6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Наркомания эпидемияһын нисек туҡтатырға Форумда ҡатнашыусыл ар ошо һорауға яуап эҙләй
26.08.05


       Илебеҙҙә наркомания эпидемияһын нисек итеп туҡтатырға Н аркотиктарға бәйле енәйәттәргә ҡаршы нисек көрәшергә Йәштәр
       өсөн наркотиктарҙы
       нимә менән алмаштырырға була "Рәсәй Федерацияһы субъекты шарттарында наркологик хәлгә йоғонто яһау буйынса дәүләт стр атегияһы" тип аталған төбәк - ара ғилми - практик конференц ияла ҡатнашыусылар ошо һорауҙарға яуап эҙләй. Форум Өфөлә, Башҡортостан Дәүләт Йыйы лышы бинаһында уҙа. Сарала Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары, йәмәғәт эш мәкәрҙәре, врачтар, уҡытыусылар, хоҡуҡ һаҡлау структуралары вәкилдәре ҡатнаша.
       Башҡортостанда наркотиктарға ҡаршы көрәш республика етәкс елеге эшмәкәрлегендә мөһим урындарҙың береһен алып тора. Һәм бында
       хәл илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ , тип билдәләне форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү сығышында БР Хөкүмәте Прем ьер - министры Рафаэль Байдәүләтов.
       - Бөгөнгө көнгә "наркомания" диагнозы республикала йәшәүс е 5274 кешегә ҡуйылған, әммә был бәләнең күҙгә күренгән өлөш ө генә. Был йәһәттән күп эш башҡарыла, тик ҡуйылған маҡсатҡа
       ирештек тип әйтеп булмай әле, - тине Рафаэль Байдәүләтов. -Хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарының да нарко тик таратыусыларға ҡаршы көрәше ҡәнәғәтләнерлек түгел, был яуызл ыҡҡа ҡаршы торорлоҡ йәштәр ойошмаһы булмауы ла һиҙелә.
       - Нисек кенә өмөтһөҙ яңғыраһа ла, наркоманияны еңер өсөн йәштәр
       мәҙәниәтенең бөтөнләй икенсе төрлө булыуы кәрәк, - тине РФ наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең ведомство - ара һәм мәғлүмәт эшмәкәрлеге департаменты етәксеһе Александр Михайло в. - Дәүләт кимәлендә күп эш башҡарыла: беҙ төрлө маҡсатлы п рограммалар булдырабыҙ, йыйынтыҡ һәм методик ҡулланмалар сығ арабыҙ - һәм һөҙөмтәгә түгел, процесҡа эшләйбеҙ килеп сыға.
       - Наркотиктарға ҡаршы системалы көрәш кенә ниндәйҙер һөҙө мтә бирергә мөмкин, - тине БР покуроры Александр Коновалов. - Тәүгеһе - наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт тормошто пропагандалау. Икенсеһе - нарк отиктарҙың законһыҙ әйләнешендә ҡатнашҡан өсөн яуаплылыҡты арттырыу. Әй ткәндәй, наркотиктарҙы легалләштереү тураһындағы хәбәр, шул иҫәптән л ибераль Европала ла - кисәге көн. Бының хәлдән сығыу юлы түгел икән леген барыһы ла аңланы инде. Һәм өсөнсөһө - наркотиктарға буйһонған халыҡ
       менән эш алып барыу. Дәүләт был кешеләрҙе иҫәптән һыҙып ташлай алмай.
       Наркотик менән сауҙа итеүселәргә гуманлы ҡараш нимәгә алы п килер Йомшаҡ хөкөмдәрҙе нимә менән аңлатырға
       Наркотиктың уртаса дозаһын күтәреү хаҡындағы ҡарарҙы үҙгә ртеү кәрәкме Был закон ысынбарлыҡта нимәгә әйләнде
       Киң рекламаланған реабилитация үҙәктәре наркоманиянан дау алай аламы Ни өсөн беҙ уларҙың эшмәкәрлеге тураһында бик аҙ
       беләбеҙ
       "Наркоманияға ҡаршы тороу буйынса корпоратив программалар " нимә ул Наркоманияға ҡаршы көрәштә эшҡыуарлыҡтың роле нимәлә
       Наркотиктар буйынса махсус судтар булдырыу кәрәкме Ғәйеп ләнеүселәр дөрөҫ һайлау эшләй алырмы
       Конференцияла ҡатнашыусылар наркоманияға ҡаршы көрәштең и ң көнүҙәк проблемаларын уртаға һалып һөйләште. Был турала "Б АШвестЪ" гәзитенең алдағы һандарында уҡый алаһығыҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал