6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Һуңғы ғәйнә" Истамбулды әсир итте
24.08.05


       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры арти стары Төркиәлә уҙған икенсе Халыҡ - ара фестиваленән ҡайтып өлгөрмәне, өсөнсөһөнә лә
       саҡырыу алды. Әйткәндәй, фестивалдә ҡатнашыусы 18 илдән аҙҙ ар ғына бындай хөрмәткә лайыҡ.
       "Академиктар" төрөктәрҙе "Һуңғы ғәйнә" тип аталған музыка ль - романтик драмаһы менән әсир итте, унда режиссер Илдар Ғиләжевтың да, актерҙарҙың да бик көслө эшен билдәләргә кәрәк.
       - Музыка, бейеүҙәр, уйын - был театрҙа барыһы ла бар, - т ип билдәләй үҙенең мәҡәләһендә Төркиәнең алдынғы театр тәнҡитсеһе Хаяти
       Асылъязыджи, - үҙ уңышы менән Истамбул фестивалендә ул алды нғылар
       рәтенә сыҡты. Спектаклдә тарих һәм заман сәнғәте үрелеп кил ә. Бындайҙы
       мин төрки театрҙарында тәүгә күрәм.
       Билдәле тәнҡитсенең һүҙҙәрен беҙҙең журналистарға Истамбу лдағы
       Башҡортостан Республикаһы вәкиле Каншубей Адраевич Мизиев т әржемә
       итеп ишеттерҙе, уның менән беҙ Башҡорт академия театрында ү ткән матбуғат конференцияһында осраштыҡ. Ул, әйткәндәй, Төркиәлә беҙҙең "академиктарҙың" гиды ролен үтәй һәм улар тыуған илдәренән а лыҫта ла үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй .
       - Йәшәү шарттары бик шәп булды, беҙҙе биш йондоҙло отелдә урынлаштырҙылар, тәмле ашаттылар. Транспорт йәһәтенән дә про блемалар булманы, - тип һөйләй Азат Йыһаншин. - Һәм Истамбулға килеүе беҙ тәүге тапҡыр булмағанлыҡтандыр, моғайын, тамашасының беҙҙе көтөп а лыуы һиҙелә ине.
       Үткән йылғы фестивалдән айырмалы рәүештә быйылғыһы беҙҙе төрки телле илдәрҙән тыш, Норвегия, Голландия, Канадала теат р эшмәкәрлегенең нисек ҡуйылыуы менән дә таныштырҙы. Бындай синтез донъя мәҙәниәтен ең берлеге һәм шул уҡ ваҡытта һәр халыҡтың үҙенә генә хас, ҡ абатланмаҫ һыҙаты булыуын күрһәтә.
       Тамашалар был юлы бер юлы өс - дүрт сәхнәлә барҙы. Беҙ коллегаларыбыҙҙың эшен баһалай, улар менән аралаша алдыҡ. Үт кән йылда фестиваль ҡырҡ көн дауам иткәйне: көн дә берәүҙәр килә, икен селәре ҡайтып китә. Йәғни коллегалар менән беҙ йүнләп осрашм аныҡ тип әйтергә була.
       - Ысынлап та, быйыл фестиваль яҡшы ойошторолдо, - тип һүҙ гә ҡушыла Илдар Ғиләжев. - Һәм беҙҙең унда эләгеүебеҙ БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының ҡаҙанышы.
       Миңә Төрөк театрының әҙәби классик Азиз Несин әҫәре буйы нса ҡуйылған спектакле оҡшаны. Спектакль бер юлы ҡыҙыҡлы ла,
       ҡыҙғаныс та килеп сыҡты, һәм сәхнәлә сағыу биҙәктәр булмауы на ҡарамаҫтан, йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
       Төркмән театрының тарихи темаға ҡуйылған спектакле лә яра йһы уҡ
       ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
       Албан театры Мольерҙың "Һаран" пьесаһы буйынса үҙ версияһ ын тәҡдим
       итте. Тик миңә ул оҡшап етмәне. Тунис театры хайран ҡалдырҙ ы: акробаттар, батут - торғаны бер цирк инде!
       Македония театры артистары Истамбул уртаһындағы... бассей нда спектакль ҡуйҙы. Уның эргәһендә майҙан төҙөлдө. Спектакл дә өс ҡатын - ҡыҙ һәм ике ир кеше ҡатнаша. Башта барыһы ла я ҡшы ғына барғандай ине, һуңынан акустика эшләмәй башланы. Йү гереүсе юлдар ҙа хәлде төҙәтә алманы: ул актерҙың әйткән һүҙҙәрен тулыһынса биреп еткермәй. Беҙ коллегаларыбыҙ
       өсөн бик борсолдоҡ, уларҙың юғары профессионал булыуҙары күренеп тора , тик шулай ҙа тамашасыларҙың йөрәгенә барып етә алманылар.
       Төркиәлә беҙҙең йәш драматург Артур Иҙелбаевтың дебюты, ә йтергә кәрәк, бик уңышлы үтте. Актерҙар бик яҡшы уйнаны. Алһ ыу Ғәлина Истамбулда ысын йондоҙға әйләнде. Уны тамашасылар бик яҡшы ҡаршы алды, урамда ла таный башланылар.
       - Башҡорт академия театры спектакле оҡшамаҫҡа мөмкин түге л, - ти
       Каншубей Мизиев. - Һәм актерҙарҙың киләһе фестивалгә саҡыры у алыуы ла күп нимә тураһында һөйләй.
       Әйткәндәй, Хаяти Асылъязыджи беҙҙең артистарға киләһе йыл
       комедия алып килергә тәҡдим иткән. Хәҙер "академиктар" нинд әй комедия һайлау өҫтөндә баш вата. Бәлки, ул театрҙың баш р ежиссеры Айрат Әбүшахманов ҡуйыуында "Ҡоҙаса" спектакле булы р. Спектакль премьераһын беҙ киләһе сезонда күрәсәкбеҙ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал