6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе араһында - мәңгелек дуҫлыҡ
22.08.05


       Бөгөн Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостандың сәйәси тормошо б ер юҫыҡта аға. Ошо көндәрҙә республика Президенты Мортаза Рә химов етәкселегендәге ҙур делегация бер көнлөк эш сәфәре мен ән Силәбе өлкәһендә булып ҡайтты. Делегация составында Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төрлө м инистрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, иҡтисадтың ҡырҡтан ашыу тармағы: м еталлургия, машиналар төҙөү, газ, тау, урман, быяла, еңел сә нәғәт, санаторий - курорт
       учреждениелары, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ һәм башҡа предпр иятие етәкселәре булды.
       Сәфәрҙең төп маҡсаты - Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе ара һындағы тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, предприятиелар, фирмал ар һәм иҡтисадтың төрлө тармағында эшләүсе эшҡыуарҙар араһында ике яҡҡа ла отошло мөнәсәбәттәрҙе тәрәнәйтеү.
       Күрше төбәктәр араһында беҙҙең республика нәҡ Силәбе өлкә һе менән айырыуса тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Был дуҫлыҡҡа сиктәрҙе ң уртаҡлығы
       һәм Силәбе өлкәһендә 170 мең башҡорт йәшәүе лә (өлкәнең 4,6
       проценты) сәбәп булып торалыр, моғайын. Был Башҡортостан Республикаһын ан ситтә
       Рәсәй Федерацияһында иң күп башҡорттар һаны.
       Хәйер, беҙҙең төбәктәрҙең тығыҙ хеҙмәттәшлеге күршелек, т арихи һәм милли бәйләнештәрҙән генә түгел, Башҡортостан һәм Силәбе өлк әһе етәкселәренең үҙ - ара дуҫтарса мөнәсәбәтенән дә килә. Әле 1 997 йылдың март айында уҡ Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһенд ә дуҫлыҡ
       һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды, ә 1998 йылда
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм Силәбе өлкәһе г убернаторы Петр Сумин төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек тураһын дағы Килешеүҙе үҙ ҡултамғалары менән нығытты. Һуңыраҡ хөкүмәт һәм ведомство - ара кимәлдә
       тағы ла бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шул уҡ 1998 йылда С иләбе
       өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының даими Вәкиллеге асыл ды.
       Ике төбәк араһындағы йыллыҡ тауар әйләнешенең артыуы ла күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булып тора. Бөгөн Силәбе өлкәһе Башҡо ртостандың Рәсәйҙәге төп сауҙа партнерҙарының береһе.
       Силәбенең "Баландино" аэропортында Башҡоростандың рәсми делегацияһын Силәбе өлкәһе губернаторы Петр Сумин һәм башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алды.
       Башҡорт делегацияһының Силәбегә сәфәр программаһы бай бул ды, унда ҡатнашыусылар ҡаланың иҫтәлекле урындарында туҡталды, социал ь объекттар менән танышты.
       Һөҙөмтәлә бер нисә документҡа ҡул ҡуйылды. Силәбе өлкәһе
       губернаторының резиденцияһында төбәк башлыҡтары сауҙа - иҡт исади, фәнни - техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса протоколға ҡул ҡуйҙы. Мортаза Рәхимо в һәм Петр Сумин, дөйөм алғанда, уртаҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәләр е менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе.
       Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Никол ай Пучнин һәм Силәбе өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары Владимир
       Дятлов Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан хөкүмәттәре араһында 2005 - 2 006
       йылдарға хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул
       ҡуйҙы.
       Эшлекле даирә вәкилдәре үҙ - ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө. Көньяҡ - Урал Сауҙа - сәнәғәт палатаһы менән Башҡорт остан Республикаһы Сауҙа - сәнәғәт палатаһы араһында, Силәбе төбәк
       "ПРОМАСС" эш биреүселәр берекмәһе менән Башҡортостан Респуб ликаһының
       эшҡыуарҙар ассоциацияһы араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Лиана Ғәйнетдинова, Евгения Сюткина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал