6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"МАКС - 2005": бындай контракттар тураһында хыялланырға ғын а була
25.08.05


       Юҡҡа ғына "Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең арт ыҡ" тимәйҙәр шул. Был һүҙҙәр Жуковск ҡалаһында үткән "МАКС -
       2005" тип исемләнгән етенсе
       Халыҡ - ара авиация салонына ла тап килә, юҡҡа ғына уны әһә миәтлеге буйынса Фарнборо һәм Ле Бурженан һуң ҡуймайҙар бит. Сараны д онъя масштабындағы ваҡиғалар рәтенә индерергә була, һәм ул илебеҙ ҙең авиация сәнәғәте вәкилдәре өсөн күп кенә ҡыуаныслы минут тар алып килде.
       Авиасалонға килгән кешеләр һаны буйынса рекорд ҡуйылыуына н башлайыҡ - сарала ярты миллиондан артыҡ кеше ҡатнашты, ҡул
       ҡуйылған контракттар
       тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Уларҙың дөйөм хаҡы миллиар д долларҙан артып китә, һәм әйтелгән сумманың биштән бер өлөшө "Рособоро нэкспорт" һәм Һиндостандың "" корпорацияһы араһындағы контрактҡа тура килә. Ул һинд предприятиеларының береһендә уҡыу - күнекмәләр самолеты
       өсөн АЛ - 55И авиадвигателе етештереүгә ҡағыла. Төп башҡарыусы булып "Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәте билдәлә нгән. Был
       контрактҡа авиасалон эшләй башлағандың беренсе көнөндә үк ҡ ул ҡуйылды, унда Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты , һәм документ был көндөң сенсацияһына әүерелде.
       Ошо сәбәпле ойошторолған матбуғат конференцияһында "УМПО"
       асыҡ акционерҙар йәмғиәте Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, был контрак тҡа ҡул ҡуйыу Өфө мотор төҙөүселәре өсөн көтөлмәгән хәл булманы. Уға
       әҙерлек күптән бара ине. Һинд яғынан беҙгә бер нисә тапҡыр килделәр,
       беҙҙең вәкилдәр ҙә Һиндостанға тиҫтәләрсә тапҡыр барып ҡайтты. Нисе к кенә
       булмаһын, контракт масштабы тәьҫорат ҡалдырырлыҡ: башта 250
       двигатель өсөн ҡорамалдар етештереләсәк, ә ғөмүмән алғанда, барлығы бе р мең авиация двигателе әҙерләү күҙ уңында тотола! Аҡсалата алғанд а был кәм тигәндә 200 миллион долларға тиң. Һәм тағы ла бер хәл ғорур лыҡ уятыуға лайыҡлы: Юрий Пустовгаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бирелгән заказ
       предприятиены алдағы 30 йылға эш менән тәьмин итте тигән һү ҙ, өҫтәүенә
       партнер - предприятиеларға ла аҡса эшләргә мөмкинселек тыуа саҡ.
       Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында 40 илдән 654 фирма - эк спонент ҡатнашты: 520 - һе Рәсәй һәм БДБ илдәренән, 134 - сит илдәрҙ ән килгән. Бының өсөн күргәҙмә майҙандарының 30 мең квадрат метры файҙа ланды.
       Башҡортостандан авиасалонда авиатөҙөлөш өлкәһендә эшләүсе
       ун предприятие ҡатнашты. Республика экспозицияһының дөйөм майҙа ны 60 квадрат метр тәшкил итте.
       Авиасалонда БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Ник олай Пучнин етәкселегендә рәсми кешеләр делегацияһы ла булды . Күргәҙмәнең беҙҙең республикаға ҡағылған өлөшө менән Борис Бондаренко етәкселег ендәге БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһы шөғөлләнде.
       БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһы хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәренә ҡа рағанда, беҙҙең экспозиция ҙур популярлыҡ менән файҙалана. С ара барышында уның менән предприятие һәм фирмаларҙың 500 - ҙән ашыу вәкиле ҡыҙыҡһыныу
       белдергән. АҠШ, Германия, Польша, Франция, Малайзия, Белору ссия, Үзбәкстан, Украина һәм башҡа илдәр менән килешеүҙәр булдырылған. Бер һү ҙ менән әйткәндә, етенсе "МАКСтың" һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булыр ө сөн сәбәптәр етерлек.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал