6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Мәмерйәләр ярҙамға мохтаж
22.08.05


       Ошо көндәрҙә Ағиҙел йылғаһы башынан үҙенсәлекле спелеоло гик экспедиция юлға сыҡты. Тәжрибәле спелеолог Юрий Соколов тың ҡул аҫтында эшләүсе "Оптимист" төркөмөнә йыйылған вуз студенттары ( 11 кеше) Ағи ҙел буйлап Иҫке Собханғолдан ( Бөрйән районы) Сыртлан ауылына (Мәләүез районы) тиклем һалда төшәсәк һәм үҙ юлында осраған һәр бер мәмерйәлә
       туҡталасаҡ. Сәйәхәттең рәсми исеме "Ағиҙел йылғаһы мәмерйәл әре фотосессияһы" тип атала.
       Экспедиция ике маҡсатҡа хеҙмәт итә. Тәүгеһе - ҡеүәтле яҡт ыртыу сығанаҡтарын файҙаланып, мәмерйәләрҙе фотоға төшөрөү, был һү рәттәр "Башҡортостан мәмерйәләре буйлап" тип исемләнгән спелеологик
       альманах
       төҙөү өсөн файҙаланасаҡ. Икенсеһе - мәмерйәләрҙең эсен таҙа ртыу һәм уларҙың проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү.
       20 августа сәйәхәтселәр республиканың иң оҙон мәмерйәһе С умғанда булып, уны асыуҙың 40 йыллығын билдәләне. Был датаға
       етди улар әҙерләнгән.
       Баштағы план буйынса экспедицияла Сумғандың тәүге "штурмла усылары" - билдәле спелеолог Евгений Богданович, яҙыусы, С. Аксаков исе мендәге музей директоры Михаил Чванов һәм уның иптәштәре ҡат нашырға тейеш ине. Тик
       тормоштоң үҙ ҡағиҙәләре. Богданович күптән түгел донъя ҡуйҙ ы, Чвановтың башҡа эштәре күп, тәүге экспедицияның башҡа ағзалары ла төрл ө мәшәҡәттәргә сумған. Шулай итеп тәжрибәле спелеологтарҙан эс тафетаны ҡабул итеүсе йәштәргә 40 йыллыҡ юбилейҙы үҙаллы үткәрергә ту ра килде - улар мәмерйәлә иҫтәлек өсөн фотоға төштө. Йөҙ метрға һуҙылға н мәмерйәлә спелеологтар Ҡурсаҡ театры ҡараны, Томанлы ҡоҙоҡ та булды, хатта Ожмах ишеге менән Әҙәм мейеһен дә күрҙе - былар барыһы ла ер аҫты залдарының исеме.
       Экспедицияла ҡатнашыусылар араһында фоторәссам Рәмил Йосо пов та бар. Ул ғәҙәти булмаған, йәғни магний яҡтыртыуы файҙа ланып фотоға төшөрөүе менән билдәле. Уның өсөн был сәйәхәт тәүгеһе түгел. Быйыл ҡы ш Рәмил Сумғанға төшөп ҡышҡы мәмерйәнең барлыҡ матурлығын мәңгеләште ргән дә инде. Яҙ көнө Ҡунаҡтар һарайының художество галереяһында Йос оповтың шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо. Бөгөн иһә фоторәссам яңы идея
       менән яна, уның теләге - альманах сығарыу.
       Экспедицияның тәүге маҡсаты - фотоға төшөрөү - мауыҡтырғы с сара булһа, икенсеһе - мәмерйәләрҙе таҙартыу, һис шикһеҙ, изге эш. Ер аҫтына бик күп халыҡ төшә, унда биобәҙрәф, сүп - сар машиналары булмағаны а ңлашыла, әлбиттә. Аҡрынлап мәмерйәләр сүп - сар ояһына әүерелә. Шуға күрә бөгөнгө кеүек акциялар мәмерйәләр өсөн берҙән - бер ҡотолоу сараһы б улып тора. Быйылғы экспедиция етәксеһе Юрий Соколов:"Мәмерйәләр ярҙамға
       мохтаж. Шуға күрә даими рәүештә уларҙы тәртипкә китерәбеҙ. Июнь айында беҙ Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге мәмерйәне "йыйыштырҙыҡ". Ул ке ше иң күп килеүсе мәмерйәләрҙең береһе, ял көндәрендә унда м еңдән артыҡ кеше төшә. Сүп - сарҙы ер өҫтөнә сығарабыҙ һәм ергә күмәбеҙ йәки яндырабыҙ", - тип һөйләй.
       Сумғанда ике көн булғандан һуң экспедиция сәйәхәтен дауам
       итә. 27 августа, тағы алты мәмерйәлә "ҡунаҡта" булғандан һуң, улар Ө фөгә ҡайтасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал