6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Рамаҙан Өмөтбаев һөнәр алмаштыра
25.08.05


       Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев Башҡортостанда билдәле кеше.
       Ул Башҡорт АССР - ның Министрҙар Советы Рәйесе булып эшләне , ә 1982 йылда үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген БАССР Дәүләт комитеты рәйесе булып тамам ланы.
       Хаҡлы ялға Рамаҙан Өмөтбаев 60 йәшендә китә. Әммә уның эн ергияһы, тормошто тәрән аңлауы, кешеләргә файҙа килтереү ихтыяжы пенс ионерға яңы юл ярырға ярҙам итә. Етенсе тиҫтә киткәндә Рамаҙ ан Ғимран улы публицистика өлкәһендә эшләүсе журналистҡа, һуңынан яҙыусыға
       әүерелә.
       Тәүге публицистик әҫәрҙәре - илленсе йылдарҙағы сиҙәм эпопе яһы хаҡында иҫтәлектәре баҫмала 1984 - се йылда күренә. "Ба шҡортостан" гәзите, "Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдары нда уның хикәйәләре, очерктары баҫыла. 1987 йылда Рамаҙан Өм өтбаевтың тәүге китабы - "Һылыубикә әбей" тип исемләнгән хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Шунан башланып ки тә лә инде. Генералдың ҡатмарлы һәм героик яҙмышын һүрәтләгә н "Генерал Кусимов" китабы Еңеүҙең 50 йыллығына арналған конкурста иң яҡшыларҙың
       береһе булып таныла. Һәм көтөлмәгән боролош. Яҙыусының тәүге романы
       - граждандар һуғышы ваҡытында крәҫтиәндәрҙең фажиғәле яҙмышын һүрәтләүсе "Ысыҡтан эйелә ҡылған" китабы сыға. Баймаҡ баҡыр
       заводы тарихы тураһындағы китабында Рамаҙан Өмөтбаев үҙен талантлы
       тарихсы - публицист итеп күрһәтә. Рамаҙан Ғимран улының тормош юлында бик күп яҡшы кешеләр - яҙыусылар, артистар, ижтимағи - сәйәси эшмәкә рҙәр осрай. "Осрашыуҙар һәм юғалтыуҙар" китабы ошо турала...
       1994 йылда Рамаҙан Өмөтбаев етмеш йәшен билдәләй. Башҡорт остан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов уның абруйлы дәүләт эшмәкәрлеге булараҡ ҡаҙаныштарын билдәләп үтә.
       Күптәр уның әҙәби ҡаҙаныштары тураһында һөйләй.
       "Бөгөн Рамаҙан Өмөтбаев - иң ҙур, талантлы яҙыусыларҙың б ереһе. Ул иҡтисад, тарих, философия һәм әҙәбиәт буйынса белгес булараҡ
       билдәле. Ауыл тормошон, уның йолаларын, бөгөнгөһөн һәм үткәнен аңлай һәм һиҙә..." - был яҙыусы илле йыл самаһы таныш булған Зәкәр иә Аҡназаровтың һүҙҙәре.
       Тағы бер һыҙатын яҙыусы Ғәзим Шафиҡов билдәләп үтә:
       "Рамаҙан Ғимран улының әҫәрҙәрен һәр ваҡыт ҙур теләк менә ­ уҡыйым. Радио, телевидениенан башҡортса сығыштарын да ҡыҙыҡһынып тың лайым.
       Уның иң мөһим һыҙаты - авторлыҡ позицияһы, уға яҙыусы бер ҡ асан да хыянат итмәй...". Ғәзим Шафиҡов яҙыусының "Уянырға ваҡыт етт е", "Башҡорттарҙың һаны ниңә кәмей", "Башҡорт аты" тигән мәҡәлә ләрен күҙ уңында тота.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә бер кем дә Рамаҙан Өмөтбаевтың Бө тә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡорт республика б үлексәһе президиумы етәксеһе вазифаһында башҡарған ҙур эше тураһында өндәшмәй. Миңә президиум ағзаһы булырға тура килде һәм Рамаҙ ан Ғимран улының беҙҙең ойошманы ышаныслы рәүештә Рәсәй буйынса иң алдынғылар
       рәтенә сығарыуына шаһитмын. Рамаҙан Өмөтбаев 1924 йылдың 7 апреле ндә
       Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында донъяға килә. Мәктәптә
       уҡыған
       сағында уҡ ул халыҡ ижады һәм башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу
       белдерә. Бик матур йырлай, "Таштуғай" тигән ҡушаматы ла була. Күренек ле ҡурайсы һәм артист Ғиниәт Ушаков уға "Билдәле йырсы буласаҡһың", - т ип тә әйткәне була.
       Тик уның һүҙҙәре тормошҡа ашмай. 1941 йылда мәктәпте тама млағас, Рамаҙан үҙенең тормош юлын Баймаҡта торф ҡырҡыусы булып башл ай. Тиҙҙән һуғыш башлана. Үҙ теләге менән егет фронтҡа китә. Кра снохолм пехота училищеһын тамамлай ( ошо уҡ ваҡытта унда Матросов та
       уҡый). Лейтенант Өмөтбаев Курск дуғаһында һуғыша, Балтика буйын фаш истарҙан
       азат итеүҙә ҡатнаша.
       1945 йылдың ноябрь айы. Рамаҙан Баймаҡ районына әйләнеп ҡ айта. Уны Баймаҡ партия райкомына саҡыралар, ул инструкторҙан беренсе секретарь
       вазифаһына тиклем күтәрелә. Үҙ тормошон Рамаҙан Ғимран улы партия, дәүләт эше менән бәйләй. Магнитогорск педагогия институтын, йәмәғәтселек фәндәре академияһын тамамлай. Пенсия сыҡҡандан
       һуң яҙыусы һөнәрен хуп күрә.
       Рамаҙан Өмөтбаев тормош иптәше Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы менән
       бер көндә, 1997 йылдың 24 авгусында, Баймаҡ районы уҡытыусы ларының август кәңәшмәһенән ҡайтҡандан һуң вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал