6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Үҙгәртеп ҡороу

Берҙәм сауҙа ойошмаһына инергә әҙербеҙме
01.07.03


       Яҡшымы был, әллә насармы, әммә быйыл Рәсәйҙе билдәле сауҙ а ойошмаһына ҡабул итмәйәсәктәр. Женева ҡалаһында үткән сираттағы һөйләшеүҙәрҙең ҡарары тап шулай булды. Хәтерләү егеҙсә, төрлө кимәлдәге сәйәсмәндәр һәм иҡтисад тармағы б елгестәре йыл аҙағына илебеҙ был ойошмаға мотлаҡ инәсәк, тп күҙаллай ине. Хәйер, хәлдең бындай ҡырҡа боролош алыу ы Рәсәй өсөн һәйбәтерәктер ҙә. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең бы ндай мөһим ҡарарҙы ҡабул итер алдынан, мәсьәләне бөтә яҡл ап өйрәнергә, уның ыңғай һәм, иң мөһиме, кире яҡтарын, кү ҙ уңынан ысҡындырмай, тикшерергә бер йылға яҡын ваҡыт бар . Бынан тыш тауар етештереүселәр ҙә яңы кимәле талап итк ән шарттарҙа эшләргә ҡабаланмай. Кемдер аҡса етмәүгә һылт анһа, икенселәре иһә "былай ҙа насар йәшәмәйбеҙ" тип иҫәп ләй. Әммә иң аптыратҡаны: предприятиелар һәм ойошмаларҙың бер енсе етәкселәре донья баҙары тарафынан тауар етштереүселә ргә ҡуйылған талаптарҙы аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алм ай. Күптән түгел Өфө ҡалаһы хакимиәте Стандартлаштырыу, м етрология һәм сертификация үҙәге менән берлектә үткәргән социаль һорау быға асыҡ дәлил булып тора. Берҙәм сауҙа ой ошмаһы тураһында хәлде асыҡлар өсөн Өфө предприятиелары ның 218 етәксеһенә анкета ебәрелде. Төп һорауҙарҙың бере һе былайыраҡ яңғырай " Рәсәйҙең Берҙәм сауҙа ойошмаһына инергә теләк белдереүенә бәйле һеҙҙең предприятиеға ҡуйыл ған халыҡ-ара ҡағиҙәләр менән танышһығыҙмы. Етәкселәрҙе ң 108-ҙе һорауҙарҙы бөтөнләй инҡар итһә, 110-ы һорауҙарғ а тулы яуап бирергә тырышҡан. Етәкселәрҙең 70-е халыҡ-ара
       ҡағиҙәләр менән таныш булыуын күрһәткән. Респондентарҙың күпселеге Рәсәйҙең был ойошмаға инеүен дө рөҫ тип иҫәпләһә, уларҙың 24-е бындай яуаплы аҙым эшләрг ә беҙҙең илгә иртәрәк әле тип ҡарай. Әммә иң борсолдорғаны: анкетаның һуңғы һорауына булған яу ап. Билдәле булыуынса, тауар етештереүселәрҙең продукция ны юғары сифатлы итеп сығарыуын дәлилләп тороусы факт - предприятиела сифат менеждментының сертификацияланған сис темаһы булыуы. Рәсәй Дәүләт стандарты төбәк вәкиллеге бел гестәре бындай системаның кәрәклеге хаҡында арымай-талма й тылҡый. Был хаҡта бик күп яҙыла һәм форсат тейгән һайын
       әйтелә килә. Кем-кем, ә бына предприятие етәкселәренә бы ндай нәмәне белмәү бөтөнләй килешмәй. Әммә анкеталарҙан к үренеүенсә, улар был хаҡта яҡшы белеү генә түгел, хатта и шетмәгәндәр ҙә, күрәһең. Сөнки 110 респонденттың 40-нан а шыуы "бындай система беҙҙең предриятиела индерелгән" типт
       яуап биргән. Ә бит сифат системаһы индерелгән ойошмаларҙ ың һаны республикала 30-ҙан ашмай... Анкеталағы тағы бер һорау - "Хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе 2000 йыл версияһы буйынса халыҡ-ара талаптар менән таныштырыу кәрә к тип табаһығыҙмы" Етәкселәрҙең 24-е бындай уҡыуҙар урын һыҙ, тип яуап биргән. Күрәһең, "алдынғы" етәкселәр белмәг әндең беләге тыныс принцибынан сығып эш итрегә уйлай...

Эльвира Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал