6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Адмирал Литке хаттары
22.08.05


       Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарих архивында
       ҡыҙыҡлы бер документ һаҡлана. Ул Ырымбур генерал - губернаторы канцеляри яһының архив фондынан алынған һәм "Рус император йәмғиәтенә башҡорт һәм мишәр
       ҡатын - ҡыҙҙарының өҫ һәм баш кейемдәрен килтереү тураһында " тип атала. Ул 1859 йылдың 29 мартында башлана һәм шул уҡ й ылдың 24 октябрендә тамамлана. Әммә документтың исеме уның тулы йөкмәткеһен асм ай әле.
       Баҡһаң, хат алышыуҙа билдәле рус диңгеҙ сәйәхәтсеһе һәм г еограф, Арктиканы өйрәнеүсе, адмирал Федор Петрович Литке һәм Ырымбу р һәм Һамар генерал - губернаторы Александр Андреевич Катенин да ҡ атнашҡан икән.
       Хат алышыу мәленә Федор Литке В. Головиндың ер йөҙөн парх одта әйләнеп сығыу экспедицияһында (1817 - 1819) ҡатнаша, "С енявинда" донъя тирәләй әйләнеп сығыу экспедицияһына етәкселек итә, ә 1845 йылда Рус
       география йәмғиәтен ойоштороусы булараҡ билдәлелек яулай.
       Сал сәсле адмирал үҙенең 1859 йылдың 19 мартында яҙылған тәүге хатында "Билдәле герман ғалимы Клемға (Дрезден король китапханаһы директоры) этнография музейын тулыландырыу өсөн Рәсәйҙә йәшәүсе төрлө ы рыу кәрәк - яраҡтарын йыйыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе үтенә..." Хат та һүҙ милли баш кейеме "кажбова" һәм ҡатын - ҡыҙҙар күлдәге тураһында бара.
       8 апрелдә Александр Катенин Башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе, подполковник Синбугинға милли костюмдар һатып алыуҙа ярҙам и теүен үтенеп мөрәжәғәт итә.
       19 июль көнө подполковник Синбугин үҙ сиратында губернато рға үҙенең сотник Биишевҡа мөрәжәғәт итеүе, әммә уның "кажбованы" һатыу ҙан баш тартыуы тураһында белдерә. Әммә "кантон башлыҡтары Ҡансурин һәм Биксурин шундай уҡ баш кейеме эшләргә ризалашалар, был көмөш
       аҡса менән 350 һум торасаҡ, сөнки бер фунты 35 һум торған биш фун т мәрйен һәм алты фунт боронғо көмөш тәңкә һатып алырға тура
       киләсәк".
       Литке "Кажбоваға" ҡуйылған хаҡ менән килешмәй, һәм үҙене ң губернаторға һуңғы хатында былай тип яҙа: "сығымдар ҙур бу лыуы арҡаһында Рус император географик йәмғиәте Советы әлеге ваҡытта Дрезден ға лимы Клемдың музейы өсөн был әйберҙе һатып алыуҙы туҡтатып тора.
       Һеҙҙе хөрмәт итеүсе һәм тоғро ҡалыусы Ф. Литке
       3 октябрь, 1859 й.". Башҡорт хал ыҡ ижады өлгөләренең Дрезден музейына эләкмәүе ҡыҙғаныс. Әмм ә быуат ярым ваҡыт үткәндән һуң да архивта адмирал Федор Пет рович Литкеның ҡултамғалары һаҡлана ( ул 1882 йылдың 20 авгу сында вафат була). Яңы Ерҙә (Новая Земля) уның исемен йөрөтө үсе ярымутрау, тау һәм ҡултыҡ бар, Франц - Иосиф архипелагында утрауҙар, Врангель утрауындағы м орон да билдәле сәйәхәтсенең исеме менән аталған...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал