6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Легионерҙар еңеү яулай, беҙҙекеләр көн үткәрәме
23.08.05


       Өфөнөң "Салауат Юлаев" коллективы абруйлы "Лада" Кубогында икенсе урын яуланы. Команда тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайтты һ әм бер аҙ ял иткәндән һуң күнекмәләр үткәрергә тотондо ла ин де. "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе Рафаил Ишмәтов менән телефон аша элемтәгә инеп, уның уйындан
       алған тәьҫораттары һәм Өфө клубының киләсәккә пландары менән уртаҡ лашыуын һораны.
       - Тольятти ҡалаһында үткән турнир ниндәй тәьҫораттар ҡалд ырҙы
       - Һөҙөмтәнән ҡәнәғәтмен, әлбиттә. Әммә хәл иткес мәлдәр ф айҙаланмай ҡалған осраҡтар күп. Был һөжүм итеүселәргә лә, һаҡсыларға ла
       ҡағыла.
       - "Ладаға" ҡаршы финал матчына һеҙ Дмитрий Мелешконы сыға рманығыҙ. Ни өсөн - ул ваҡытҡа белорус легионеры иң яҡшы бомбардирҙарҙ ың береһе һанала ине бит
       - Мелешко йәрәхәт алды, ул берәр аҙна уйнамаясаҡ, минеңсә .
       - Һәм был уйынсы булмағанлыҡтан Зюзиндың звеноһы тарҡалды мы
       - Эйе, нәҡ шулай булды...
       - Һәм шуға күрә һеҙ Зюзин менән Булянскийҙы эскәмйәгә улт ырттығыҙмы
       - Юҡ, улар берәү аша уйнаны. Һеҙ аңлағыҙ - йәш уйынсы дүр т көндә рәттән дүрт матчты юғары кимәлдә үткәрә алмай.
       - Һеҙ журналистар менән һөйләшкәндә йыш ҡына "психология йәһәтенән
       проблемалар" тип ҡабатлайһығыҙ, Уйынсыларҙың был проблемаһы
       нимәнән
       ғибәрәт Һәм, ғөмүмән,"хоккейсы психологияһының" "яҡшы" йәк и "көсһөҙлөгө" нимәне аңлата
       - Психология - ҡатмарлы төшөнсә. Мәҫәлән, команда сезон а лды турнирҙарында еңгән осраҡта ул күтәрелә. Психология тәртиптә
       булһа,
       хоккейсы теге йәки был эпизодта һалҡын ҡанлы булып ҡалырға һәм дөрөҫ
       уйнарға, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға көс таба.
       - Яҡын арала һеҙгә киләһе чемпионатҡа заявка бирергә кәрә к буласаҡ. Сезон алды уйындары буйынса кемде команданан сығарырға уйлай Ъығыҙ
       - Әлегә бер кемде лә түгел. Заявкаға 28 кеше инә - тимәк барыһына ла урын етәсәк.
       - Тик командала легионерҙар артыҡ буласаҡ бит. Һеҙҙә дүрт
       белорус егете ( Мезин, Кукушкин, Крутиков, Мелешко) һәм ҡаҙаҡ Беляев. Ә ма тчта бары тик өс сит ил кешеһе уйнай ала.
       - Мезиндың Рәсәй гражданлығы бар. Ә ҡалғандарына килгәнд ә, күҙ күрер
       әле.
       - Уларҙың икәүһе менән барыһы ла аңлашыла: Беляев һәм Мел ешко һуңғы
       матчтарҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте - БР Президенты Кубог ында һәм "Лада" Кубогында икенсе бомбардир исеменә лайыҡ булдылар. Ә тағы ике үҙәк форвард беҙгә нимәгә кәрәк - өҫтәүенә улар "Салауат Юла ев" составында иң яҡшылар иҫәбендә лә түгел
       - Әлегә тиклем беҙҙең беренсе звено юҡ! Һәм командала үҙә к һөжүм итеүселәр ҙә етешмәй! Заварухин менән Хлыстовтың йәрәхәттән һуң ҡасан нормаға килерҙәре билдәһеҙ. Зюзин Чемпионаттың барлыҡ 50 уй ынына уның көсө етмәйәсәк! Жмаев Ә һеҙ икенсе команда трене рынан был уйынсының Орск ҡалаһында үткән турнирҙа нисек сығыш яһағанын һорағыҙ!
       - Әммә сит ил егеттәрен алып һеҙ Рәсәй хоккейына бер нимә
       менән дә
       ярҙам итә алмайһығыҙ бит. Легионерҙар суперлигала уйнай, Өф ө егеттәре фарм - клубта көн үткәрә. Һәм үҙебеҙҙекеләргә ҡарағанда арт ыҡ көслө булмаған легионерҙарҙан ниндәй файҙа Мин Мезин, Мелешко йәк и Беляевты күҙ уңында тотмайым, әлбиттә...
       - Бәлки һеҙгә минең урынға килергә, ә миңә ҡулыма ручка а лырғалыр! Мин үҙем дә "ниндәйҙер ағай" өсөн спортсылар үҫте рергә теләмәйем, үҙ егеттәребеҙҙең үҫеүен теләр инем! Тик ҡайҙа һуң ул үҫеш Әлб иттә, әгәр ҙә
       беҙҙең тәрбиәләнеүселәрҙән кемдер шул уҡ "легионерҙар" менә н бер кимәлдә уйнай икән, тимәк икенсе командала сит ил егеттәре, ә суперлигала
       өфөлөләр уйнаясаҡ. Белорус форвардтарын улар ҡыйбат булмаға ны өсөн генә алабыҙ. Шул уҡ Кукушкин - беҙ унда перспектива күрәбеҙ. Ягр кеүек оҫтаға аҡса түгеп тә, һуңынан тейешле һөҙөмтәгә өлгәшмәү - беҙҙең ө сөн бының
       ҡыҙығы юҡ.
       Бәлки Өфө клубы тренеры хаҡлылыр ҙа. Һәр хәлдә уның һайла ған тактикаһының дөрөҫлөгө тураһында киләһе йыл ғына фекер йөрөт ә аласаҡбыҙ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал