6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Республика халҡы өсөн "Төнөн мөмкин"
23.08.05


       Башҡорт режиссеры Айсыуаҡ Йомағоловтың "Төнөн мөмкин" исем ле фильмы башҡа кино яңылыҡтары менән бергә илебеҙ экрандары нда күрһәтелеүен дауам итә.
       Йомағоловтың ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы июнь айында Сочи ҡалаһында үткән "Кинотавр" Рәсәй кинофестиваленең "Ҡыҫҡа мет р" конкурсында ҡатнашыусы фильмдарҙың иң сағыуҙарының береһе булараҡ иҫтә ҡ алды.
       Фильмды төшөрөүҙә сценарист - Айсыуаҡтың ВГИК буйынса кур сташы Анастасия Истомина, бөгөн Мәскәүҙә эшләүсе ҡуйыусы оператор Даян Ғәйетҡолов, ҡуйыусы рәссамдар Илдус Байғондин, Дмитрий Хильч енко,
       картина директоры Лилиә Ризуанова һәм, әлбиттә, Өфө театрҙа ры актерҙары: Любовь Никитина, Марат Ҡорбанғәлиев, Александр
       Резниченко, Айрат Әхмәтшин, Гүзәл Мөхәмәтйәнова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, башҡорт театры гримеры Динә Ғимранова, "Нур" театры режиссеры Илдар Вәлиев,
       Өфө балалар театр студияһы етәксеһе Юрий Карманов ҡатнашты.
       - Айсыуаҡ Йомағоловтың "Төнөн мөмкин" тип исемләнгән ижад
       емеше, дөрөҫөн әйткәндә, төп призға дәғүә итә ине, - тине "Башинфор м" агентлығы
       хәбәрсеһе Әлиә Дәүләтшина менән әңгәмә ваҡытында "Кинотавр" кинофестивалендә "Ҡыҫҡа метр" конкурсының жюри ағзаһы Виктор ия
       Белопольская. - Беҙ коллегаларым менән был турала һөйләштек . Һәм быға тиклем бер ниндәй ҙә приз алмаған режиссерҙарҙы дәртләндерер гә булдыҡ. Ә "Төнөн мөмкин" картинаһы башҡа Рәсәй конкурстар ында наградалар алып өлгөрҙө лә инде. Айсыуаҡтың, режиссер булараҡ, киләсәге өмөт лө. Миңә билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта ул тулы метражлы картина өҫ төндә эшләй, һәм, әгәр ҙә "Төнөн мөмкин" фильмы ҡыҫҡа метраж лы булмаһа, ул төп конкурста ла ҡатнаша алыр ине.
       Әйтергә кәрәк, был 40 минутлыҡ таҫма - Йомағоловтың дипло м эше. Картина "Пролог" Халыҡ - ара фестивалендә "Ҡыҫҡа метр ажлы нәфис фильмда иң
       яҡшы режиссура өсөн" дипломынан тыш "ВГИК - 2004", "Сталкер
       - 2004"
       Халыҡ - ара фестивале, "Изге Анна" Мәскәү фестивале призда рына ла лайыҡ булды.
       "Төнөн мөмкин" фильмы - өлкән йәштәге ир һәм йәш ҡыҙ араһ ындағы мөнәсәбәттәрҙе хикәйәләүгә ҡоролған. Төп ролдәрҙе шағир Мәүл етбай Ямалетдинов һәм бөгөн Мәскәүҙә Яңы рус драма театрында режис сер булып эшләүсе Нәркәс Искәндәрова башҡара.
       - Картинала ғәжәйеп хис - тойғоларға бай мөхит һүрәтләнә - ышаныс юҡҡа сыҡҡанда ла өмөттө юғалтмау. Фильм оҫталарса эшләнгән. Һәм ул халыҡ - ара танылыуға тулыһынса дәғүә итә ала, - ти Белоп ольская.
       Жюри фекере буйынса башҡорт режиссерының эшен новаторҙарс а тип атарға булыр ине. Фильм триллер рухында башлана, артабан Йом ағолов уны бик оҫта итеп психологик драма жанрына күсерә. Һәм был экспе римент барып сыҡты тип әйтергә була.
       Рәсәй киноһы көнөнә арналған Рәсәй фильмдары фестивале Ба шҡортостан кинотеатрҙарында 25 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Фестивалде ойоштороусы - "Башкиновидеопрокат" идаралығы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал