6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Төкөрҙөк беҙ Илья көнөнә
18.08.05


       Халыҡ мәҡәле әйтеүенсә, Илья көнөнән башлап йылғал а һыу инеүҙәр тыйыла. Әммә беҙҙең ир - егеттәр август айында торған эҫе кө ндәрҙе яр
       буйында үткәреүҙе хуп күрә. Ҡулда һыра шешәһе булһа, тағы л а яҡшыраҡ.
       Әммә йыш ҡына был эсемлектең бер шешәһе генә етеп бөтмәй, и кенсеһе, өсөнсөһө... бушатыла. Шунан инде геройлыҡ күрһәтергә лә сира т етә: "теләйһегеҙме, йылғаны аша йөҙөп сығам". Бындай баш - баштаҡ лыҡтар йыш ҡына бик аяныслы тамамлана.
       Статистика күрһәтеүенсә, йышыраҡ 25 - 50 йәштәрҙәге иҫән - һау ир - аттар һыуға батып һәләк була. Был ай башынан иҫәп ләгәндә лә уларҙың һаны 18 - гә еткән. Ошондай хәлдәрҙең бер еһе туғыҙынсы август көнө Октябрьскийҙан алыҫ түгел күлдә була. 52 йәшлек иҫерек ир батып үлә.
       Ғәҙәттә һыуҙағы үлемдең сәбәптәре - иҫерек килеш һыу ине ү, үҙ мөмкинселектәреңде баһалап еткермәүҙә. Алыҫҡа йөҙөп баралар,
       ә кире әйләнеп ҡайтырға хәлдәре етмәй. Иң аянысы, улар әйткән һүҙгә
       ҡолаҡ һалмай. Һуңғы ваҡытта бындай йөҙөүселәргә тағы ла Ағи ҙел аша машиналар өсөн һалынған күперҙән һикереүселәр өҫтәлде. Быйыл ғына 30 метрл ыҡ күперҙән алты кеше һикергән. Уларҙың тере ҡалғандары бик һирәк.
       Акваланг кейеп һыу төбөн гиҙеүселәр йыш ҡына кире күтәре лә алмай. Әҙерләнеп төшһәләр, бәлки, бындай хәл булмаҫ та ине, тик йыш
       ҡына улар баллондарында күпме һауа ҡалғанын ҡарарға ла ваҡыт тапмай. М әҫәлән, күптән түгел Банное күлендә төнгө сәғәт өстә ошондай ике хәс рәт - аквалангист ике метрлыҡ тәрәнлеккә төшөргә була. Тик уларҙың
       береһе кире күтәрелә алмай. Ярай әле икенсеһен ҡотҡарыусылар ваҡытында к үреп ҡала.
       Һуңғыларының тырышлығы арҡаһында быйыл 96 кеше ҡотҡарылға н. 221 кешене улар һыу төбөнән сығарған. Үткән йылдың ошо ваҡыты ме нән
       сағыштырғанда был аҙыраҡ ( 2004 йылда - 366 кеше), тик шула й ҙа, ризалашығыҙ, аҙ һан түгел.
       Башлыса һыуға батып үлеү осраҡтары күмәк ял итеү урындары нда түгел, ә ҡотҡарыусылар булмаған һыу ятҡылыҡтары йәки күлдәрҙә була. Һ әм тағы ла, бәхетһеҙ хәлдәр ҙур һыуҙа түгел, бәләкәй йылғал арҙа йышыраҡ осрай. Ҡотҡарыусылар әҙер торған урындарҙа үлем статистикаһы күпкә
       кәмерәк.
       Быйыл һыуға батып үлеүселәр иҫәбе буйынса "беренсе урында " Ҡырмыҫҡалы районы тора. Өфөлә, үткән йыл менән сағыштырғанда , уларҙың һаны кәмерәк. 2004 йылда һыу ҡорбандары 100 кеше иҫәпләнһә, быйыл уларҙың һаны 29. Ҡотҡарыусылар быны һыу инеү миҙгеленең һуң килеүе
       менән генә түгел, ҡотҡарыу сараларының көсәйтелеүенә лә бәй ләй.
       Бөгөн республикала һыуҙа хәүефһеҙлек сараларын 19 ҡотҡары усы отряды тәьмин итә. Уларҙың дүртәүһе - баш ҡалала. Республика һыу ят ҡылыҡтарында дөйөм алғанда дүрт йөҙҙән ашыу ҡотҡарыусы эшләй .

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал