6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ахунға уны йәне лә, ҡаны ла тарта
19.08.05


       Татар телендә "Йән тартмаһа, ҡан тарта" тигән мәҡәл бар . Ригала йәшәүсе татар - башҡорт йәмғиәте вәкиле Финат Ғәзиз овты тыуған яғы - Бүздәк районының Ахун ауылына йәне лә, ҡаны ла тарта. Һәр йыл отпус к ваҡытында
       ул Башҡортостанға, әсәһе, дуҫтары, туғандары янына юл ала. "Тыуған яҡтың матурлығына һоҡланыу, тыуған телдә һөйләшеүҙәр ен ишетеү теләге алып ҡайта мине", - ти Финат Хәмит улы.
       - Ә Ригала татарса һөйләшмәйҙәрме ни
       - Башлыса һөйләшеү латыш телендә, әммә татар телен дә оно тмайҙар. Тик бына йәштәр араһында тыуған телендә һөйләшеүселәр аҙыраҡ. Ә мин әсә
       телен, үҙ йолаларын, ғөрөф - ғәҙәттәрен белмәгән кеше үҙ ми лләтенән ситләшә тип һанайым. Ошондай хәл килеп сыҡмаһын өсөн беҙ үҙ
       йәмғиәтебеҙҙе булдырҙыҡ та инде.
       - Латвияла татар һәм башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау өсө н нимәләр эшләйһегеҙ
       - Минең өсөн тыуған яғым менән бәйләүсе һәр нимә ҡәҙерле,
       шул иҫәптән
       һабантуй ҙа. Башҡортостанда йәшәгән ваҡытта мин йыл да был байрамдан ҡалмай торғайным. Шуға күрә Ригала һабантуй ойоштороуҙа үҙем дең дә өлөшөм булыуы менән бәхетлемен. Беҙ уны Салауат Юлаевтың тыу ыуына 250 йыл тулыуына арнаныҡ.
       "Ҡаҙ өмәһе", башҡа байрамдарҙы ла онотмайбыҙ. Улар бик кү ңелле үтә һәм йәштәргә тыуған телен, мәҙәиәтен өйрәнергә ярҙам итә.
       Минең өсөн мәҙәниәт тормошомдоң бер өлөшө. Ике ҡыҙым бар - Юля (14
       йәш) һәм Елена ( 18 йәш тула) - улар икеһе лә "Соло" театр студияһында
       шөғөлләнә. Өлкәне ярайһы ғына уңыштарға өлгәште лә инде. Мә ҫәлән, быйыл март айында ул "Риганың көмөш асҡысы" тип исемл әнгән абруйлы рус йыры конкурсында еңде. Сарала ҡатнашыусыла рҙы Раймонд Паулс етәкселегендәге жюри баһаланы.
       Елена, атаһы кеүек үк, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй һәм йыл да Башҡортостанға ҡайта. Был ҡайтыуҙарында ойошторолған "Һаумыһ ығыҙ, ауылдаштар!" осрашыуында Финат Хәмит улының ҡыҙы ла сығыш яһ ай.
       Ауылдаштары өсөн ул рус һәм татар йырҙарын башҡара.
       Әйткәндәй, был сараны Финат Хәмит улы үҙ аҡсаһына ойоштор а һәм Рига артистарынан тыш Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Башҡорт дәү ләт опера һәм балет театры артистарын да йәлеп итә.
       Байрамға сәбәп булып мәктәпте тамамлауға 20 йыл тулыуы һә м, әлбиттә, класташтар менән осрашыу теләге тора.
       - Йыл да ауылға ҡайтам, әммә класташтар менән осрашырға т ура килмәй: таралышып бөткәндәр. Бөгөн, Аллаға шөкөр, барыһы ла йыйылды.
       Һәм был кисәне ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн мин беҙҙең хужал ыҡ башлығы Айрат Садиҡовҡа, Күҙәй мәҙәниәт йорто етәксеһе Фә них Гәрәевҡа, уның ҡатыны Миңлегөлгә, яҡындарым - әсәйемә, ағайым Фәзиткә, еңгә йем
       Зимфираға һәм башҡа бик күптәргә рәхмәт белдерәм.
       Байрамға бар ауыл йыйылды тип әйтергә була. Ахун ҡасабаһы нан бер нисә саҡрымда урынлашҡан Күҙәй мәҙәниәт йортона дуҫтар, туғандар,
       ауылдаштар килде. Август айының йылы кисендә татар, башҡорт , рус һәм итальян телендә йырҙар яңғыраны.
       Зимфир Кәлимуллин, татар - башҡорт йәмғиәтенең иң әүҙем а ғзаларының береһе, урындағы инәйҙәрҙе татар бейеүҙәре менән таң ҡалдырҙ ы.
       Өс сәғәткә һуҙылған концерт Ахунда йәшәүселәрҙең хәтеренд ә оҙаҡ һаҡланыр тип уйлайым. Сөнки һәр сығыш ысын күңелдән әҙерләнг ән ине. Осрашыу кисәһе фейерверк һәм донъя татарҙары гимны - Ғабдулл а Туҡайҙың "Туған теле" менән тамамланды. Әйткәндәй, Ригала үткән татар концерттары
       инде күп йылдар дауамында ошо гимн менән тамамлана.
       - Араларҙың алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, миңә был байрамды о йоштороу артыҡ ҡыйынға тура килмәне, - ти Финат Хәмит улы. - Сөнки бы ны мин
       үҙемдең тыуған яғым өсөн эшләнем, беҙ Латвияла үҙ Ватаныбыҙ ҙы бик һағынабыҙ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал