6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Рафаил Ишмәтов: "Кемдең маҡтауға лайыҡ булыуын финал ғына кү рһәтәсәк!"
19.08.05


       Кисә Тольятти ҡалаһында "Салауат Юлаев" "Химик" (Воскресенск) командаһына ҡаршы уйынды 1 : 1 иҫәбенә тамамланы. Был һөҙөмт ә Рафаил Ишмәтовтың командаһын "Лада" Кубогы финалына алып сыҡты тигә н һүҙ, унда өфөлөләр турнир хужалары менән осрашасаҡ.
       Ҡаҡаға Рафаил Ишмәтов тағы ла Андрей Мезинды ҡуйҙы. Һәм Б елоруссия йыйылма командаһының голкиперы үҙенең яңы коллективына тағы ла уңыш алып килде. Беренсе голды Дмитрий Зюзиндың звеноһы индерҙе.
       "Салауат Юлаевтың" пресс - атташеһы Вадим Әминевтың һүҙҙә ре буйынса, икенсе һәм өсөнсө периодты өҫтөнлөк "химиктар" я ғында булды. Өфөлөләр иһә оборонаны геройҙарса тотоуына ҡарамаҫтан, башҡаса гол ин дерә алманы. Өсөнсө период башында "Химик" командаһы иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Боҙ өҫтөндә "Салауат Юлаевтың" шул уҡ "дүртәүе" ҡала (Мелешко - Зюзин - Булянский, Цулыгин - Якимович). "Химик" уйынсыһы Шкотов ырғы тҡан
       шайбаны кире ҡағыу мөмкинселеге булһа ла, ике хоккейсы менә н ҡапланған Мезин уны күрмәй ҡалды. Артабан ҡайһы берәүҙәр В оскресенск егеттәре тағы бер шайба индерҙе тип ҡыуанды, әлби ттә. Әммә арбитр уйындың яҙмаһын
       ҡарағандан һуң, был голды иҫәпләмәй, сөнки шайба тейешле һы ҙыҡты үтмәгән.
       Овертаймда ике команда ла гол индерә ала ине. Әммә иҫәп ш ул көйөнсә
       ҡалды. Был иһә "Салауат Юлаевҡа" финалда ҡатнашыуҙы тәьмин итте. "Аҡ Барстың" "Ладаны" 5 : 3, 6 : 6, 7 : 5 һ. б. еңеүе генә өфөлө ләрҙең кәйефен ҡырыуы мөмкин, сөнки ошо ваҡытта ғына финалда Тольятти һәм Ҡ азан
       хоккейсылары осраша ала ине. Әммә "Лада" был уйында 0 : 2 и ҫәбенә еңелде, тимәк турнирҙың төп призы өсөн улар "юлаевсыларға" ҡ аршы көрәшәсәк.
       "Химик" командаһына ҡаршы уйындан һуң Рафаил Ишмәтов была й тине:
       - Бөгөн мин тәрбиәләнеүселәремдән ҡәнәғәт. Әммә бары тик "Лада" Кубогы финалы ғына кемдең нимәгә һәләтле булыуын күрһ әтәсәк.
       Үҙ уйынына баһа биреүен һорап беҙ "Динамо" составында Рәс әй чемпионы, "Салауат Юлаев" командаһы лидерҙарының береһе И горь Волковҡа мөрәжәғәт иттек.
       - Гол индермәнем, әммә хәл иткес мәлдәр булғыланы, шуға к үрә үҙемдең уйнауыма баһа бирергә ҡыйынһынам. Яңы партнерым, Дмитрий Мак аровтан да ҡәнәғәтмен. "Химик" менән осрашыуға килгәндә, ҡаршы яҡтың
       өҫтөнлөгө
       тураһындағы фекер менән ризалашмайым. Беҙҙе уйындың өсөнсө өлөшөндә генә бер аҙ ҡыҫтылар.

Адександр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал