6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Милиционерҙар енәйәтселәрҙән тыш үҙ коллегаларын да эләктерә
25.08.05


       Быйылғы йылдың ете айында Өфөлә кеше үлтереү осраҡтарыны ң яртыһы ( 43,5 процент) иҫерек килеш эшләнгән. Һәм аҙағы үл тереш менән бөткән барлыҡ талаштарҙың да тип әйтерлек башы өҫтәл артында байрам
       итеүҙән
       башланған. Йыл башынан июль аҙағына тиклем баш ҡалабыҙҙа 69
       үлтереү осрағы теркәлгән, был үткән йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыш тырғанда 40 фактҡа кәмерәк.
       Журналистар менән осрашыу ваҡытында баш ҡала милиционерҙа ры ете айға үҙҙәренең эш йомғаҡтары тураһында һөйләне. Был в аҡыт эсендә Өфөлә
       барлығы 14063 енәйәт осрағы теркәлгән, уларҙың яртыһынан кү берәге асылған. Һәр өсөнсө енәйәт - бурлыҡ. Быйыл уларҙың һаны 36 п роцентҡа күберәк.
       Артабан исемлек буйынса мутлашыу осраҡтары килә. Аферасыл ар ҡулынан
       беренсе сиратта өлкән йәштәге кешеләр зыян күрә. Ололарҙы " тишек кәмәгә ултыртыу" схемаһы бик ябай, әммә үтемле. Ғәҙәтт ә үҙҙәрен социаль хеҙмәткәр тип таныштырыусы еңел аҡса ҡолдары пенсионерҙың йо ртона үтеп инә, артабан инде, алдан әҙерләнгән легенданы тың лағандан һуң, хужа аҡсаһын йә үҙе сығарып тоттора, көтөлмәгән ҡунаҡ аҡсаны үҙе үҙләштерергә лә күп һорамай.
       Әлеге көндә талау осраҡтары йыш, былтырғы менән сағыштырғ анда ике тапҡыр күберәк.
       - Әле бер биш йыл элек талау осраҡтары күпселек ҡыш көнө була ине,
       енәйәтселәр ҡиммәтле йәнлек тиреләренән тегелгән баш кейемд әрен урларға оҫтарҙы,бөгөн иһә улар ҡул һуҙған төп әйбер - к еҫә телефоны, - тип һөйләй
       Өфө ҡала эске эштәр идаралығының штаб начальнигы Әнсәф Хәсә нов.
       Быйыл ялған аҡса эшләүселәр һаны ла бермә - бер артты. Пр актика күрһәтеүенсә, улар 100, 500 һәм 1000 һумлыҡ купюралар эшләүҙ е хуп күрә. Милицияның һуңғы эре "табышы" - 27 йәшлек Туймазы егете, тәр тип һаҡсылары уның фатирында 150 яһалма банкнота таба.
       Наркотиктарға бәйле хәл дә көсөргәнешле булыуҙан туҡтамай .
       - Наркоконтроль үҙ бурысын башҡарыуға ҡарамаҫтан, был өлк Ьлә милицияның эше кәмемәй. Тик енәйәт өсөн яуаплылыҡҡа башлыса
       наркотик
       ҡулланыусылар тарттырыла. Уны таратыусыларға, ҡыҙғанысҡа ҡа ршы, һирәк сығабыҙ, - тип таный Әнсәф Хәсәнов.
       Миграция хеҙмәте, паспорт - виза идаралығы хеҙмәткәрҙәрен ең дә эше етерлек. Быйыл Өфөлә туғыҙ мең ярым сит ил кешеһе теркәлгән - был үткән
       йыл менән сағыштырғанда ике мең ярымға күберәк. Ете ай эсен дә тәртип
       һаҡсылары 13 мең тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәлә 38 сит ил гра жданы
       законһыҙ рәүештә эшкә урынлашҡан өсөн, тағы 187 кеше - терк әлеү режимын боҙған өсөн илдән сығарылған. Законһыҙ рәүештә сит ил кешеләренең ҡул
       хеҙмәтен файҙаланыусылар ҙа язаға тарттырылған.
       Енәйәт эшендә тотолған мигрантар ҙа бар, уларҙың дүрттән бер өлөшө наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле. 26 сит ил кешеһе б ыйыл үҙҙәре зыян күреүсе тип танылған.
       Милицонерҙар араһында ла законды һанға һуҡмаусылар бар. М әҫәлән, иҫәпкә ҡуйыу - теркәү тәртибен боҙған өсөн генә лә ете ай эс ендә прокуратура тарафынан 35 енәйәт эше асылған. Улар күпселек я ҙылған ғаризаланы теркәмәү йәки енәйәт эше асыуҙан сәбәпһеҙ рәүештә
       баш тартыуҙа ғәйепләнә. Бындай тәртип боҙоу өсөн өс йылға хөкөм ителергә мөмкин. Әнсәф Хәсәнов милиция сафтарында тәртип йәһәтенән х әҙер юғары талаптар ҡуйыла тип белдерҙе. Мәҫәлән, әлеге ваҡ ытта дежур часткә
       шылтыратыуҙарҙың барыһы ла яҙылып барыла һәм көн дә тикшер елә.
       Милиционерҙарға әйтер һүҙегеҙ булһа, 37 - 14 - 92 "ышаныс
       телефоны" буйынса шылтыратығыҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал