6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йәшәйеш - шул уҡ сериал түгелме
24.08.05


       Берәй апай тейешле кешегеҙҙең үҙ теләге менән сери ал ҡарауҙан баш тартыуын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы Әйтә йек, "Кармелита" йәки "Исцеление любовью" сериалдарын ҡарарға теләмәй  Ә быға ти клем ул тын да алмайынса "Подари мне жизнь!" сериалын "йотто мо" Бер аҙ үткәнгә ҡайтһаҡ, "Санта - Барбара", "Рабыня Изаура" һәм башҡалар... Борсолмағыҙ,
       ул бер үҙе генә түгел. Миллионлаған Рәсәй телетамашасылары бөгөн сериал ҡарай. Сит ил сериалдары тураһында бик күп яҙылды, бөгөн иһә
       үҙебеҙҙең драматургтар ҙа шундай уҡ тетрәндергес тарихтар төшөрөргә өй рәнде, әммә, Рәсәйгә хас булғанса, беҙҙең фильмдарҙа матур һ үҙҙәр һәм бай кейемдәр, биҙәктәр аҙыраҡ. Әммә башҡаһы беҙҙә лә етерлек, һәм бәғзе п ерсонаждар
       матур итеп үҙҙәрен ҡорбан иткәндән һуң, ҡалғандары барлыҡ а уырлыҡтарҙы
       ла геройҙарса үтеп, бәхетле финалға барып етәсәк, фильм иһә
       күмәк туйҙар
       байрам итеү менән тамамланасаҡ.
       Нимә тураһында әле мин Ә, эйе! Мин бер ҙә сериалдарға ҡа ршы түгел. Дөрөҫ, уларҙы бик һирәк ҡарайым, сөнки бер серияһынан һуң уҡ
       кем "ыңғай", кем "тиҫкәре" булыуы, һөҙөмтәлә кем еңелә, ке м йондоҙҙарға табан атлаясағы билдәле. Әммә беҙҙә телетапшырыуҙар ҡарауға сик юҡ . Һәр кем
       күңеле теләгәнде ҡарарға хоҡуҡлы.
       Минең бары тик бер аҙ фекер йөрөтөү генә ине. Әгәр сериа лдарҙың кейем - һалым, интерьер һәм фразаларҙан торған матур
       "ҡабын" сисһәң, бик аҙ нимә тороп ҡаласаҡ. Был ғына түгел, дәрттәр ярһыуы, намыҫлы, йәки, киреһенсә, түбәнсел ҡылыҡ ҡылған кешеләрҙе күрер өсөн телевизор экранын а текләп ултырыу мотлаҡ түгел. Күрше фатир, подъезд, күрше йортта тағ ы ла ҡыҙығыраҡ тарихҡа шаһит булырға мөмкин. Һәм берәүгә генә лә түгел. Бары
       тик улар билдәле ваҡытта ғына түгел, ә сикһеҙ дауам итеүе и хтимал. Һәм
       геройҙар ҙа мотлаҡ сәғәт етелә пәйҙә булмай, ә даими рәүешт ә үҙ тормошо менән йәшәүен дауам итә. Һәм, иң мөһиме, уларҙы
       ҡарауҙы башлар йәки
       туҡтатыр өсөн телевизор кнопкаһына ғына баҫыу етмәй. Аҙағы бәхетле
       тамамланыуы ла шарт түгел.
       Бына, мәҫәлән, беҙҙең күршелә йәшәүселәр төп герой булып сығыш яһаған тарихтарҙың береһе.
       Йәшәгән ти бер сибәр ҡыҙ, йырларға - көлөргә яратҡан, ғө мүмән, бик шат күңелле булған ул. Үҙе кеүек матур һәм батыр осоусы менән ду ҫлашҡан. Бер
       көнө осоусы һәләкәткә осрай, ауыр йәрәхәтләнә һәм һөйгәненә
       ауырлыҡ һалмаҫ өсөн алыҫ - алыҫтарға сығып китә, ә китер алдынан яҙғ ан хушлашыу хатында уларҙың башҡаса бер ҡасан да күрешмәйәсәктәре тураһы нда белдерә. Ҡыҙ ҡайғыһынан аҡылдан шашырҙай була, егеттең артын ан ер
       сигенә лә китергә әҙер ҙә бит, тик уның ҡайҙалығын белмәй.
       Ә тормош дауам итә... Бына бер саҡ уға икенсе егет ғашиҡ була, тик ҡыҙға ул бер ҙә оҡшамай. Тик ныҡышмал булып сыға егет, ҡыҙҙ ы эҙәрлекләй башлай. Бер ҡайҙа ла ҡасып ҡотола алмай, ҡайҙа барһа ла эргәһенә ғашиҡ егет килеп баҫа. Ниһәйәт, ул үҙ теләгенә ирешә - ҡыҙ был еге ткә кейәүгә сыға. Уларҙың өс улы донъяға килә. Балалар үҫә. Бер көндө ир ҡатынына балта
       менән һуға. Яралары үлемесле булмай, тик тәнендә балта эҙҙә ре ҡала.
       Асыҡланыуынса, ул быға тиклем дә ҡатынын туҡмаған булған ик ән. Эсергә лә яратҡан. Ғөмүмән, тормоштары шәптән булмай ула рҙың. Ирҙе төрмәгә ултырталар. Тик ҡатын унан айырылмай, фатирын да алмаштырмай , башҡа ҡалаға ла күсеп китмәй. Ҡайҙа китһәм дә барыбер табасаҡ ул м ине, тип уйлай ҡатын. Улдары үҫеп етә, ире ваҡытын тултырып ҡайта, һәм улар тағы ла
       барыһы бергә йәшәй башлай.
       Йылдар үтә, йәш сибәр ҡыҙ йыуан ҡатынға әйләнә. Араҡы ме нән һатыу итә, процентҡа аҡса бирә. Фатирҙа улар менән бергә
       һигеҙ эт, ике бесәй йәшәй һәм бер ваҡытта ла ремонт эшләнмәй. Улдары күптән инде үҙ ға иләләре менән башҡа ҡалаларға таралыша.
       Бер заман ҡатын ауырый башлай, көнө буйы тип әйтерлек уры нынан тормай. Ире уны тәрбиәләмәй, пенсия аҡсаһын тулыһынса эсеп бөтә. Һуңғы көндәрендә ҡатындың эргәһенә бер кем дә инмәй тиерлек.
       Ҡатын вафат була, ире был ваҡытта күрше бүлмәлә иҫерек ки леш аунап ята. Ул әле лә иҫән, даими рәүештә күрше магазинға
       араҡы алырға йөрөй.
       Ошо сериал өсөн сюжет түгелме Тик уның буйынса бер ҡасан
       да сериал төшөрмәйәсәктәр, сөнки ул беҙҙең йәшәйешебеҙ. Телевизорҙа
       күрһәткәндәрҙән ул матур "ҡабы" булмауы менән айырыла. Һә м бында күпте белгән режиссер беҙгә ҡайҙа - мөхәббәт, ҡайҙа - нәфрәт, кемдәр ыңғай герой, кемдәр - кире, кем оҡшарға тей еш, кемде яратмаҫҡа тейешлегебеҙҙе лә күрһәтеп бирмәй.
       Телеивзорҙы ҡабыҙып, сираттағы серияны ҡарап, түҙемһеҙлек
       менән иртәгә буласағын көтөү еңелерәк, әлбиттә. Ә бына ошон дай уҡ сериал өҫтәге йә
       аҫтағы ҡаттағы күршеләребеҙҙә башланһа, уны ишетергә лә, кү рергә теләмәйбеҙ. Ә инде кемдер беҙҙең ярҙамыбыҙға мохтаж икән, бө төнләй ишекте бикләп ултырабыҙ. Ә был бит шул уҡ сериал, тик уның " фантигы" ғына юҡ.

Евгений Сюткина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал