6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Икенсе смена үткәндә ҡаламы
25.08.05


       Ошо көндәрҙә Өфөлә, Ҡала мәҙәниәт һарайында, баш ҡ ала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте. Сарала мөһим һорауҙа р хәл ителеп һәм йомғаҡтар яһалып ҡына ҡалманы - Өфө мәктәпт әрендә тәрбиәләнеүселәр уҡытыусылары һәм ҡунаҡтар өсөн байра м концерты ла әҙерләгән. Балалар унда йырланы, бейене, шиғырҙар уҡыны, миниатюралар күрһәтте,
       ғөмүмән, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең таланттары менән хайран ҡалдырҙы.
       Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев БР мәғариф минис тры Зөһрә Рәхмәтуллинаның бындай тамашанан һуң бөтөнләй эшләге килмәй тип әйтеүе менән ризалашты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, пленар
       ултырыш үтте, һәм ике сәғәт дауамында мәғариф өлкәһендә һуң ғы алты айға йомғаҡтар яһалды, тармаҡ өсөн көнүҙәк булған проблемалар тикшерелде.
       - Киләсәккә беҙ өмөт менән ҡарайбыҙ, - тип билдәләне Паве л Качкаев. - Республика мәктәптәре сығарылыусыларының 77 проценты юғары у ҡыу
       йорттарына уҡырға инә - һәм был яҡшы күрһәткес булыуы менән
       килешәһегеҙҙер. Ҡалған 23 проценты техникум һәм профучилище ларға бара , әммә һөҙөмтәлә беҙҙең сығарылыусыларҙың бары тик алты проц енты ғына эшсе һөнәрҙәрен үҙләштерә, производствола эшләй башлай. Бынд ай хәл етди хәүефләнеү тыуҙыра, шуға күрә мин уҡытыусыларҙы мәктәптә эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәрергә саҡырам.
       Качкаев 2000 йылда халыҡ мәғарифына ҡала бюджетының 26, 5
       проценты
       тотонолһа, быйыл уның 36 проценттан ашыу булыуын билдәләне,
       был үҙе үк
       яҡшы күрһәткес. Бынан тыш, быйыл баш ҡаланың мәғариф үҫеше
       концепцияһын тормошҡа ашырыу тамамланды.
       - Беҙ программа үҙен аҡланы тип иҫәпләйбеҙ, Үткән йылда 226 уҡыусы бөтә Рәсәй һәм республика олимпиадалары призерҙар ы исеменә лайыҡ булды, мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға тамамланы. Бынан тыш, үткән
       йыл шефтар һәм бағыусылар 20 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтте, ул,
       һәр саҡтағыса, мәктәп фондына һалынды. Күңелһеҙлектәр ҙә булғыла ны: аҡсаны үҙ тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмау осраҡтары асыҡланды. Нә ҡ ошо сәбәп буйынса өс мәктәп директорын эшенән бушатырға тура кил де.
       Качкаев һуңғы йылдарҙа ун мәктәп реконструкция үтеүе, бый ыл өс яңы мәктәп асылыуы тураһында хәбәр итте.
       - Шулай итеп, ҡала "копилкаһына" тағы 1700 урын өҫтәнек, - тине ғорурлыҡ менән хакимиәт башлығы. - Артабан да шулай б арһаҡ, беҙҙең балалар икенсе сменала уҡыуҙың нимә икәнлеген онотасаҡ.
       Уның һүҙҙәре буйынса, мәғариф өлкәһендә иң етди проблемала рҙың береһе - уҡытыусы һөнәренең абруйы төшөүе.
       - Бөгөнгө көнгә уҡытыусының уртаса йәше 40 йәшлек сикте у ҙып китте был бик хәүефле күрһәткес! Йәштәрҙең ҙур психологи к ауырлыҡ һәм бәләкәй эш хаҡы арҡаһында был һөнәрҙе һайламауы аңлашыла. Беҙ үҙ сираты быҙҙа хәлде тотороҡландырыу һәм уҡытыусыларҙың тормошон еңел әйтеү өҫтөндә
       эшләйбеҙ, - тип вәғәҙә итте Павел Рюрикович.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры, БР мәҙәниәт һәм милли сәй әсәт министры Илдус Илешев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын б елем
       биреү системаһында икенсе смена булыуына йүнәлтте.
       - Башҡортостанда балаларҙың бик ҙур проценты икенсе смена ла уҡый
       (Өфөлә 28, 4 процент, республика буйынса - 20). Был мәсьәлә
       әлеге ваҡытта әүҙем рәүештә хәл ителә - яңы мәктәптәр асыла , йыһазландырыла, иҫкеләре ремонтлана. Бер нисә йылдан был һорау тулыһынса юҡҡа сығыр т ип өмөтләнәбеҙ, иң мөһиме, эште үҙ ағышына ҡуймаҫҡа.
       Министр Башҡортостанда белем алыу ҙур иғтибар бирелгән та рмаҡтарҙың
       береһе булыуын билдәләне. Етешһеҙлектәр бар, әлбиттә, мәҫәл ән, авария хәлендәге мәктәптәр ( дөйөм һандың 4,3 проценты). Әммә, дөйө м алғанда,
       эштәр йылдам бара һәм республика яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер.
       Алтын һәм көмөш миҙалдарға дәғүә итеүсе сығарылыусылар һа ны артыуына Илешев үҙенең кире ҡарашта булыуын белдерҙе:
       - Мин, ғөмүмән, наградлауҙарға ҡаршы түгел, әммә практика
       күрһәтеүенсә, йыш ҡына миҙал артынан ҡыуыу балаларҙың сәләм әтлегенә кире йоғонто яһай. Минеңсә, сығарылыусыларҙың белем ен тикшереүҙең иң отошло алымы - олимпиадалар. Бөгөн олимпиадала еңеүселәрҙе миҙал алыусыларғ а тиңләү
       хаҡында һорау күтәрелә. Был ғәҙел булыр ине.
       Профессиональ белем алыуға килгәндә, - Илдус Ғөбәйҙулла у лының фекере буйынса, был тема айырым һөйләшеүҙе талап итә, төп һорау беҙҙең иҡтисад ниндәй эшсе һөнәрҙәренә мохтажлыҡ кисереүенән сығып бирелә.
       Ултырыш барышында милли һорау ҙа күтәрелде: бер яҡтан ҡар ағанда, тыуған телен өйрәнеүсе балалар һаны йылдан - йыл арта (Башҡо ртостанда уҡыусыларҙың 40 процент тирәһе), әммә шул уҡ ваҡытта был тем а тирәләй һорауҙар ҙа етерлек.
       - Халыҡ - ара стандарттарға ярашлы, тыуған телде өйрәнеү хоҡуғы
       тикшерелмәй һәм был турала законда мотлаҡ яҙылырға тейеш тү гел, - тине
       Илешев. - Был кешенең тәбиғи хоҡуғы. Ысынбарлыҡ күрһәтеүенс ә, күп
       милләтле дәүләт балалары үҙҙәренең тыуған телен өйрәнгән са ҡта ғына үҙҙәре йәшәгән дәүләткә лояль мөнәсәбәттә була. Бала саҡтан сит телдәр өйрәнгән хәлдә башҡа халыҡ милләттәренә дуҫтарса ҡараш тәрби әләнә. Республикала этник сикләү булырға тейеш түгел, әйҙәгеҙ балал арыбыҙҙы ла шундай ҡарашта тәрбиәләйек!
       Сығыш аҙағында министр "ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙға" иң мөһ имен һаҡлап ҡалған өсөн рәхмәт белдерҙе: беҙҙең белем биреү систе маһы
       элеккесә донъяла иң яҡшыларҙан һанала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал