6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Һүҙ оҫтаһы Ғариф Ғүмәр
19.08.05


       ... Аҡ япма ергә төшә. Мәрмәр таҡтаташта башҡорт һәм рус тел дәрендә түбәндәге һүҙҙәр уйып яҙылған: "Был йортта 1962 - 1974 йй. б ашҡорт яҙыусыһы, РСФСР - ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ғариф Мор таза улы Ғүмәров йәшәне һәм эшләне". 1976 йылдың 14 июнендә Өфөлә Рев олюция, 49 адресы буйынса урынлашҡан йортта билдәле башҡорт шағиры һәм журналист Ғүмәровҡа мәрмәр таҡтаташ асылды.
       Ғариф Ғүмәр ( Ғариф Мортаза улы Ғүмәров) 1891 йылда элекк е Бәләбәй өйәҙе (бөгөн Миәкә районы) Ҡырғыҙ - Миәкә ауылында ярлы крәҫ тиән
       ғаиләһендә донъяға килә. 13 йәшкә тиклем өйҙә тәрбиәләнә, м әҙрәсәлә уҡый. 1904 йылда яурынына сепрәк муҡса аҫҡан 13 йәш лек Ғариф белем артынан алыҫ Ырымбурға юл тота. Унда ярайы уҡ алдынғы һаналған "Хөсә иниә"
       мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Биш йыл белем алыу дауамында Ғариф Пушкин, Некрасов, Горький әҫәрҙәре менән таныша, алдынғы фекер йөрөт өүсе йәштәргә яҡыная.
       Йәш шәкерт мәҙрәсәләге уҡыу программаһының яңыртылыуын, у ндағы тәртиптәрҙе үҙгәртеүҙе талап итә. Йәштәрҙең был теләктәре 19 09 йылда фетнәгә килтерә. Мәҙрәсә етәкселәрен үҙ тәрбиәләнеүселәренең
       был талаптары борсомай ҡалмай, әлбиттә, һәм улар артабан сығыш я һауҙарҙы
       туҡтатыу маҡсатында иң әүҙем шәкерттәрҙе уҡыу йортонан ҡыуы рға булалар. 50 егет араһында Ғариф Ғүмәр ҙә була. Уға тыуғ ан йортона ҡайтып йығылырға тура килә. 1915 йылға тиклем уҡытыусы булып эшләй .
       1915 йылдың көҙөндә Ғүмәрҙе батша армияһына алалар. Белем ле, ниндәй хәлдән дә сығыу юлын таба алған егетте һалдаттар бик хөрмәт итә. 1917
       йылда ул 10 - сы армияның мосолман съезы делегаты итеп һайл ана. Форум тамамланғас, Ғүмәрҙе әҙәбиәт артынан Өфөгә ебәрәләр. Тыуған ауылына ҡайтҡас, Ғариф үҙ йортонда ҡала.
       Тыуған Башҡортостанын Колчак яҡлылар һәм аҡ чехтар баҫып алғас, Ғариф Ғүмәр Ҡыҙыл Армия частәре менән фронтҡа китә, 1 919 йылдың апрелендә ҡыҙылармеец булып китә.
       Бер йылдан Өфөнөң "Ҡыҙыл юл" гәзитендә Ғүмәрҙең профессио наль журналист эшмәкәрлеге башлана. Ул мөхәрририәттең барлыҡ баҫҡ ыстарын да үтә. "Ҡыҙыл юл", "Шәреҡ ярлылары", "Урал", "Башҡо ртостан", "Коммуна"
       гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр, яуаплы секретарь, баш мөхәрри р урынбаҫары булып эшләй. "Һәнәк" сатира журналының мөхәррир иәт коллективына етәкселек итә. 1932 - 33 йылдарҙа "Крокодил" журналының хәбә рсеһе була.
       1934 йылда Ғариф Ғүмәр Башҡорт китап нәшриәтенә эшкә килә . Тиҙҙән уны мөхәррир һәм балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире ите п тәғәйенләйҙәр.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғүмәр Башҡорт дәүләт филарм онияһының әҙәби бүлеген етәкләй. 1944 йылда тәжрибәле журнал ист һәм яҙыусыға һалсылар өсөн "Урман - фронтҡа" тигән күп тиражлы гәзит сыға рыуҙы ышанып тапшыралар.
       Ғариф Ғүмәр әҙәбиәткә яҙыусы ғына түгел, рус классикаһын,
       билдәле совет яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржем ә итеүсе булараҡ та
       билдәле. Ул Иван Крыловтың мәҫәлдәрен, Максим Горький, Алек сандр
       Корнейчук, Константин Симонов, Борис Горбатовтың әҫәрҙәрен тәржемә итә.
       "Ҡыҙыл көлтәләр" тип аталған тәүге шиғырҙар, хикәйәләр, п оэмалар йыйынтығы 1925 йылда донъя күрә. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Дауыт
       Юлтый авторҙың был китабы тураһында: Ғ. Ғүмәр - революция т улҡындарында тыуған башҡорт шағирҙарының береһе", - тип яҙа.
       Ғүмәрҙең тәүге әҙәби тәжрибәләрендә уның талант үҙенсәлег е - сатира һәм юмор ярылып ята.
       Һуғыш йылдарында Ғүмәр талантлы рәссамдың сағыу көсө менә н фашизмды еңеүҙә яугирҙарҙың һәм тыл эшсәндәренең күрһәткән
       батырлығын данлай. "Урал ҡыҙы", "Фәйзулла һалдат" поэмаларында, "Гөлбаныу әбей бүләге",
       "Нәҡиә бригадаһы" хикәйә һәм очерктарында ул совет кешеләре нең мауыҡтырғыс образын булдыра, башҡорт әҙәбиәтен гуманистик әҫ әрҙәр менән байыта.
       Ғариф Ғүмәр балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә күп һәм уңышлы эшләй.
       Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ул мауыҡтырғыс әҫәрҙәр яҙа.
       Уның ҡәләм аҫтынан сыҡҡан бер актлы пьесалар театр коллекти втары тарафынан яратып ҡуйыла.
       Һуғыштан һуңғы йылдарҙа яҙыусы эпик әҫәрҙәр өҫтөндә эшләй . "Тулҡын өҫтөндәге ҡала" повесы айырыуса ҙур уңышҡа лайыҡ була. Уның нигеҙендә - ысынбарлыҡта булған ваҡиғалар, фронт һәм тылдың берлеге.
       Яҙыусының "Тупһанан түргә" тигән автобиографик әҫәре башҡ орт әҙәбиәтендә үҙенең урынын ала. Унда Ғариф Ғүмәр бәләкәй Зари фтың тормошон сағыу һүрәтләй, дәүер ҡаршылыҡтарын асып һала.
       Ғариф Ғүмәр 1934 йылдан алып СССР Яҙыусылар советы ағзаһы . 1974 йылдың 18 авгусында вафат була, Мосолмандар зыяратында ерлән гән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал