6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Еңеүҙә һәр кемдең өлөшө бар
19.08.05


       Тольятти ҡалаһында үткән "Лада" Кубогында "Салауат Юлаев" ыш аныслы еңеү яуланы. Зиннәтулла Билалетдинов етәкләгән "Аҡ Б арс" командаһына ҡаршы ҡатмарлы уйын беҙҙекеләр файҙаһына 3 : 1 иҫәбе менән тамамланды.
       Голкипер Андрей Мезинды был осрашыуҙың төп геройы тип ата рға була. Уның ышаныслы уйыны ҡазанлыларға беренсе периодта "юлаевсыла р" ҡапҡаһына яҡынлашырға мөмкинселек бирмәне. Ғөмүмән, беҙҙең ҡ апҡа һаҡсыһы матчты бик юғары кимәлдә үткәрҙе.
       Уйындың икенсе өлөшөндә "барстар" барыбер өфөлөләрҙе "тыр нап алды". 17 йәшлек Дмитрий Зюзиндың хатаһынан һуң (быны ул
       телефон аша
       һөйләшкәндә үҙе лә таныны), ҡазанлы Жуков шайбаны беҙҙең ҡа пҡаға ырғытыуға өлгәште. Әммә период тамамланыр алдынан шул уҡ Зюз индың звеноһы ( әл дә был хулиганды Ишмәтов эскәмйәгә ултыртып ҡуй маны) хатаны төҙәтергә булды - "Салауат Юлаевтың" йәш форварды Арт ем Булянский иҫәпте тигеҙләне - 1 : 1. Тағын бер минуттан Конст антин Макаров өфөлөләрҙе алға сығарҙы.
       Рәсәй йыйылма командаһы һәм "Аҡ Барстың" ҡапҡа һаҡсыһы Ер еменконы өсөнсө периодта ҡара тәнле канадалы Брэтуэйт алмаштырҙы. Тик
       беҙҙең егеттәр өсөн был тағы бер гол индереү өсөн этәргес кенә булд ы, ахыры.
       Йылдам һөжүм - һәм Булянский ҡаршы яҡ ҡапҡаға тағы ла бер ш айба индерә.
       3 : 1 иҫәбе уйын аҙағына тиклем үҙгәрмәне. Матчтан һуң бе ҙ осрашыуҙы запас уйынсылар эскәмйәһенән ҡараған Сергей Николаевҡа шылты ратып уның фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ.
       - Бөгөн егеттәр кисәгенән яҡшыраҡ уйнаны. Көсөргәнешле мә лдәр күберәк булды, оборонала ла ышаныслы тороуҙары һиҙелә. Кемделер айырып әйтә
       алмайым, еңеүҙә барыһының да өлөшө бар.
       "Аҡ Барсҡа" ҡаршы матчтан һуң Рафаил Ишмәтов шул тиклем а рыған, ул
       хатта комментарий биреүҙән баш тартты. Оҙаҡ өгөтләүҙәрҙән һ уң ғына үҙенең билдәле фразаһын ҡабатланы:
       - Тырышлыҡ һәм бирелеп уйнау, әммә психология йәһәтенән п роблемалар.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал