6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат" бирешә
18.08.05


       Салауатта спидвей буйынса ун өсөнсө Рәсәй асыҡ чемпионатының
       сираттағы осрашыуы үтте. Хужалар Тольятти ҡалаһынан килгән көслө "Мега - Лада" командаһына ҡаршы тора алманы.
       Волга ярынан килгән ҡунаҡтар был кис көслө ине - һәм был бер кемде лә ғәжәпләндермәне. Салауат 29 : 60 иҫәбе менән тар - мар ителд е. "Мега - Лада" составында сығышы Салауаттан булған Эмиль С әйфетдинов балҡыны. Ул өс стартта еңеү яуланы, бер тапҡыр м өмкин булған 12 мәрәйҙән ун берен йыйып икенсе урын алды. То льятти егете Сергей Даркин йөҙ процентлыҡ һөҙөмтә
       күрһәтте - дүрт еңеү һәм 12 балл.
       "Салауаттың" составында Радик Тибеевты ғына билдәләп үтер гә була. Уның иҫәбендә ике шәхси еңеү һәм ике икенсе урын (у н мәрәй). Тик ул бер үҙе эш ҡыйрата алманы, әлбиттә. "Мега -
       Ладаға" үҙенең сиратағы чемпионлығына тиклем бер генә еңеү яуларға ҡалды. Ә "Салауатҡа" бронза миҙ ал яулауға өмөттө һаҡлар өсөн ҡалған дүрт осрашыуҙа бик ныҡ тырышырға т ура киләсәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал