6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Икмәк тә, бесән дә етерлек буласаҡ
23.08.05


       Август айы - ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡыҙыу мәл. Баҫ ыуҙарҙа - уңыш , ә БР Ауыл хужалығы министрлығында - уңыш ту раһында мәғлүмәт йыйыла. Игендең нисек уңыуы, бесән әҙерләү, ужым культуралары сәсеү бөгөн иң көнүҙәк темалар булғанлыҡтан, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренә жур налистарҙан тынғы юҡ. "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе яңы мәғлүм әт һорап шылтыратҡанда ла ошондай ҡыҙыҡлы диалогҡа шаһит бу лды.
       - Павел Михайлович, тағы ла гәзиттән һеҙҙе һорайҙар!
       - Бигерәк күптәр ҙә инде, мин юҡ тип әйт!
       - Мин һеҙ бар тип әйтеп өлгөрҙөм инде!
       - Сыҡты тиң!
       Ошондай һүҙҙәрҙән һуң телефон трубкаһын алған хеҙмәткәр " БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә ул эҙләгән етәксенең әле генә сығып китеү е, йәғни һуңыраҡ шылтыратырға кәрәклеге тураһында әйтергә мәжбүр булд ы. Әммә, бәхеткә ҡаршы, беҙҙең гәзитте был ведомствола хөрмәт итәләр,
       һәм тиҙҙән
       аңлашылмаусанлыҡтар юлға һалынды һәм беҙ кәрәкле мәғлүмәткә
       эйә булдыҡ. Шулай итеп, Башҡортостанда игендең тәүге миллио н тоннаһы, дөрөҫөрәге
       бер миллион 267 мең тонна борсаҡ, ужым арышы, бойҙай һәм ар па бураларға һалынған. Үткән ял көндәрендә йыйылған иген 194
       мең тонна тәшкил иткән, уртаса уңыш - гектарынан 17 центнер. Дүртөйлө, Илеш, Өфө һәм
       Саҡмағош райондары эшсәндәре алда бара, улар гектарынан 23 центнерҙан
       да кәм алмай. Беренсе булып республикала бойҙай һәм ҡуҙаҡлы культур алар
       йыйыуҙы Иглин районы игенселәре тамамланы. Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 745 мең гектарҙа иген һуғып алынған (47 проце нт). Республиканың 23 районы 50 процентлыҡ сикте үткән дә инде. Т имәк ҡышын икмәкһеҙ ултырмаясаҡбыҙ.
       Малҡайҙар ҙа ас ҡалмаясаҡ тип ышаныс менән әйтергә була. Республикала бесән әҙерләү буйынса план үтәлгән. Башҡортоста нда 651 мең тонна бесән, ике миллион 301 мең тонна сенаж һәм 284 мең тонна һалам әҙер ләнгән, был мал башына иҫәпләгәндә уртаса 17, 2 центнер тигән һүҙ. Иң кү бе - мал башына 22 центнерҙан ашыу - аҙыҡ берәмеге әҙерләүселәр - Б өрө, Ғафури, Иглин, Нуриман, Шаран һәм Яңауыл райондары ауыл
       хужалығы предприятиелары.
       Республикала ужым культуралары сәсеү ҙә йылдам бара. Бөгө нгө көнгә 227 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән, был п ландың яртыһын тәшкил итә. Һуңғы көндәрҙә Ауырғазы, Өфө һәм Белорет райондарында ла был мөһим эшкә тотондолар. Яҡын арала бөрйәндәр сәсеү эшен башларға ни әтләй.
       Малсылар нимә хәбәр итә Тәтешле районы - республикала тә үге булып һөт һауыу буйыса өс меңлек сикте үтте. Белгестәр б ыйыл Тәтешле хужалыҡтарында бер һыйырҙан уртаса дүрт мең килограмдан ашыу
       һөт һауып алынасаҡ тип күҙаллай. Уртаса алғанда республикал а йыл башынан һәр һыйырҙан 2191 килограмм һөт һауылған, был үткән йылдың ошо о соро менән сағыштырғанда 370 килограмға күберәк.
       Бөгөн республика хужалыҡтарында бер һыйырҙан тәүлегенә 10 , 5 килограмм һөт һауыла. Тәтешле, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Өф ө райондарында иһә 12 килограмдан ашыу һөт һауып алырға өлгәшәләр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал