6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Буш ҡыуыҡтар һөрән һала
28.10.03


       Әгәр һүҙҙе - көмөш, ә өндәшмәй ҡала белеүҙе - алтын тиһ әк, ЛДПР -сылар ҡулындағы көмөштөң муллығын билдәле йәнһүр әттәге Матроскиндың гуталины менән сағыштырырға булыр ине. Х әбәр һатырға, публикаға эшләргә тиһәң, шуларҙы ҡуш. Тематика ға килгәндә инде, теләк булһа, тема табыла инде ул. Публика алдында сығыш яһауҙарҙың ҡағиҙәләре лә билдәле: нимә тураһын да һөйләгәндә лә бысраҡ өйөргә онотмаһаң - булды.
       Юҡ, Жириновскийҙың кешеләрен насар тип әйтеп булмай, у ларҙың ыңғай яҡтары ла бар, мәҫәлән, һайлау ҡайҙа ғына үтмәһ ен, былваҡиғаларҙың уртаһында була белә улар. Новгород өлкәһ ендә икән, тимәк Новгород өлкәһендә, Курскта, тимәк, Курскта , Башҡортостанда булһа, Башҡортостанда. Улар Һинд океанында итек йыуырға ла булдыралар, бары тик партия тураһында халыҡ белһен һәм уның ағзаларына хәбәр һатырға ирек бирһендәр.
       Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау сроктары билдәле булғас, Жириновскийҙың бөркөттәре шау - шыу тыуҙырыр ға өмөт итеп, йәһәт кенә беҙҙең республикаға ла килеп етте. Алексей Митрофанов, йәйҙең эҫе көндәрендә берәй курортта рәх әтләнеп ҡыҙыныр урынға, Башҡортостанға килеп, үҙен рекламала рға тотондо. Улар ҡулланған алымдар элеккеләренән бер нәмәһе
       менән дә айырылманы, шул уҡ башҡаларҙы тәнҡитләү, үҙҙәрен м аҡтау, эпатаж. Тыңлаусыларҙың аҙ булыуы ла туҡтатманы Митроф ановты. Әммә һайлауҙар яҡынлашҡан һайын ЛДПР - ҙың был вәкил енең сағыу тауышы әкренәйә төштө, ә һуңынан партия был канди датты бөтөнләй алмаштырырға ҡарар сығарҙы -- Митрофанов урын ына Александр Новиков Башҡортстанға "бәхетле тормош" вәғәҙә итергә тотондо. Партия етәкселеге ФСБ полковнигы Башҡортоста нда абруйлыраҡ булыр тип уйлағандыр, моғайын. Сентябрь айынд а республикала үткән ЛДПР конференцияһына килеп, ул хатта үҙенең һайлау алды программаһының төп йүнәлештәре менән таны штырып та маташты. Хәйер, унда һайлаусылар өсөн бер ниндәй я ңылыҡ та юҡ ине. Шул уҡ өйрәнелгән тезистар: республиканың д өйөм хәле тураһында хәбәрҙар булыу, эш хаҡын бер нисә (!) та пҡырға арттырыу һәм эшҡыуарлыҡҡа "йәшел" юл. Әйткәндәй, һайл ау алды барышында Жириновскийҙың тактикаһын ҡулланыусы башҡа
       кандидаттар ҙа етерлек булды.
       Ниһайәт, нимә күрәбеҙ: БР Президенты посына дәғүә итеү се кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамланыуға бер кө н ваҡыт ҡалғас, Александр Новиков БР Үҙәк һайлау комиссияһын а үҙенең кандидатураһын кире алыуы тураһында телеграмма ебәр ә. Кем әйтмешләй, дистанциянан төшөп ҡала инде. Бер һүҙ менә н әйткәндә, Башҡортостан тураһында "ҡайғыртыусы" тағы бер бу ш ҡыуыҡ шартланы. Һайлауҙар аҙағына тиклем улар тағы күпме б улырын Хоҙай ғына белә.

Софья Ғөбәйҙуллина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал