6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

85 йылға ул тәүге тапҡыр киләсәк. Ҡурҡмағыҙ!
26.08.05


       Рәсәй ауылдары һуңғы тапҡыр алыҫ 1920 - се йылда иҫә пкә алынды. Был ваҡыт эсендә үҙгәрештәр етерлек булды, әлби ттә, айырыуса һуңғы тиҫтә йылда - милек һәм ер мөнәсәбәттәре, иҡтисад үҙгәрҙе, шәхси с ектор әүҙемләште.
       Бөгөн Рәсәй 2006 йылда үтәсәк ауыл хужалығы иҫәбен алыуға
       әҙерләнә. БР Хөкүмәт Йортонда үткән селектор кәңәшмәһендә л ә һүҙ ошо турала барҙы.
       Алда торған кампанияның маҡсаты - ауыл хужалығы хаҡында м өмкин тиклем тулы мәғлүмәт йыйыу. Һуңғы 85 йылда тәүге тапҡы р агросәнәғәт комплексы ентекле өйрәнеләсәк һәм иҫәпкә алынасаҡ. Был сараның һөҙөмтә һенән милли агросәйәсәттең киләсәге тора.
       Иҫәп алыу 2006 йылдың июль айына тәғәйенләнгән, уны үткәр еүгә 25 көн
       бирелә. Мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм эшкәртеү халыҡ иҫәбен алыуҙ ағы
       алымдарға оҡшаш. Тик иҫәпкә алыу биттәре ҙурыраҡ буласаҡ, т имәк, демографик мәғлүмәт түгел, ә хужалыҡ - иҡтисад, мөлкәт, мал
       һаны, ер
       майҙаны, техника тураһында мәғлүмәт алынасаҡ.
       Иҫәп алыу объекттары булып ауыл хужалығы продукцияһын ете штереүсе йәки мал тотоусы ер участкаларының хужалары йәки уларҙы арен даға алыусылары булған физик һәм юридик шәхестәр торасаҡ. Ауыл ху жалығы предприятиелары өсөн иҫәп алыуҙа ҡатнашыу мотлаҡ, граждандар
       өсөн - ирекле.
       Күҙаллауҙар буйынса республикала бер миллион самаһы объек тты иҫәпкә алырға кәрәк буласаҡ. Улар араһында - 1600 ауыл хужалығы ойо шмаһы, биш меңгә яҡын крәҫтиән ( фермер) хужалығы һәм шәхси эшҡыуар, шә хси
       хужалыҡтары һәм шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер майҙандары булға н 760 мең ғаилә һ. б.
       БР Хөкүмәте янындағы координациялаусы үҙәк буласаҡ Комисс ияның составы раҫланды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - минист ры Рафаэль Байдәүләтов етәкләй.
       Республикала иҫәп алыу кампанияһына барлығы һигеҙ меңгә я ҡын кеше йәлеп ителәсәк. Һәр иҫәп алыусыға көнөнә уртаса алты объектт а булырға тура килә. Иҫәпкә алыусыларҙы өйрәтеү 2006 йылдың башына тәғәйенләнгән.
       Иҫәпкә алыуҙың төп проблемаһы - халыҡтың мәғлүмәт биреүҙә н ҡурҡыуы. Үҙең тураһында һөйләүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу - ябай статистик тикшереү. Дөйөмләштереп йомғаҡ яһағандан
       һуң барлыҡ анкеталар ҙа юҡ ителә.
       Артабан бындай тикшереүҙәр Рәсәйҙә ун йылға бер тапҡыр үт кәреләсәк. Үҫешкән илдәрҙә ул даими ойошторола: Австралия һәм Яңы Зелан дияла - йыл һайын, Германия һәм Голландияла - дүрт йылға бер , АҠШ һәм Канадала - биш йыл һайын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал