6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Ладалар" төрлө була...
18.08.05


       16 август көнө "Салауат Юлаев" (Өфө) һәм "Лада" (Тольятт и) араһында бер юлы ике матч үтте. Автомобиль төҙөүселәр ҡал аһында Рафаил Ишмәтов етәкселегендәге команда Петр Воробьевтың дружинаһына ҡаршы уйнаны, ә Башҡортостандың баш ҡалаһында Фәһим Карюковтың юни орҙары
       (1989 йылғылар) Волга буйынан килгән йәштәштәренә үҙенең кө сөн күрһәтте .
       "Лада" кубогы: барыһы ла өлкәндәрсә
       Үҙ исемен йөрөтөүсе кубокта һәм үҙ тамашасыларының
       күҙ алдында "Лада" бирешергә уйламай ине, әлбиттә. Тольятти егеттәре һәр
       аҙымын уйлап эшләне һәм бик ышаныслы уйын күрһәтте. Һөҙөмтә
       булараҡ, беренсе голды ла улар индерҙе. "Юлаевсы" Волковты уйындан сығарғандан һуң,
       "Лада" уйынсыһы Семин Николаев менән күҙгә - күҙ ҡалды һәм Өфө голк иперының ҡапҡаһына шайбаны индереүгә өлгәште.
       Икенсе голды "Салауат Юлаев" икенсе период башында үткәрҙ е. Был кисте, ғөмүмән, Сергей Николаевтың эше күп булды - об оронаның уйынын бер ҙә яҡшы тип әйтеп булмай ине. Өфө һаҡсыһының етеҙлеге булмаһа, иҫәп "юлаевсылар" өсөн тағы ла күңелһеҙерәк булыр ине, моғайын. В ладимир Куликовтың ҡапҡаһы алдында ла һирәк кенә хәүефле мәлдәр булғ ыланы, тик улары ла тормошҡа ашырылманы. Икенсе период аҙағына ғына Дми трий
       Макаров шайбаны ҡапҡаға тап килтерә алды.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсөнсө периодта "Лада" үҙ иҫәбен тағы л а арттырҙы. Башта "Ладаның" йәш уйынсыһы Бумагин ҡапҡа янына яҡынлашты, тәжрибәле Николаевты "арҡаһына һалды" һәм иҫәпте 3 : 1 яһаны . Артабан Бодровтың ырғытҡан шайбаһы маҡсатына иреште.
       4 : 1 - 11 минутта өс шайбаға айырманы үҙгәртә алмау - ак сиомаға тиң. Матч аҙағында ҡыуаныслы бер мәл булды - ул да б улһа Субботиндың бына тигән голы. 4 : 2 - "юлаевсылар" "Лада" кубогында еңелде.
       Марат Азаматов меиориалы: балалар шаярыуы
       Өфөлә Марат Азаматов исемендәге сираттағы, дүртенсе Мемор иал бара. Беҙҙең билдәле тренер иҫтәлегенә баш ҡалабыҙ намыҫы өсөн уры ндағы ике команда "Салауат Юлаев - 89" һәм "Салауат Юлаев - 90" көрәшә Ҡунаҡҡа уларҙың йәштәштәре "Лада - 89", "Металлург - 89" һәм "Нефтех имик - 89" килде.
       Тәүге матчтарҙа "89 - сы" өфөлөләр иҫ китерлек уйын күрһә тә алманы - улар бары тик ике шайбаға айырма менән үҙҙәренең
       кесе дуҫтарын еңде (3 : 1),
       артабан "Нефтехимик - 89" командаһына биреште (1 : 3). Беҙ егеттәрҙең "Лада - 89" командаһындағы йәштәштәре менән уйындарына килде к. Һәм "Салауат Юлаев - 89" ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы тип әйтә ал ам.
       Командала артыҡ оҙон буйлы егеттәр юҡ - "ладалар" буйға л а оҙонораҡ,
       көслөрәк тә күренде. Әммә өфөлөләр йылдамыраҡ һәм шайба мен ән йышыраҡ аралаша. Беҙҙең командала оҫталығы менән айырылып то рған
       уйынсы ла таба алманыҡ. Баҡһаң, был уйында команданың ике л идеры ҡатнашмаған икән - алдынғы һаҡсы һәм үҙәк форвард Орск ҡалаһ ына фарм -
       клуб өсөн сығыш яһарға киткән. Тик лидерҙарҙың булмауы - ва ҡ мәсьәлә.
       "Салауат Юлаев - 89" - дөйөм алғанда иң проблемалы командал арҙың береһе. Ә киләһе йыл был коллектив егеттәре фарм - клу бты тулыландырырға тейеш!
       "Лада - 89" командаһына ҡаршы уйын хис - тойғоло һәм нисе ктер балаларса килеп сыҡты. Беренсе периодта күп һанлы көйәр мәндәр - яҡындары һәм класташтары дәртләндергән өфөлөләр бер ыңғай өс гол индерҙе.
       Икенсе өлөштә улар бер аҙ теҙгенде бушата һәм "ладаларҙың" сираты е тә - 3 : 3!
       Өсөнсө периодта беҙҙең йәштәр һағыраҡ уйнай һәм матчта һуңғ ы шайбаны индерә. "Лада - 89" шулай уҡ һуңғы штурмға ташлана, тик гол индерә алмай, иҫәп - "4 : 3". Тольятти ҡалаһында уйнаған өлкәндәрҙең үҙҙәр енең алмашынан өлгө алмауы ҡыҙғаныс. Ә бәлки оҫталарға йәш коллегаларының батырлығы
       тураһында хәбәр итмәгәндәрҙер

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал