6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Яңауыл егете Фидус Әсхәҙуллин Төнъяҡ полюсында үҙ Ватанының байрағын күтәргән кеше
18.08.05


       1977 йылдың 17 авгусында, Мәскәү ваҡыты буйынса 9 с әғәт 40 минутта Төнъяҡ полюсы өҫтөндә Советтар Союзы байрағ ы күтәрелә. Был турала хәбәр шул минутта уҡ бар донъяға тара ла.
       Был ваҡиғала иҫ китерлек нимә бар һуң тип уйларға мөмкин.
       Төнъяҡ полюсы күптән буйһондоролған. Илебеҙ байрағы унда кү п тапҡыр елберҙәне. Төнъяҡ полюсы районында күптәр булды, ха тта унда йәшәне һәм эшләнеләр ҙә.
       Иң ғәжәбе шунда: тарихта тәүге тапҡыр Төнъяҡ полюсҡа һыу
       юлы менән
       "Арктика" боҙватҡысында барып етәләр. Быны башҡарып сығырға
       теләүселәр күп була, әлбиттә, тик Төнъяҡ полюсҡа барып етеү
       һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел шул.
       "Арктика" матростары араһында Башҡортостандан өс кеше бул а. Улар: өлкән матрос Фидус Әхмәҙуллин, өлкән техник Рафиҡ Булатов һә м мастер - электрик Мөнир Абдуллин.
       Фидус Фәйез улы Әхмәҙуллиндың тыуған йорто Яңауылда урынл ашҡан.
       Төнъяҡ полюсҡа тарихи рейстан һуң отпуск ваҡытында ул ата -
       әсәһе эргәһенә ялға ҡайта, үҙенең мәктәбендә сығыш яһай. Уҡыусылар
       уның нисек итеп "Арктика" боҙватҡысына барып эләгеүе тураһында һорау би рә. Фидус флотта хеҙмәт итеүе, һыу аҫты кәмәләрендә йөҙөүе, һөнәр алыу ы тураһында һөйләй. Армиянан һуң егет Мурманск ҡалаһына юл тота, ете йыл
       дауамында "Ленин" боҙватҡысында эшләй. 1972 йыл аҙағында бы л боҙватҡыстан бер төркөм белгестәрҙе ( капитан Ю. С. Кучиев етәкселегендә) Лен инградҡа командировкаға ебәрәләр. Унда Фидус яңы боҙватҡыс "Арктиканы " һынауҙа ҡатнаша.
       Ун етенсе авгусҡа ҡараған төндә "Арктикала" бер кем дә йо ҡламай. Барыһы ла белә: Төнъяҡ полюсына барып етергә һанаулы
       ғына ваҡыт ҡалған.
       Сәғәт дүрттәр тирәһендә Фидусты вахта механигы Михаил Семен ович Гурьян саҡырып ала.
       - Әсхәҙуллин, һиңә почетлы бурыс: Төнъяҡ полюсында СССР -
       ҙың Дәүләт флагын күтәреү өсөн ун метрлы флагштокты урынлаштырырға!
       Ошо уҡ ваҡытта вахта штурманының тауышы яңғырай:
       - Киңлек 90 градус. "Арктика" боҙватҡысы Төнъяҡ полюсына килеп етте!
       Беренсе булып Төнъяҡ полюсы боҙона Фидус Әхмәҙуллин һәм р емонт оҫтаһы А. А. Шпринг баҫа. Тигеҙ майҙан һайлап алына һәм ялт ырап торған ҡорос флагшток ҡуйыла.
       Шул ваҡыт атомоход бортынан һаҡ ҡына СССР Дәүләт байрағы төшөрөлә. Гимн яңғырай. Флаг юғарыға күтәрелә.
       Башҡортостан улы Фидус Фәйез улы Әсхәҙуллинға Социалисти к Хеҙмәт
       Геройы исеме бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал