет үлгәс - ожмахта ғына кө тә. Ә уныңса бәхет - азатлыҡ өсөн көрәштә. Халыҡ бәхете өсөн көрәштә һәлә к булыу,
       молодец, Муса, дөрөҫ уйлайһың, дөрөҫ яҙаһың", - тигән һүҙҙә р әйтә.
       Йылдар үтә. Муса Йәлил Ҡазанда рабфакта уҡыуын тамамлап Ы рымбурға
       ҡайта. Был уның тәүге әҫәрҙәрен ижад итеү ваҡыты, әммә улар ҙың барыһын да уңышлы тип әйтеп булмай.
       Өфө сәхнәһендә Муса Йәлилдең тәүге пьесаларының береһен ҡ уйғандан һуң Ғәйнан Хәйри уның етешһеҙлектәрен ҡаты тәнҡитлә п сығыш яһай. Муса Йәлил тәнҡит менән килешә һәм "Башҡортостан" гәзите мөхәррир иәтенә
       ( 1927 йылдың 3 марты) авторҙың ризалығынан тыш пьесаларын сәхнәләштермәүҙәрен һорап хат яҙа. Ул үҙенең тәүге пьесалары
       эшләп бөтөлмәгәнен аңлай.
       Ырымбурҙа егет йәштәрҙең лидерына әүерелә. 1927 йылда ВЛК СМ - дың Үҙәк Комитеты Муса Йәлилде татар - башҡорт секцияһына эшкә с аҡыра.
       Мәскәү университеты студенты булыу менән бер рәттән Муса Йәлил әҙәби
       эш менән дә мауығып шөғөлләнә. Ошо ваҡытта ул композитор Йә үҙәт Фәйзи менән таныша, ул Мусаға 1930 йылдың йәйен бергә Ш ишмә районында, Ҡара Яҡуп ауылының ял йортонда үткәрергә саҡ ыра. Улар бында бер ай буйы була. Урман ҡыҙыралар, кистәрен бейеүгә йөрөйҙәр. Иң яратҡан шөғөлдәре әҙәби - музыкаль кисә ләр ойоштороу була. Клубта пианиноның да кәрәге тейә. Ошонда Муса башҡорт әҙәбиәтселәренең әҫәрҙәре менән башлап т аныша. Һуңынан ул Башҡортостанға йыш килә. Һәр килеүен башҡорт әҙәб иәте, музыкаһы менән тәрәндәнерәк танышыуға арнай, йәш яҙыусылар м енән
       аралашыуға ҙур иғтибар бирә. 1931 йылда Туймазы район гәзит е мөхәрририәтендә булып, бында эшләүсе Баязит Бикбайҙың шиғырҙ ары менән таныша, уға кәңәштәр бирә. "Мин, йәш башҡорт шағир ы, ул ваҡытта тәүге йыйынтығымды баҫмаға әҙерләй инем, - тип хәтерләй һуңынан Ба язит Бикбай. - Тик был турала ҙур шағирға әйтергә ҡыйманым. Баязит Дим нисектер һүҙ
       башланы һәм Муса Йәлил шунда уҡ йыйынтығыма ҡарата ҡыҙыҡһын ыу белдерҙе, бер нисә шиғырҙы уҡып сыҡты һәм үҙенең шелтәләрен әйтте. Бер шиғырҙы үҙе менән алды, һуңынан ул Ҡазанда "Ауыл йәштәре" журналында баҫылып сыҡты".
       Мәскәүҙә Йәлил башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленд ә баҫтырыуға әҙерлек эштәрендә әүҙем ҡатнаша, рецензиялар яҙа.
       Һуғышҡа тиклем шағирҙың тыуған телендә ундан артыҡ китабы
       сыға. Йәлилдең һүҙҙәренә яҙылған йырҙар билдәлелек яулай.
       1942 йылда Муса Волхов фронтында була. Өлкән политрук Йәл ил "Батырлыҡ" гәзитендә эшләй. Бер бәрелештән һуң яралы Муса
       Йәлил әсирлеккә эләгә.
       Әммә иң ауыр шарттарҙа ла яҙыусы иленең лайыҡлы улы булып
       ҡала.
       Фашист концлагеры уның рухын һындыра алмай. Йәлил фашистарғ а ҡаршы йәшерен ойошма төҙөй. Ойошма ағзалары листовкалар тарата, әс ирҙәр араһында пропаганда алып бара, фетнә әҙерләй.
       Патриотты һатыусы һатлыҡ йән табыла. Муса Йәлил Берлиндағ ы Моабит төрмәһенә күсерелә һәм үлем язаһына хөкөм ителә.
       Һуңғы сәғәтен көтөп көн артынан көн үтә. Ә шағир үҙе эшлә гән
       дәфтәрҙәренә шиғырҙарын теркәүен дауам итә. Бөгөн был шиғыр ҙар "Моабит дәфтәре" тигән исем аҫтында бар донъяға билдәле.
       1944 йылдың 25 авгусында Муса Йәлил һәм уның ун көрәштәше
       язаға тарттырыла. Тиңе булмаған батырлығы өсөн Муса Йәлилгә Совет тар Союзы
       Геройы исеме бирелә. "Моабит" дәфтәре өсөн ул Ленин премияһ ы лауреаты исеменә лайыҡ була.
       Муса Йәлилде гитлерсылар һатылырға өгөтләй, уның тере ҡал ырға мөмкинселеге була. Әммә ул Ватанын, Намыҫын, Шиғырҙарын һайл ай...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал