6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Үлемһеҙлек өсөн көрәш
26.08.05


       Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң алтмыш йыл үткәс Ырымбур ҙа Александр Пушкин пәйҙә була. Революция ваҡиғаларына шаһит
       ҡатын менән һөйләшеүҙән һуң ул киләсәк быуынға ҙур бүләк ҡалдыра - Пуга чев фетнәһенә арналған ҙур әҫәр ижад итә. Әммә бөйөк рус шағ ирының ғәскәр башлығы
       Салауат Юлаевты беренселәрҙән булып данлауын кем хәтеренә т өшөрөр Республика журналистары мәғлүмәт эстафетаһы барышында Салау ат Юлаев
       отрядының 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына барғ ан юлын ҡабатларға тырышты.
       Яугир шағирҙың данлы юлы Ашҡаҙар пристаненән башлана (Стә рлетамаҡтың ҡала тип иғлан ителеүенә һигеҙ йыл ҡала). Бөгөн
       Стәрлетамаҡта иҫтәлекле урындар етерлек. Элекке Мәсет урамында 1920 - се йылдарҙа Әх мәт - Зәки
       Вәлиди фатирҙа торған йортто ғына алайыҡ. Ә 130 йыл элек тө ҙөлгән мәсет! Стәрлетамаҡта Салауат исемен йөрөтөүсе урам, к инотеатр бар. 1773 йылдың көҙөндә Шайтан - Көҙәй старшинаһы Юлай Аҙналиндың 19 йәшлек улы тыуған волосынан пристангә кил ә. Маҡсаты - фетнәне баҫырға йүнәлтелгән башҡорт - мишәр кар ателдәр корпусы составына инеү була.
       Крайҙы өйрәнеүсе ғалим, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогик акад емия доценты Салауат Таймаҫов үҙенең аҙашы тураһында түбәндә геләрҙе һөйләй:
       - Салауат Юлаев пристангә бер кемгә лә билдәһеҙ йәш егет булып аяҡ баҫа. Атаһы ҡушыуы буйынса үҙе менән 95 кешене алы п килә. Карателдәр корпусы бөтәһе биш мең кешенән торорға те йеш була. Тик уның яртыһы ла йыйылмай. Фетнәнең баҫтырыласағ ы билдәле, әммә һәнәк - күҫәктәр, уҡ - йәйә менән
       генә ҡоралланған баш күтәреүселәр армияға бер йылдан ашыу ҡ аршы тороуға өлгәшә. Сөнки уларҙың идеяһы була!
       Крәҫтиәндәр фетнәһе тиҙ таралыу ала. Күптән түгел генә үҙ енең йөҙ - ҡиәфәте менән Петр өсөнсөгә оҡшауын белгән Емельян Пугачев а ртынан Яйыҡ казактары эйәрә, уларға башҡорттар ҡушыла, артаб ан - ҡаҙаҡтар, татарҙар,
       мордва, рустар...Һәм ошо күп милләтле ғәскәр бер идеяға хеҙ мәт итә -
       өҫтрендәге баҫымды алып ташларға, ирек яуларға, тигеҙлек бу лдырырға, үҙ мөлкәттәренә үҙҙәре хужа булырға. 1773 йылдың октябрь айында
       Ырымбур ҡамалып алына, был ҡаланы баш күтәреүселәр ғәҙелһеҙлектең үҙ әге тип атай. Ҡала губернаторы бар яҡтан да карателдәр отряд тары йыйырға ҡуша.
       Шундайҙарҙың береһенә Салауат Юлаев та ҡушыла.
       ...Тәгәрмәстәр алға йүгерә, кем менән бергә булырға, ҡай ҙан ғәҙеллек эҙләргә тигән ауыр һорауға яуап эҙләүсе ғәскәр ҙә ошо юлдан атлағандыр, моғайын. Биҡҡол ауылы - Салауат Юлаевтың отряды Пугачев ғәс кәренә ҡушылған урын булараҡ тарихҡа инеп ҡалған тип әйтһәм арттыры у булмаҫ.
       Бынан тыш ауыл халҡы ла фетнәлә әүҙем ҡатнаша. Стәрлетамаҡт ан Биҡҡолға тиклем араны үткән ваҡытта ғәскәрҙең аңында һыны лыш була ла инде. Был ҡарар ҡапыл килмәгәндер, тип уйларға ҡала. Сәбәп Петр - Пуга чевтың ирек һәм ер бирергә вәғәҙә итеүендә генә түгел. Ул ваҡытҡа батша хөкүмәте һәм
       башҡорттар араһындағы килешеүҙәрҙең күбеһе һаҡланмай башлай . Тоҙ менән сауҙа итеүгә дәүләт монополияһы барлыҡҡа килә, б ашҡорт ерҙәрен тартып алыу йышая, төп халыҡтың хоҡуҡтары ҡыҫҡартыла. Һәм башҡортта р "фетнәсе" Емельян Пугачевтың исемен йыйылыу пунктында тәүг е тапҡыр ғына ишетмәй.
       ...Беҙ шул уҡ юлдан барабыҙ, тик бөгөн уны тигеҙ асфальт ҡаплаған. Күмертау эргәһендәге тауҙарҙы үткәс, ярты сәғәттән Ырымбур ө лкәһенә етәбеҙ. Өҫтән Биҡҡол ус төбөндәге кеүек - уны урмандар һәм Һ алмыш йылғаһы урата. Тыныс ваҡыттарҙа ауылда ике мең кеше йәшәгән,
       Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында - мең тирәһе. Бөгөн халыҡ аҡры нлап кәмей - дүрт йөҙгә лә тулмайҙыр, моғайын. Миллионер кол хоз юҡҡа сыҡҡан, урындағы халыҡ яҡындағы өлкә үҙәгенә ит, ҡош - ҡорт, һөт алып барып һатып к өн күрә. Бер ҡатлы ауыл мәктәбе... Тарих класында - хөкүмәт һәм баш күтәр еүселәрҙең
       ҡушылыуын һәм был төбәк тарихын һүрәтләүсе стенд. Ауыл эргә һенән элек таш түшәлгән Яңы - Мәскәү юлы үткән (бөгөн уны федераль трас са тип атарҙар ине). Ул юлдың ҡалдыҡтары һаҡланған, ә таштарын ха лыҡ әле лә хужалыҡ кәрәк - ярағы өсөн файҙалана.
       Тау өҫтөндә еләҫ ел ҡылғандарҙы һыйпап үтә. Биҡҡол мәктәб е директоры
       Фәнис Төхвәтуллин Салауат Юлаев отрядының ҡайҙан килеүен һә м 1773 йылдың 10 ноябрендә уның Пугачев отряды менән осрашҡан урыны н күрһәтә - беҙ торған урындан ике саҡрым арала Йәмәлкә тауы
       күтәрелә. Генерал - майор В. Караның карателдәр отряды Биҡҡолға ике тиҫтә саҡрым
       самаһы барып етмәй, пугачевсыларҙың ҡулына эләгә. Әсиргә төшкәндән Zуң, Салауат Юлаев Ырымбурға барыр өсөн ҡушылырға тейеш булғ ан отрядының тар - мар ителеүен белгәндән һуң Пугачев яғына сығырға ҡарар итеүе тураһында әйтә.
       Бөгөнгө Ырымбурҙың төнъяҡ районы - Бирҙе ауылында баш күт әреүселәр
       отряды торған урын ғына һаҡланған. 1773 йылдың 11 ноябрендә
       Пугачев һәм Юлаев ошонда таныша. Йорттар һаҡланмаған (тик Ҡ арғалы ауылында беҙ
       Екатерина ваҡытынан ҡалған ике таш йорт күрҙек), әммә бында , Һаҡмар ярында, тактик яҡтан уңайлы урын икәнлеге аңлашыла. "Хәрби к оллегия" урынында (Пугачев үҙенең штабын шулай тип атай) бөгөн һәйкәл
       ҡуйылған. Күрше урам Салауат Юлаев исемен йөрөтә, ә 50 - се балалар ба ҡсаһы бинаһында таҡтаташ ҡуйылған. Уның аҫҡы өлөшө күренмәй: яҙыу ҙың ҡалған өлөшө "... 18 быуаттағы Крәҫтиәндәр фетнәһе башлығы Емельян Пугачевтың көрәштәше" - Ырынбурҙың ҡайһы бер депутаттары талап итеүе бу йынса ҡапланған. Өлкәлә бөгөн Пугачевҡа ҡараш төрлөсә. Тарихсы - ғ алимдарың үҙ фекерҙәрен үҙгәртмәүенә ҡыуанырға ғына ҡала.
       - Ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы яңынан баһалау барғаны һиҙелә,
       әммә быны халыҡтың милли байлығына тап төшөрмәҫлек итеп эшләргә кәрәк,
       - ти Илгизә Әбделғафарова, Ырымбур халыҡтарының Муса Йәлил исемен йөрөткән тарих институты директоры.
       Әйткәндәй, иҫтәлекле яҙыуҙың яртыһын булһа ла һаҡлап ҡалы уҙа Ырымбур өлкәһендә БР Вәкиллеге етәксеһе Сергей Катасоновтың өлөшө ҙу р. Ул ғәҙеллекте тулыһынса тергеҙергә вәғәҙә итә, өлкә башҡорттары
       ҡоролтайын хуплай һәм Дуҫлыҡ Аллеяһында ( был проект буйынса Ырымбурҙа йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың йорттары урынлашасаҡ) башҡорт усадьбаһын т өҙөүҙә
       әүҙем ҡатнашырға йыйына.
       Ырымбурҙың тарих музейында 18 быуаттың Крәҫтиәндәр һуғышы на айырым зал бүленгән, эпиграф итеп Пушкиндың "... не приве ди Бог видеть русский бунт, бессмысленный и беспощадный" һүҙҙәре алынған. Экспозиц иялағы картиналар ҙа башлыса баш күтәреүселәрҙе язалауҙы һүрәтләй. Бер мөйөштә - казак һәм крәҫтиәндәрҙең ҡаланы штурмлауы, ике сеһендә - Пугачевты бөтә Рәсәй буйлап язаға алып барған ситл ек. Музей бинаһында йөҙ йыл дауамында гарнизон гаупвахтаһы у рынлашыуын да иҫкә алһаң, күңелһеҙерәк тойғолар солғап ала. Стенанан губернатор Рейнсдорп ( ул Дон казагы П угачевтың Петр өсөнсө булыуына ышанмаусыларҙың береһе, сөнки
       үҙе батшаны ерләүҙә
       ҡатнаша) һәм императрица Екатеринаның портреттары ҡарай.
       Ырымбурҙы алты ай ҡамауҙа тотҡандан һәм бер нисә еңелеү к исергәндән һуң пугачевсылар өлкәне ҡалдыра. Беҙҙең өсөн иһә Салауат Юла евтың
       Емельян Пугачев эргәһендә үткәргән өс аҙнаһы ҡыҙыҡһыныу тыу ҙыра. Нәҡ ошо көндәрҙә уның хәрби таланты асыла һәм нығый. Баш күтәреү се
       крәҫтиәндәрҙең 33 йәшлек башлығы 19 йәшлек Салауатты полков ник тип иғлан итә.
       ... Мәңгелек данға тиклем Салауат Юлаевҡа ике аҙым эшләрг ә ҡала - миллиондарса кеше үҙ ғүмерендә ошо аҙымды эшләй алмай. Сала уат Юлаев хәрби юлға аяҡ баҫа һәм үлемһеҙлеккә инә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал