6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Океан һыуы артынан
18.08.05


       Башҡортостан Републикаһының автомототуризм федерацияһы
       вәкилдәре ғәҙәти булмаған экспедиция ойошторҙо. Дүрт кеше -
       федерация рәйесе Вадим Борисов, уның ата - әсәһе - Олег Андрианович һәм Людми ла Ивановна, шулай уҡ Александр Чистяков 6 600 километр тирә һе юл үтеп, Төнъяҡ Боҙло
       океанға барып етә, унан бер шешә һыу ала һәм уны Өфөгә алып
       ҡайта.
       Экспедиция "Төнъяҡ балҡышы" тип атала, уның маршруты Силә бе, Ҡурған,
       Тобольск, Ноябрьск, Яңы Уренгой аша үтә. Уның һуңғы нөктәһе
       Обь ҡултығы
       һәм Ямбург. Чистяков һәм Вадим Борисов мотоциклдарҙа сәйәхә т итә, өлкән Борисовтар машинала бара. Сәйәхәт артыҡ күп ваҡ ыт алмай, бер аҙна тирәһе. Сәйәхәттең уртаҡ идеяһы - Ер шары ндағы дүрт океанға ла барып етеү. Һәм, ярашлы рәүештә, уларҙың һәр береһенән берәр шешә һыу алып ҡа йтыу. Төнъяҡ Боҙло океандан һуң улар Атлантик, артабан Тымыҡ океан
       ярына юл тоторға ниәтләй, иң мәшәҡәтле сәйәхәт - Һинд океанына булырғ а тейеш. Һыу тултырылған шешәләр - формаль сәбәп, әлбиттә. Сәйәхәттең төп
       маҡсаты - халыҡ менән аралашыу, тәбиғәт байлыҡтары менән танышыу һ. б.
       Олег Андрианович Борисов һөйләүенсә, ул ҡатыны һәм улдары
       менән 30 йылдан ашыу сәйәхәт итә. Балалар бәләкәсерәк ваҡытта, йыл һа йын Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты ( әле Башҡорт дәү ләт аграр университет) уҡытыусылары, ирле - ҡатынлы Борисовтар, үҙ машиналарында Ҡы рымға, Кавказа һә иһә Прибалтикаға йүнәлә торған булған. Машинаны ғ аилә башлығы үҙе яһаған, бары моторы һәм тәгәрмәстәре генә " Волганыҡы". Яғыулыҡ багының күләме 120 литр тәшкил итә. Ҡатыны иһә экипаждың тоғ ро штурманы ролен үтәй. Ун йыл элек ул да машина йөрөтөргә ө йрәнеп, тейешле документҡа эйә булған, шулай ҙа элеккесә штурман булып сәйәх әт итеүҙе хуп күрә. Ғаилә сәйәхәттәрендә Борисовтар 120 мең километр үткән.
       Бөгөн иһә балалар үҫеп еткән, һәр береһенең үҙ тормошо, ө лкәне сәйәхәттәрҙән бер аҙ ситләшкән, әммә Вадим автомототуризм ме нән етди шөғөлләнә. Дүрт океандан һыу алып ҡайтыу эпопеяһы тамамланға с, уның пландарында ер шарын урап сығыу тарихы башланасаҡ.
       Сәйәхәттән әйләнеп ҡайтҡас, Вадим Борисов түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Сәйәхәттән алынған тәьҫораттар бик күп. Уларҙың иң мөһи ме Рәсәй төнъяғының үтә лә матур һәм төрлө тәбиғәте менәнтанышыуҙан а лынды. Өфөнән Ямбургҡа тиклем 3 300 километр, артабан беҙ бер нисә тәбиғәт зонаһы аша үттек: урман - дала, урман - тундра, тундра. Ирты штан Тобольск ҡалаһына тиклем һаҙлыҡтар. "Ер" һәм "төнъяҡтың" символик сиг е - Уват ҡасабаһы аша ла үттек. Бер ниндәй ҙә ауыл хужалығы культура лары үҫмәгән ерҙәрҙән "төнъяҡ" башлана. Уваттан һуң кислород етешмәүе һиҙ елә, уны хатта техника ла тойҙо - двигатель эшләмәй башланы. Тюмень ө лкәһе аша
       үткәндә тәбиғәт бик матур - ҡом, ҡарағайҙар. Ул яҡтарҙа ҡы штың ни тиклем
       ҡатылығын белмәгән кеше үҙен Балтика буйында тип хис итергә
       мөмкин. Яңы Уренгойҙа ҡарағайҙар кеше буйлыҡ, Ямбургта ысы н тундра башлана, мүктән башҡа бер нимә лә үҫмәй.
       - Океанға барып еткәндә, - тип дауам итә Вадим Борисов, -
       яр буйында ҡайһы урындарҙа ҡар ята ине, океанда боҙ киҫәктәре йөҙөп йөр өй. Һыу бик
       һыуыҡ, плюс ете градус тирәһе. Океан һыуын литр ярымлыҡ пла стик шешәлә алып ҡайттыҡ. Һуңынан беҙ уны матур быяла шешәлә ргә тултырып, сәйәхәт маршруты яҙылған географик карталар йәбештерәсәкбеҙ. Әйткәнд әй, ул
       урында һыу тоҙло түгел тип әйтерлек, Обь йылғаһының һыуы ок еанға ҡушылып тоҙон кәметә.
       Артабанғы бурысыбыҙ - Атлантика. Әммә беҙ унда 2007 йылда н да иртәрәк бара алмаясаҡбыҙ. Атлантик океанға барырға теләүселәр күбер әк. Юл алыҫ, шуға күрә ныҡлы әҙерлек талап итә. Беренсенән, транспортты көйләргә кәрәк, икенсенән, документтарҙы тәртипк ә килтереү мотлаҡ, сөнки Европа континенты илдәре аша барырға тура киләсәк. Өсөнсөнән, һәм б ыл иң мөһиме - финанс яҡты нығытырға, йәғни аҡса йыйырға кәр әк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал