6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Балалар йөрәген ҡотҡарыусы Ковалев
22.08.05


       Киләһе шишәмбелә Өфө билдәле Рәсәй хоккейсыһы, чемпио н, Стенли Кубогы эйәһе, Рәсәй йыйылма командаһы капитаны һәм мультимил лионер Алексей Ковалевты көтә. Ул баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары
       менән танышырға һәм йәш "юлаевсылар" өсөн ике мастер - класс үткәр ергә ниәтләй. Алексей Ковалевтың Өфөгә сәфәре "Ерҙәге бар балаларға" акцияһы сиктәрендә үтә. Спортсы һәм уның ярҙамсылары Рәсәй буйлап о йоштролған
       акцияларҙан йыйылған аҡсаны йөрәктәренә операция үткәреүгә мохтаж балаларға ярҙам итеүсе фондҡа тапшыра. Был фонд аҡсаһына ауы рыу балаларҙы Рәсәй төбәктәренән Мәскәүгә алып киләләр, артабан улар Америка клиникаһына оҙатыла. Хәйриә фонды эшендә шулай уҡ Сергей Немчинов, Александр Могильный, башҡа билдәле хоккейсылар ҡатнаша.
       Ковалев үҙе вертолетҡа идара итеп, Рәсәйҙең хоккей яратыу сы Тверь, Электросталь, Воскресенск ҡалаларында булған да инде. 21 авг уста ул үҙенең тыуған Тольятти ҡалаһында "Лада" тәрбиәләнеү селәренә мастер - класс үткәргән, 23 - 24 августа Өфө таланттары менән тәжрибә уртаҡ лашасаҡ. Артабан форвард Силәбе, Магнитогорск, Ҡазан, Санкт - Петербу рг һәм Мәскәүгә юл тоторға планлаштыра.

Адександр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал