6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Тәүҙә башың менән уйла...
19.08.05


       Кем әйтмешләй, мөхәббәттән ҡасып та ҡотолоп булмай. Һәм, ҡәҙерле ир -
       егеттәр, шоколадтай булып ҡояшҡа янған сибәркәйҙе күрмәмеш кә һалышмағыҙ, сөнки һеҙҙең нимә уйлағанығыҙҙы белеп торабыҙ. Һ әм уның менән ... яҡынданыраҡ танышыу теләге юҡ тип тә алдашмағыҙ. Т ик бына организмығыҙ ни тиклем ҡаршы торһа ла, тәүҙә баш менән уйлап
       ҡарағыҙ,
       аҙағы нисек бөтөр. Анапала был йәһәттән проблемалар юҡ, әлб иттә. Ә инде
       хыялығыҙҙа ғына йөрөткән сибәркәйҙе Гавай утрауҙарында осра тһағыҙ, уның менән мөхәббәт уйыны уйнарға кәңәш ителмәй. Әгә р уға 18 йәш тулмаған
       булһа, айырыуса. Сөнки һеҙҙең бер сәғәтлек тормош байрамығы ҙ өсөн уның ата - әсәһе түләйәсәк. Ҡыҙҙарын "еңел холоҡло" и теп тәрбиәләгән өсөн улар өс йыл дауамында холоҡ төҙәтеү эштәрендә тир түгергә мә жбүр була.
       Бөйөк Британия пабында берәй матурҡай менән дә эште тәрән гә ебәрмәҫкә кәңәш итер инем. Англияла таныш булмаған ҡатын
       - ҡыҙға секс тәҡдим итеүсегә 180 евро штраф йәки өс ай төрмә янай.
       Ирландияға презерватив импорты тыйыла, шуға күрә әгәр был
       илгә юлығыҙ төшһә, ... аңлағанһығыҙҙыр инде. Католиктар илендә презерва тив менән файҙаланыу тыйыла, сөнки власть фекере буйынса, мөхәббәт уйы ндары
       ырыуҙы дауам итеү өсөн генә кәрәк.
       Ҡытайҙа яланғас ҡатындарға күңелегеҙ булғансы текләгеҙ, ә ммә кейемдәге ҡатындың яланғас аяҡтарына күҙ һалыуҙан һаҡ бу лығыҙ. Был Ҡытайҙа мәсхәрәгә тиң һәм уның өсөн яза - төрмәлә бер нисә көн "ял"
       итеү.
       Израиль ҡунаҡханаһында порноканал ҡарау ҡыйбатҡа төшөүе и хтимал. Күптән түгел бында кабель йәкт спутник телевидениеһы буйынса порнофильмдар ҡарауҙы тыйыусы закон ҡабул ителгән. Әгәр инде
       был шөғөл өҫтөндә тотолһағыҙ, өс йылға тиклем төрмәгә эләге үҙе көт тә тор.
       Италияның Тропея ҡалаһында ҡырсында кемгә сисенергә мөмк ин булыуын, кемгә бының рөхсәт ителмәүен билдәләүсе закон йәшәп килә. Ун да былай тип яҙылған: "Йыуан, йәмһеҙ, зәғиф ҡатындарға ҡырсы нда яланғас килеш күренеү тыйыла". Был хоҡуҡ бары тик "ҡатын
       - ҡыҙ кәүҙәһенең матурлығын данларға
       лайыҡ булған йәш ҡатын - ҡыҙҙарға ғына бирелә".
       Италияның икенсе бер ҡалаһы Палермола ҡырсында ҡатын - ҡы ҙҙарға ғына яланғас ҡалырға рөхсәт ителә, ә бына ирҙәргә сисенергә ярама й.
       Колумбиялағы Кали ҡалаһында ҡатын кеше тик үҙ ире менән г енә мөхәббәт уйынына бирелә ала, был беренсе тапҡыр булғанда
       кәләштең әсәһе йәштәрҙең эргәһендә булырға тейеш.
       Америка Ҡушма Штаттарында ла сәйер закондар етерлек. Коло радола, мәҫәлән, ҡатын - ҡыҙ йоҡлаған ваҡытта уны үбергә ярамай, ә К оннектикутта, Харфорд ҡалаһында, йәкшәмбе көнө ҡатыныңды үбеү тыйыла.

Лилиә Сәхәбүтдинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал