6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Элемтә

СМАРТСтың миллионынсы абонентына бүләк -- миллион секунд бушлай
31.10.03


       Бөгөн кәрәҙле элемтә беҙең тормошобоҙға шул тиклем тәрә н үтеп инде, хатта кәрәк кеше менән кәрәкле ваҡытта бәйләнеш кә инә алмай йонсоған мәлдәрҙе хәтерләге лә килмәй. Республи кабыҙҙа танылған кәрәҙле элемтә операторҙары араһында СМАРТС
       компанияһы ярайһы уҡ ҙур тиҙлек менән халыҡ ышанысын яулай. Компанияның Башҡортостанда күптән түгел эш башлап ебәргән фи лиалында ошо көндәрҙә элемтә селтәренә миллионсы абонентсы т оташыуы ошо хаҡта һөйләй. Был бәхеткә Башҡортостан Республик һы Президенты ҡаршыһындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара академия һының инглиз теле уҡытыусыһы Альбина Мәүлиева иреште. Уға ко мпания тарафынан туғыҙ йылға иҫәпләнгән бушлай трафик бүләк ителде.
       Миллионынсы абонентсыны билдәләү уңайынан СМАРТС компа нияһы етәкселеге "Башинформ" агентлығында журналистар менән матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Кәрәҙле элемтә операторы в әкилдәре -- компанияның директорҙар советы рәйесе Борис Скво рцов, Өфө филиалының генераль директоры Александр Серегин, к оммерция директоры Андрей Гирев унда бик күп һорауҙарға яуап
       биреп, алдағы көндәргә эш пландары менән таныштырып үтте.
       Башҡортостанда компания үҙенең эшмәкәрлеген апрель айы нда башлап ебәргәйне. Ошо ваҡыт эсендә ул егерме алты база с танцияларын сафҡа индергән. Хәҙерге ваҡытта башҡалаға яҡын у рынлашҡан райондар, республиканың көнъяҡ, төнъяҡ райондарын селтәргә тоташтырыу буйынса етди эштәр башҡарыла. Уның һөҙөм тәһе булараҡ, тиҙ арала Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишемб ай,Нефтекама, Бөрө, Дүртөйлө һәм Ағиҙел ҡалаларында яңы стан циялар сафҡа индереләсәк. Ағымдағы йыл аҙағына республикала барлығы етмеш база станцияһы асылыуы көтөлә.
       Абонентсы өсөн тәҡдим ителгән төрлө хеҙмәттәр ҙә, юғары
       технологик дәрәжәлә башҡарылған Интернетҡа инеү, IP - теле фония, мәғлүмәти һәм күңел асыу SMS хеҙмәттәре быға асыҡ миҫ ал булып тора. Йыл аҙағында GPRS хеҙмәттәре өсөн ҡоролмалар
       көйләү планлаштырылған.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал