6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Йорттарығыҙҙа татыулыҡ булһын!
26.08.05


       - Заемды күпме алаһығыҙ
       - 302 400 һум.
       - Ниндәй маҡсат менән
       - Йорт төҙөйәсәкмен. Ғаиләмдә дүрт кеше - мин, ҡатыным, б иш һәм ун ике
       йәшлек ике улыбыҙ бар.
       - Аҡсаның 40 проценты льготалы кредит формаһында процент менән бирелә. Уны үҙ ваҡытында ҡайтара алаһығыҙмы
       - Мин ат ҡараусы булып эшләйем. Әлеге ваҡытта арендаға бе йәләр алып
       ҡымыҙ етештерәбеҙ. Шуға күрә бурысты ваҡытында түләй алырмы н тип
       уйлайым.
       Балаҡатай районының ауыл хужалығы кооперативында ат ҡарау сы булып эшләгән Валерий Николаевич Щербинин менән беҙ Республика йор тонда ауылда йәшәүселәргә йорт төҙөү йәки һатып алыу өсөн субсидия лар һәм аҡсалата займдар алыу хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыу т антанаһынан һуң һөйләштек. Башҡортостандың 25 районынан 50 к еше был бәхетле сертификатҡа эйә булды.
       Ауылдың проблемаһы күптән билдәле - йәштәр китә. Торлаҡ ю ҡ, уны төҙөү
       өсөн аҡса, тимәк киләсәк тә юҡ тигән һүҙ. Ә йәштәрһеҙ ауылд ы нимә көтә Кем икмәк үҫтерер, мал - тыуар үрсетер, ҡаланы һөт һәм ит ме нән тәьмин итер
       Был һорауҙар республика һәм Рәсәй хөкүмәтен күптән борсой . Уларҙы хәл
       итер өсөн "Ауылдың 2010 йылға тиклем социаль үҫеше" тип ата лған маҡсатлы федераль программа булдырылды. Программа сиктә рендә, БР Хөкүмәте
       ҡарары буйынса, ауыл йәштәренә торлаҡ төҙөүҙе өлөшләтә фина нслау өсөн заем бирелә. Фианнслау ике сығанаҡтан килә - дөйөм сумманың 30 проценты субсидия формаһында федераль бюджеттан, 40 проце нты - льготалы кредит
       формаһында йылына һигеҙ процент менән 10 йылға республика бюджетынан бирелә. Ҡалған 30 процентын заем алыусы үҙе индер ә.
       Программа өсөнсө йыл эшләп килә. 2003 йылда уны финанслау ға федераль бюджеттан 13 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан - 20,6 миллион һум бүленгәйне. Ул ваҡытта федераль программа буйынса бөтәһе 123
       кеше
       сертификат алды. 2004 йылда федераль бюджеттан 14,5 миллион , республиканан - 20,6 миллион һум бүленде, 116 ғаилә сертифик атҡа эйә
       булды.
       Быйыл, 2005 йылда, суммалар артты. Программаның тормошҡа
       ашырылыуына 17 миллион федераль средство һәм республиканан 23 миллион һум бүленәсәк. Серификаттар 128 ғаиләгә тапшырыла .
       Башланған төҙөлөштө тамамлау өсөн параллель рәүештә респу бликала
       льготалы кредит программаһы эшләп килә. 300 мең һум креди т 10 йылға һигеҙ процент менән бирелә.
       2003 йылда 188 ғаилә ошондай кредит алды, 2004 - се йылда
       уларҙың һаны 823 - кә тиклем артты, һәм кредиттың дөйөм сум маһы 24567 мең һум тәшкил
       итте. Быйыл республика бюджетынан 78,5 миллион һум бүленгән , йылдың тәүге яртыһында был аҡсаның 40 миллионы үҙләштерелгән һәм 25
       мең
       квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Быйыл 1119 ғаиләгә кр едит тапшырыласаҡ.
       Республика йортонда үткән тантанала төрлө һөнәр эйәләре - тракторсы,
       һауынсы, мал ҡараусы, механизатор, инженер, уҡытыусы, агрон ом һәм башҡалар ҡулына сертификат алды.
       - Халыҡты сифатлы торлаҡ менән тәьмин итеү - беҙҙең берен се бурысыбыҙ, - тине тантананы асып БР Хөкүмәтенең Премьер -
       министры Рафаэль Байдәүләтов. - Бөгөн республика бюджетының ҙур өлөшө социаль
       - иҡтисади объекттар, коммуникациялар төҙөүгә тотонола. Халыҡтың табышы , һатып алыу мөмкинселеге арта, йәшәү кимәле яҡшыра. Файҙала ныуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса Башҡортостан һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә иң
       алдынғы биш төбәк иҫәбенә инә. Быйылғы йылдың ете айында республикал а 659,7 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Үткән йыл кимәле м енән сағыштырғанда был биш процентҡа күберәк.
       Беҙҙең бурыс - йыл һайын файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ 1,8 миллион квадрат метрҙан да кәм булырға тейеш түгел. Башҡортостан хал ҡының өстән бер өлөшө - 36 процент - ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алғанда,
       ауыл инфраструктураһын үҫтереү айырым әһәимәткә эйә икәнлеге аңла шыла. Һуңғы ваҡытта был йәһәттән етди эш алып барыла, һөҙөм тәлә ауылдарыбыҙ йылдан - йыл матурлана, төҙөкләнә бара. Дәү ләт яҡлауына килгәндә лә торлаҡ төҙөү
       буйынса саралар үткәрелә - ер майҙандары бүленә, төҙөлөш пр оекттары булдырыла, коммуникациялар төҙөү финанслана. 2004 йылда ғына
       ла Башҡортостанда 941 мең квадрат метр шәхси торлаҡ төҙөлгән. Н әҡ шәхси торлаҡ иҫәбенә йылына республикала 1,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлә килеп сыға.
       Дәүләт яҡлауы киләһе йылдарҙа иң перспективалы йүнәлешт әрҙең береһе буласаҡ. Кемегеҙҙер артабан тағы ла яҡшыраҡ йо рт төҙөр, - тип мөрәжәғәт итте Рафаэль Байдәүләтов сертификат алыусыларға, - ә башланғ ыс һалынды. Һеҙ был аҡсаға лайыҡлы. Йорттарығыҙҙа һәр саҡ татыулыҡ булһы н, балалар тауышы тынмаһын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал