6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Комсомолец Лаврентьевтың "сәйнүк тураһындағы" эше
24.08.05


       Комсомолдың юбилейына тиклем ваҡыт аҙ ҡалып килә. Һәм
       "БАШвестЪ" үҙ уҡыусыларын тормоштарында комсомол сағыу эҙ ҡалдырған, йәшлек
       символына әүерелгән кешеләр менән таныштырыуын дауам итә.
       Сергей Николаевич Лаврентьев бөгөн БР Президенты ҡарамағы ндағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы проректоры вазифаһын башҡара. Уның комсомол биографияһы 14 йәшендә, уны
       ВЛКСМ ойошмаһына ҡабул итеүҙән башлана. Армияла ул шулай уҡ
       йәмәғәтселек эшмәкәрлеге
       менән әүҙем шөғөлләнә - хәрби частең комсомол ойошмаһы секр етаре булып эшләй. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында ко мсомол комитеты секретаре урынбаҫары, Мәскәүҙә аспирантура тамамлағандан һуң
       - ошо уҡ
       вузда йәштәр ойошмаһы секретаре була.
       - Комсомол кешене яуаплылыҡ аша тәрбиәләне, - тип хәтерлә й Сергей
       Николаевич. - Бөгөнгө эшҡыуарҙар, етәкселәр, бер һүҙ менән әйткәндә, лидерҙар комсомолдан үҫеп сыҡты. Мине комсомол халыҡты ойошт орорға,
       һөҙөмтәгә өлгәшергә өйрәтте. Комсомолда эшләү - менеджментт ың ҡатмарлы формаһы ул, унда проектты хәл итеү барышында кеш еләрҙең яҡшы сифаттары формалаша, үҫешкә этәргес көстәр барлыҡҡа килә.
       Вуз комсомолы өсөн патриоттар тәрбиәләү изге йола булып т орҙо. Кешенең йөрәге асыҡ булырға тейеш. Беҙ балалар йорттар ына ярҙам иттек, шефлыҡҡа ала, студент аҡсаһына алынған бүлә ктәр менән ҡыуандыра торғайныҡ.
       Тағы бер йола - "Дуҫлыҡ" интернациональ төҙөлөш отрядтары
       төҙөү. Беҙҙең бурыс - йәштәрҙе ижадҡа йүнәлтеү булды. БДУ һ әм нефть университеты бындай эштәрҙе башлап йөрөнө. Сәйәси йыр конкурстары, йәрмин кәләр ойошторҙоҡ. Үҙ ҡулыбыҙ менән эшләгән әйберҙәрҙе, дефицит пл астинкалар
       коллекцияһы, плакаттар, гравюралар һатыла торғайны.Йыйылған
       аҡсаны төрлө берҙәмлек фондтарына - Чили сәйәси әсирҙәре, Африка ха лҡына һ. б.
       ебәрә инек.
       Беренсе курс студенты аҙналығын да беҙ башлап ебәрҙек. Ву зға студент
       ҡанатланып килә бит, һәм уның энергияһын ыңғай юҫыҡҡа ебәре үе бик мөһим. Аҙнаның символы - яңы сыҡҡан себеш. Был байрам
       мотлаҡ тәүге аҙнала ойошторола. Быға тиклем бер - береһен белмәгән студенттар ба йрамға әҙерләнгәндә дуҫлаша. Шулай итеп коллектив, уның лидерҙары барлыҡҡа килә. Беҙ, университеттың комсомол активы уларҙы күҙәтәбеҙ, лидер булырлыҡтарын билдәләйбеҙ. Минең коллегаларым Валерий Майстр енко, Татьяна Щелчкова, Евгений Маврин, Светлана Родионова, Алекса ндр Голощапов, Римма Искәндәрова, Виктор Гурьев булды.
       Күп кенә ВЛКСМ ағзалары кеүек үк, Сергей Лаврентьев та ко мсомолды уның сәйәси өлөшө: формализм, ҡайһы бер етәкселәрҙе ң карьера артынан ҡыуыуы, партия органдары тарафынан ҡаты ко нтроль булыуы юҡҡа сығарҙы тип һанай.
       - Бер хәлде һаман да онота алмайым, - тип дауам итә әңгәм әсем. - Комсомол, билдәле булыуынса, атеистик ойошма булды. Аллаға ышаныусылар ҡаты эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә, вуздан ҡыуыла ине. Һәм беҙ шулай Пасха байрамында ҡатнашҡан бер егет униве рситеттан ҡыуылды. Әле лә быны һөйләүе миңә еңел бирелмәй. Хәйер, йышыраҡ беҙ "ғәйе плеләрҙе" уҡыу йортонда ҡалдырырға тырыша торғайныҡ.
       Был ҡыҙғаныс хәл. Ҡыҙыҡ осраҡтар ҙа була торғайны, тип хә терләй Сергей Николаевич.
       - Был хәл "сәйнүк эше" булараҡ билдәле. Юрфактың дөйөм ят ағында беренсе һәм дүртенсе курс студенттары һуғышҡан. Асыҡланыуынс а, егеттәр
       дөйөм кухняла сәй ҡайнатырға ҡуйған, ә өлкәнерәк курстар үҙ ҙәренеке ҡайнағанын көтөп тормайынса, йәштәрҙекен алып киткән. Һөҙөмт әлә бер аҙ йоҙроҡ уйнатып алғандар. Был ғәҙәттән тыш хәл. Етди тикшереү ҙәргә тиклем алып барып еткермәҫкә лә булыр ине, әлбиттә, әммә эш принцип та - кемделер вуздан ҡыуырға кәрәк. Шул саҡ беренсе курс сту денттары зачеткаларын йыйып деканатҡа килде һәм әгәр бер студентты ҡыуһағыҙ, бары быҙ ҙа
       китәсәкбеҙ, тип белдерҙе. Быны булдырырға ярамай ине, әлбит тә. Һәм дөрөҫ эшләнеләр ҙә - был студенттарҙан артабан бик я ҡшы кешеләр сыҡты.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал