6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Фестиваль хыялланыуҙың зарары юҡлығын иҫкә төшөрә
19.08.05


       Шнэк - Мәскәүҙә йәшәүсе ғәҙәти заман егете, әммә уның компанияһы ҡыҙыҡһынған модалы клубтар, ҡыҙҙар, ҡыйбатлы
       машиналар - егеттең
       донъяһының бер өлөшө генә. Өлкәндәр ышанмаған әкиәттәр Шнэк
       өсөн тормош нигеҙенә әүерелә. Фантазер һәм хыялый булараҡ, ул осо усы тәрилкәләргә, мөғжизәгә, параллель донъяға, тере мәйеттәргә һ. б. ышана. Әммә был тарихта иң мөһиме - бер матур көндө уның хыялдарыны ң ысынбарлыҡҡа әйләнеүендә. Нисекме Был турала һөйләү файҙаһы ҙ - уны үҙ
       күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Быйылғы йәй донъя күргән "Хыя лланыуҙың зыяны юҡ" ("Мечтать не вредно") йәштәр комедияһы режиссеры Е вгений Лаврентьев та шулай тип иҫәпләй. Нәҡ ошо фильм ошо көндәрҙә Рәсәй киноһы көнөнә арналған Рәсәй фильмдары фестивален асып ебәрҙ е. Фестивалде ойоштороусы - "Башкиновидеопрокат" идаралығы.
       Картинаның төп идеяһы - хыялланғанда һаыраҡ бул, юҡһа хыя лдарың ҡапыл тормошҡа ашып, бик ҡыҙыҡ хәлдә ҡалыуың бар. "Хы ялланыуҙың зыяны юҡ" киноһының төп геройы бер көнө иртәнсәк үҙе көнләшеп йөрөгән иҫ киткес сибәр ҡыҙҙарҙың береһенә әйләнеүен аңлай. Егеткә хәҙер нимә эшләргә, үҙен нисек тоторға, нимә һөйләргә, нисек аралашырға 
       Шнэк ҡыҙҙар тормошоноң бик күп нескәлектәренә төшөнөргә м әжбүр була. Ә бына уның тормошонда ҡыйынлыҡтар бермә - бер а рта. "Матур ҡыҙ"
       статусында булыу һәм шул уҡ ваҡытта "йәштәш ҡыҙҙар" компани яһында аралашыу бик үк еңел эш түгел шул. Шнэктың барлыҡ дуҫтары хә ҙер уның
       менән яҡын мөнәсәбәттә булырға хыялланыуы хәлде тағы ла киҫ кенләштерә. Герой был хәлде контролдә тота алырмы
       Фильмдың сценарийын Руслан Бальтцер яҙған, әммә был фанта стикаға яҡын тарихта реаль персонаждар ҡатнашыуын күптәр бел мәй. Сценарий үткәнде һағыныу тойғоһо менән һуғарылған. Фильм геройҙарының протот иптары
       Руслан Бальтцерҙың Ригалағы дуҫтары. Һәм уларҙың ҡушаматтар ы ла ысынбарлыҡтан алынған. Шнэк тигән кеше ысынлап та бар!
       Шнэк ролен комедияла Щепкин исемендәге театр училищеһы ст уденты
       Артем Ткаченко башҡара, уның менән бергә был компанияла Дми трий Дюжев, Ирина Леонова, Константин Стрельников, Анна Чури на, Александр Семчев
       һәм башҡалар.
       Рәсәй киноһы көнөнә арналған фестиваль Башҡортостан кинот еатрҙарында 25 авгусҡа тиклем барасаҡ. Өҫтә әйтелгән комедия нан һуң өфөлөләр
       иғтибарына Айсыуаҡ Йомағолов, Елена Юшкова, Руслан Шәрәфетд инов һәм башҡа режиссерҙарҙың нәфис һәм анимацион фильмдары тәҡдим ит еләсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал